-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Август 2020, 12:50

“Земство уҡытыусыһы”

Билдәле булыуынса, “Земство уҡытыусыһы” прог-раммаһы Президент Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа былтырғы Мөрәжә-ғәтнамәһендә күрһәтелгән тәҡдиме буйынса тормошҡа ашырыла. Унда һүҙ педагогтарҙың 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ауылдарға, эшсе, ҡала тибындағы ҡасабаларға һәм бәләкәй ҡалаларға күсеп эшләүе хаҡында бара. Һәм уҡытыусыларға бер тапҡыр бирелә торған компенсация күләме 1 миллион һум тәшкил итә. Килешеү төҙөшкәс, уҡытыусыға бында 5 йыл эшләү шарты ҡуйыла.

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы “Земство уҡытыусыһы” мәғлүмәт порталын ҡулланылышҡа индерҙе. Уның ярҙамында педагогтар ауыл ерҙәрендә булған вакансияларға эшкә урынлаша ала.
Портал “берҙәм тәҙрә” системаһы буйынса эшләй. Унда урта профессиональ йәки юғары белеме булған, квалификация талаптарына яуап биргән уҡытыусылар ғариза ҡалдырыу мөмкинлегенә эйә.
2020 йылда Ғафури районы ла “Земство уҡытыусыһы” программаһында ҡат-нашыуға заявка бирҙе. Һәм беҙҙең районға күсеп килеп, Н.Х.Ғарипова исемендәге Ҡауарҙы урта мәктәбендә эшләргә дүрт мөғәллим теләк белдергәйне. Әммә уларҙың береһе – Гүзәл Сәфиуллина ғына конкурс һайлап алыуында еңеүгә өлгәшә. 1 сентябрҙә Ҡауарҙы мәктәбендә инглиз теле уҡытыусыһы булып эш башлаясаҡ Гүзәл Радик ҡыҙы бында ғаиләһе менән Учалы районынан күсеп килгән. Ике ҡыҙы ла ауыл мәктәбенә 4-се һәм 1-се класҡа уҡырға барасаҡ. Тормош иптәше – шахтер, “Почетлы шахтер” билдәһенә эйә.
Компенсация түләүе Гүзәл Радик ҡыҙына һәм уның ғаиләһенә ҙур ярҙам, ә Ҡауарҙы мәктәбенә коллективты кадрҙар менән тулыландырыуға һәм уҡыусыларҙың белем сифатын тағы ла яҡшыраҡ итеүгә этәргес булыр.
Айҙар Рафиҡов, район мәғариф бүлеге начальнигы
урынбаҫары.
Читайте нас в