-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Август 2020, 12:10

Ҡулдарынан нур бөркөлә

“Ҡулдарына күҙ эйәрмәй”, - тигән әйтем Туғай ауылында йәшәүсе Гөлнара Заһиҙуллинаға тап килеп тора. Ҡалала тыуып үҫкән ҡыҙ булһа ла, бар эшкә маһир, уңған. Әлеге емеш-йәшелсә мул осорҙа ҡышҡылыҡҡа киптереп тә, ҡайнатып та, тоҙлап та нимә генә эшләмәгән. Баҡсаларында ла бар ерҙә тәртип, һәр нәмә үҙ урынында кинәнеп үҫеп ултыра. Өйгә кергәс, хужабикәнең балаҫ һуғыу оҫтаһы ла икәнен күреп, хайран ҡалдыҡ. Ҡул эштәре өйҙәренә нур, йылылыҡ бөркөп торғандай.

Гөлнара Истави ҡыҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһында Рита Хан ҡыҙы менән Истави Әғләм улы ғаиләһендә икенсе бала булып үҫкән. Атаһы заводта, әсәһе ғүмер буйы тәрбиәсе булып эшләгән. Гөлшат апаһының ҡул эшенә ҡыҙыҡһыныуы ул тиклем булмаһа ла, кескәй Гөлнара әсәһе менән балалар баҡсаһына барғанда ҡулдан эшләнгән ҡурсаҡтарҙы, уйынсыҡтарҙы, төрлө-төрлө ҡул эштәрен күреп һоҡлана һәм шул матурлыҡты күңел түренә һала бара.
8-се кластан һуң Стәрлетамаҡ медицина училищеһына уҡырға керә. Уны тамамлағас, иң тәүҙә Красноусолға эшкә ебәрәләр, һуңынан Игенселәргә күсерәләр. Тик унда айырым бина булмағанлыҡтан, Туғай ауылындағы фельдшерлыҡ пунктынан йөрөп эшләй. Саҡ армиянан ҡайтҡан Әнүр янып торған ҡала ҡыҙына күҙ һалмай ҡалмай. Бер йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, 1992 йылда йәштәр өйләнешә. Дүрт йыл ҡалала йәшәйҙәр, һуңынан ауыл уларҙы кире үҙенә тарта. Өй һатып алып, уны йүнәтеп, эшләп алалар. Бына хәҙер бергә йәшәүҙәренә лә 28 йыл булып киткән. Әнүр Мөхтәр улы отставкалағы подполковник, ул да һис тик ултырырға яратмай, әле лә шәхси һаҡта эшләп йөрөй. Мөхәббәт емештәре булған Шамил улдары Салауат ҡалаһында комбинатта эшләй, Алина ҡыҙҙары бы-йыл юрист һөнәре алып, Себер тарафтарына юлланған. Заһиҙуллиндар ғаиләһе август башында ҡыҙының туйын үткәрһәләр, 29-ында килен төшөрөргә йыйыналар. Быйылғы август айы улар өсөн баҡсалағы уңышҡа ла, нәҫел-нәсәпте, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙы арттырыуға ла мул булған.
Тик торорға яратмаған хужабикә балаҫ һуғыу менән дүрт-биш йыл элек шөғөлләнә башлаған. Тәүҙә балаҫ һуғыу оҫталары, уларҙың эштәре менән танышҡан. Күрше Игенселәр ауылында Йәмилә әбейҙең буш ятҡан станогын алып, уны тормош иптәше менән йүнәтеп-яңыртып, “йән кереткәндәр”. Күңеленә ятҡан биҙәктәрҙе дәфтәргә төшөрә барған. Уның ҡул эштәре Санкт-Питербургта башҡорт тирмәһендә лә донъя күргән, “Башҡортостан йөрәге” халыҡ кәсептәре оҫтаханаһын да биҙәгән. “VI Бөтә донъя фольклориадаһы – 2020” төбәк конкурсында ҡатнашып, Дипломға лайыҡ булған.
- Был шөғөл үҙемә ныҡ оҡшай. Башта эшһеҙлектән, аҡса эшләү маҡсаты менән Интернеттан ҡарап тотонғайным. Хәҙер бөтә нескәлектәрен өйрәндем тиһәң дә була. Йөн-ептәрҙе Стәрле магазиндарынан алабыҙ. Икегә өс метрлы балаҫты ике аҙнала эшләргә була. Тормош иптәшем бар яҡлап ярҙам итә. Яңыраҡ яңы станок эшләне, әле уны көйләргә кәрәк. Балаҫтар яйлап һатыла, әле Интернет аша табып, Мәскәүҙән һоратып алдылар. Ҡыҙыҡһыныусылар “Инстаграмм”дан ҡарап, баһа бирә ала, - тип үҙенең күңеленә ятҡан шөғөлө тураһында һөйләй Гөлнара.
Бынан тыш ырғаҡ энәһе менән күҙҙең яуын алып торған уйынсыҡтар ҙа эшләй. Уларҙы инде изге күңелле оҫтабикә бүләк итергә ярата. Өйҙәгеләре әкиәт, мультфильм геройҙарын хәтерләтеп ултыра.
Ә урам тирәһендә ниндәй генә сәскәләр үҫмәй?! Тәҙрә төптәрен дә үҙенсәлекле гөлдәр биҙәй. Баҡса тултырып емеш-еләк сәсеп, уны төрләндереп эш итергә лә өлгөрә уңған хужабикә. Эре мал тотмаһалар ҙа ҡош-ҡорт, ҡуян аҫрайҙар. Шулай уҡ аш-һыуға ла оҫта Гөлнара Истави ҡыҙы. Бауырһаҡ, торттар бешерергә лә йыбанып тормай. Беҙ килгәндә лә өҫтөн ҡамыр сәскәләр менән биҙәп бешергән “Шарлотка”һы тәмле еҫтәр сығарып ултыра ине.
Яратҡан шөғөлөңә тотоноу өсөн бер-береңдең дәртләндереп, ярҙам итеп тороуы ла кәрәк. Был тәңгәлдә Заһиҙуллиндарға һоҡланырлыҡ, улар кеме нимә теләгәнде ҡараштарынан аңлап, береһе-икенсеһен ҡанатландырып тора.
Бына шулай күңел һалып эшләгәндә, һәр тотонған эште йырып сығып, өйрәнеп була. Ошондай үтә зауыҡлы эшкә тотонорға ҡарар иткән оҫталар үҙебеҙҙә булғанда, киләсәктә халҡыбыҙҙың балаҫ һәм көйөҙҙәре һәр өйҙө йәмләренә шик юҡ.
Читайте нас в