-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Август 2020, 13:50

Изгелек эшләү - еңел!

Уҙған шәмбелә Красноусолда ошондай исем аҫтында үҙенсәлекле байрам сараһы үтте

22 августа Красноусолдағы Мәжит Ғафури исемендәге майҙанда үҙенсәлекле социаль-мәҙәни-тамаша-спорт байрамы һәм “Баллы-алмалы спас”, ауыл хужалығы йәрминкәһе үтте. Тап ошо көндө Рәсәй Федерацияһы Дәүләт флагы көнө билдәләнеү уңайынан автойөрөш булды.
Майҙан байрамса биҙәлгән, рәт-рәт булып районыбыҙҙың барлыҡ ауыл биләмәләренең, шәхси эшҡыуарҙар һәм хужалыҡтарҙың балдан, алманан һәм был продукцияларҙан әҙерләнгән төрлө-төрлө ризыҡтарҙан һығылып торған өҫтәлдәре теҙелеп киткән. Район мәғариф бүлеге ҡаршыһындағы майҙанда һәм балалар майҙансығында райондың коммерция булмаған йәмәғәт ойошмалары “Берекмәләр йәрминкәһе”ндә “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!”, “Изгелек кәрзине” хәйриә акциялары, инвалидтар йәмғиәте “Мәрхәмәтлек” акцияһы сиктәрендә таратыу (килтерелгән һәйбәт хәлдәге кәрәкмәгән әйберҙәрҙе бушҡа биреү) йәрминкәһе ойошторған.
Күңелле көй-моңдар аҫтында алып барыусылар Гөлназ Мирхәйҙәрова менән Фәнзил Ғәлин “Изгелек эшләү – еңел!” исеме аҫтында уҙасаҡ байрамды асыҡ тип иғлан итте.
Рәсәй Гимны аҫтында тантаналы шарттарҙа флаг күтәрелде, байрамды асыу һәм ҡотлау өсөн тәүге һүҙ ра-йон хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовҡа бирелде.
-Хөрмәтле район халҡы, килгән ҡунаҡтар! Бөгөн беҙҙә бик үҙенсәлекле байрам уҙа. Коронавирус менән бәйле ауыр шарттар булыу сәбәпле, оҙаҡ ҡына ошондай күп халыҡ ҡатнашлығында саралар уҙғарылманы. Бөгөн ошо күркәм биҙәлгән майҙанда байрамға һәм йәрминкәгә үҙенә ыңғай тәьҫораттар алырға килгән халыҡты күреүебеҙгә бик шатбыҙ. Бөгөнгө көн беҙҙең өсөн икеләтә байрам: Рәсәй Федерацияһы Дәүләт флагы көнө лә. Уның өс төҫө ышаныс, намыҫ һәм тыныслыҡ символы булып тора. Ул бик күп милләттәрҙе берләштереүсе. Беҙҙең районда ла утыҙҙан ашыу милләт вәкилдәре дуҫ һәм татыу йәшәй, - тине Фәнзил Фәйез улы. - Районыбыҙҙа 15-тән ашыу коммерция булмаған ойошма эшләп килә. Улар халыҡты эшкә дәртләндерә, бергәләп мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләйҙәр һәм хәл итәләр. 16 ауыл биләмәһенең барыһында ла берәр булһа ла (күберәк тә мөмкин) коммерция булмаған ойошмалар төҙөү – беҙҙең маҡсатыбыҙ булып тора. Был тәңгәлдә тырышлыҡтары менән айырылған Ҡауарҙы ауыл биләмәһен билдәләргә кәрәк. Районыбыҙҙа башҡарылған күп кенә эштәрҙең артында йәмәғәт берекмәләре тора. Улар күп кенә мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҡыйыу тотона, - тине Ф.Сыңғыҙов байрамда “Берекмәләр йәрминкәһе” ойоштороусы коммерция булмаған һәм йәмәғәт ойошмаларына төбәп.
Сығышынан һуң, Фәнзил Сыңғыҙов Рәсәй Дәүләт флагы көнөнә арналған автойөрөшкә старт бирҙе. Өс төҫлө Рәсәй флагтары менән биҙәлгән автомашиналар Ленин, Калмыков, Коммунистик урамдары буйлап үтте.
Байрам сараһына 5 һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәйҙәр ҙә саҡырылған. Район хакимиәте башлығы Ф.Сыңғыҙов Фируза Фәйез ҡыҙы Аҫылбаева, Минзилә Талха ҡыҙы Әхтәмова, Светлана Ғәлим ҡыҙы Байбулдина, Оксана Николаевна Ғәлиева, Айна Сайт-Эми ҡыҙы Ибраһимова, Илнура Ғаяз ҡыҙы Иҙрисова, Айгөл Миңнислам ҡыҙы Түзбәкова, Альмира Тимерйән ҡыҙы Шәрипова, Ләйсән Ғәли ҡыҙы Юлбарисованы “Әсәлек даны” миҙалдары менән бүләкләне.
Артабан һүҙ Өфө ҡунағы - БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихинаға бирелеп, ул барыһын да матур байрам менән ҡотланы, райондың артабан да сәскә атыуын теләне. Район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов Ольга Юрьевнаны байрам уңайынан “Берекмәләр йәрминкәһе” уҙғарыуҙа ҙур ярҙам ҡулы һуҙыуы өсөн ра-йон хакимиәтенең Рәхмәт хаты һәм “Изгелек эшләү – еңел!” статуэткаһы менән бүләкләне. Ошондай уҡ Рәхмәт хаттарына райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан һәм “Берекмәләр конструкторы” проектын тормошҡа ашырыуҙа үҙ өлөшөн индергән Р.Н.Сухорукова, В.Н.Калачигов, Р.Ф.Рахманғолова, А.В.Аверьянов, Р.Ш.Юлыҡов, Ф.С.Зәйнуллина, йәмәғәт башланғыстарын тормошҡа ашырыуҙа үҙ өлөшөн индергән Э.Ә.Мөлөкова, А.Р.Миңлебаев, А.М.Ғәзизова, “Ғаилә” район-ара үҙәгенә даими ярҙам күрһәтеп, “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!” акцияһында ҡатнашҡан районыбыҙ предприятиелары етәкселәре С.О.Афанасьев, М.Р.Ғүмәров, шәхси эшҡыуарҙар Р.Ә.Бәширов, Г.В.Ҡаҙаҡҡолова, С.И.Фомина, Ф.Р.Йосопова, А.И.Искәндәров (“Красноусол” минераль һыу ҡойоу заводы) лайыҡ булды.
Сығыштар тамамланғандан һуң, район хакимиәте башлығы Ф.Сыңғыҙов һәм ҡунаҡтар, шулай уҡ махсус комиссия сауҙа-күргәҙмә ойоштороусыларҙың эшенә баһа бирер өсөн һәр береһен йөрөп, ҡарап сыҡты (конкурстарға йомғаҡ гәзитебеҙҙең киләһе һанында). Әйтергә кәрәк, сауҙа-күргәҙмәлә һәр ауыл биләмәһенән дә вәкилдәр ҡатнашты. Бына сәхнә йәнәшәһендә генә Яугилде ауылынан Лилиә Миниязова менән Рәзилә Мөхәррәмова үҙҙәренең баллы-һыйлы өҫтәленә һәр кемде ихлас саҡырып, самауыр сәйе һәм бал, тәмле ҡоймаҡ-бәлештәре менән һыйланы. Ҡауарҙы ауыл биләмәһе өҫтәлдәре янынан да кеше өҙөлмәй, бында ла ҡорт балы, алма бәлештәренән ауыҙ итеп, самауыр сәйе эсергә теләүселәр күп ине. Сәйетбаба башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге күргәҙмәһе лә иғтибарҙы йәлеп итә. Мәжит Ғафуриҙың – 140, Бөйөк Еңеүҙең – 75, райондың 90 йыллығына, Рәсәй флагы көнөнә көҙгө уңыштан композициялар әҙерләгәндәр. Бельский ауыл биләмәһе Ғафури районының 90 йыллығын бәлештәрҙә сағылдырған. Данлыҡлы Толпар балын һатып алырға теләүселәр байтаҡ булды, ылашта ыҫланған ҡороттары иһә шундуҡ һатылып та бөттө. Бурлы, Еҙем-Ҡаран, Имәндәш, Үтәк, Яңғыҙҡайын, Ташбүкән, Аҡкүл, Табын, Ташлы, Мораҡ, Буруновка, Красноусол ауыл биләмәләре сауҙа-күргәҙмәләре янынан кеше өҙөлмәне, һәр кем бында үҙенә кәрәкле продукция һатып алды. “Р.В.Мөьминов” халыҡҡа бойҙай, арпа, “Урман” хужалығы һоло тәҡдим итте.
“Баллы-алмалы өҫтәл” конкурсы ғафуриҙарҙың ҡунаҡсыл, йомарт, аш-һыуға оҫта икәнлеген тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы. Һыйҙан һығылып торған бай, фантазияға ҡоролған өҫтәлдәрҙә алманан әҙерләнгән бәлеш-торттар, һәр төрлө ҡамыр ризыҡтары, йүкә, сәскә, ҡарабойҙай һәм башҡа төрлө, шулай уҡ кәрәҙле бал, һуттар ҡуйылғайны, борҡорап самауырҙар ҡайнай, тәмле шифалы үлән сәйҙәре менән һыйлайҙар. Һәр тарафҡа хуш еҫле бал һәм алма еҫтәре таралған.
Балалар ижады үҙәге балалар өсөн бәләкәй һабантуй ойошторҙо. Спорт һөйөүселәр һәм сәләмәт тормош яратыусылар спорт бәйгеләрендә һәм Скандинав йөрөшө фестивалендә ҡатнашып, көс-дәрт алды. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе шахмат турниры ойошторҙо. В.Ф.Маргелов исемендәге десантсыларҙың патриотик клубы тәрбиәләнеүселәре күрһәтмә сығыштар, картинг буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. “Илһам” берекмәһе Балалар ижады үҙәге менән берлектә, шулай уҡ Табын һәм Красноусол ағинәйҙәр ойошмалары оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы. Район китапханаһы сәскә үҫтереүселәр клубы сәскәләр, ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторған. Ташлы ауылы китапханаһы китаптар, район тыуған яҡты өйрәнеү музейы экспонаттар менән тулыланды. Рәсәй Федерацияһы флагы көнөнә бағышланған флешмоб булды. Иң кескәй сабыйҙар иһә каруселдә, аттракционда кинәнде.
Байрамды Рәмил Ҡотдосовтың ҡурай, Сергей Князевтың саксофон, Данир Мәсәлимовтың думбыра моңдары, Хызыр Нәзировтың йыры, Илшат Хәбибуллин менән Замир Тайсиндың дәртле бейеүҙәре, район мәҙәниәт һарайы бейеү коллективы сығыштары биҙәне.
Байрам аҙағында район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Ирина Небогатова сарала ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт белдерҙе, эштәрендә уңыштар теләне. Шулай итеп, матур, үҙенсәлекле байрам тамамланды. Был байрам күңел асыу сараһы ғына түгел, бер яҡтан, сауҙа итеү бәйләнеше булдырыу булһа, икенсенән, хәйриә акцияларында әүҙем ҡатнашып, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙылыуы менән мәртәбәле ине.

Читайте нас в