-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Август 2020, 11:55

Техникаң һәр саҡ төҙөк булһын

Дәүләт техник күҙәтеү бүлеге ойошторған рейд үҙйөрөшлө техниканы һәм тағылмаларҙы файҙаланыу барышында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалауҙы, етешһеҙлектәрҙе асыҡлауҙы күҙ уңында тотоп эшләнә. Әлбиттә, ниндәй генә ашығыс эш булмаһын, үҙең ултырған техниканың төҙөк һәм тейешле документтары булыуы хәүеф-хәтәрһеҙ, тыныс йөрөргә мөмкинлек бирә.

Сираттағы рейдта район Дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһы начальнигы С.Лукин менән редакция хәбәрселәре Йөҙимән ауылы баҫыуҙарынан Ҡауарҙы ауылы яғына юл тотто. Аяҙ көндөң һәр минутын файҙаланып ҡалырға тырышҡан ауыл кешеләре һәр яланда тиерлек техника менән кемдер ҡалған төргәкле бесәнен ташып алырға, ҡайһылары сабып, преслап ҡуйырға ашыға.
Иң беренсе булып Йөҙимән ауылы йәнәшәһендәге яланда бесән йыйып йөрөүсе “Беларус” туҡтатылды. Техникаға идара итеүсе ағаһы урынына ултырған. Июнь аҙағында яҡтылыҡ сигнализацияһы, поворотниктары төҙөк булмағанлыҡтан был техника хужаһына штраф һалынған булған, әммә айҙан артыҡ ваҡыт үтһә лә ҡушылған талаптар үтәлмәгән, тағы ла артҡы фараһы эшләмәүе, көҙгөләре теүәл булмауы асыҡланды. Дәүләт техник күҙәтеүе начальнигы Сергей Федотович уға тағы ла штраф ҡағыҙы тултырҙы һәм бөтә документтар менән эш урынына килеүен һораны.
Яҡын яланда йөрөгән техникаларҙың береһе бесәнде тырматып, күтәреп йөрөһә, икенсеһе преслай. Алдағыһының бер нисә етешһеҙлеге асыҡланһа, арттағыһының барыһы ла тәртиптә ине. Тәүге техника хужаһына табылған етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала бөтөрөргә ҡушылды.
Арҡа яланында Юлыҡ ауылынан ғүмер буйы тракторсы булып эшләүсе механизатор металға тапшырылған техника һөлдәһенән үҙе йыйып алған тракторҙа тап булды. Был техниканың файҙа килтереүҙән тыш, күпме май-яғыулыҡты бушҡа әрәм итеүе лә күренеп тора. Уны ҡайҙалыр теркәп тә, уға документтар юллап та булмауы һүҙһеҙ аңлашыла. Әммә штрафтан ҡотолоп булмай.
Юлыҡ ауылына кергән юлда “МТЗ-80” тракторында бесән ташырға юлланған аталы-уллы туҡтатылды. Бер нисә көн элек уларға штраф һалынған булған, әммә улар ҡушылғандарҙы үтәргә ашыҡмаған, “әле йөрөй бит әле” тигән ҡараш менән эш бөткәс кенә техникаға иғтибар бирәсәктәре күренеп тора.
Өйө алдында ултырған “Беларус” хужаһы рейдта йөрөүселәр килеп туҡтау менән йүгереп килеп сығып, техниканың да, документтарҙың да тәртиптә булыуын күрһәтте. Ошондай “тимер ат” хужалары күберәк булһын ине.
Ҡауарҙы ауылына табан бесән тейәлгән трактор тап булып, был техника ла төҙөк һәм тейешле документтары теүәл булды. Тағылма арбаһын да күптән түгел рейдта буярға ҡушылған булған, әле өр-яңы итеп буяп ҡуйғандар.
Һабайға табан юлда төргәкле бесән тейәгән 1980 йылғы “МТЗ-80” тракторының да бер нисә етешһеҙлеге асыҡланып, уның хужаһы ла штрафтан ҡотола алманы.
Был ауылдан кирегә боролоуға бесән тейәлгән йәнә бер “Беларус” туҡтатылды. Транспорт хужаһы техникаһының төҙөк булмауына ҡарамаҫтан, улын тракторға арба тағылған ергә ултыртҡан. Уға Дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһы начальнигы хәүефһеҙлек тураһында аңлатып, дәүләт номерын тейешле урынға элеп ҡуйырға, поворотниктарҙы, тормозды ҡарап сығырға ҡушты һәм яуаплылыҡ тоймаған хужаға ҡарата протокол да төҙөлдө.
Техникаға ултырһаң, иң беренсе сиратта төҙөклөгөн һәм документтарын хәстәрләү шарт булып тора. Шуға ла һәр кем ошо талапты иҫенән сығармаһын ине.
Читайте нас в