-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Сентябрь 2020, 20:50

Өлгәшелгәндәрҙе нығытайыҡ, яңы үрҙәргә ынтылайыҡ

Район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙовтың доклады (ҡыҫҡартып бирелә)

Хәйерле көн хөрмәтле мәғариф хеҙмәткәрҙәре, ҡунаҡтар!
Традицион август осрашыуы һәм яңы уҡыу йылының башланыуы уңайынан иң йылы һәм йөрәктән сыҡҡан ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров республика педагогтарының август кәңәшмәһендә: “Алда беҙҙе еңел булмаған һынауҙар көтә. Йөҙәр меңләгән балалар – мәктәпкәсә йәштәгеләрҙән алып студенттарға тиклем – һәм 165 меңгә яҡын тәрбиәселәр, уҡытыусылар, преподавателдәр һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр ябыҡ биналарға килгәндә беҙ сирҙең таралыуына юл ҡуймауға әҙерләнергә тейешбеҙ. Беҙҙе бары тик дисциплина һәм һаҡланыуҙың төп сараларын үтәү: термометрия, преподавателдәрҙең битлек режимы, даими дезинфекция, социаль дистанция ғына һаҡлап ҡаласаҡ”, тигәйне. Уҡыусылар менән һеҙ ҙә ошондай уҡ ауыр булмаған хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә тейешһегеҙ.
Сирҙең таралыуына юл ҡуймау маҡсатында республикала профиль юғары уҡыу йорттары һәм колледждары студенттары иҫәбенән медицина инспекторҙары институты булдырылып, улар мәктәптәрҙә хәүефһеҙлекте һәм сәләмәтлекте тәьмин итәсәктәр. Тимәк, өс йөҙҙән ашыу уҡыусыһы булған мәктәптәрҙә, атап әйткәндә, район үҙәгенең 1, 2, 3-сө һәм Красноусол башҡорт гимназия-интернатында яңы уҡыу йылынан медицина инспекторҙары эшләй башлаясаҡ. Улар COVID-19 коронавирус киҙеүе таралыуын профилактикалау буйынса тәҡдимдәрҙең барыһының да үтәлешен ентекле контролдә тотасаҡ.
Республика Башлығы муниципалитет башлыҡтарына уҡыу йорттарында санитар хәүефһеҙлек темаһын шәхси контролдә тоторға ҡушты. Әммә тағы ла шул билдәләнде, белем биреү учреждениелары уҡытыуҙың төрлө сценарийына әҙерләнергә тейеш. Әгәр ҙә эпидемио-логик хәл насарланып китһә, беҙгә дистанциялы уҡытыуға кире ҡайтырға тура киләсәк. Беҙ быға мораль яҡтан да, шул уҡ ваҡытта техник йәһәттән дә әҙер булырға тейешбеҙ.
Тағы ла бер яңылыҡ – Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән 2020 йылдың 1 сентябренән бөтөн дөйөм белем биреү учреждениеларында ла башланғыс класс уҡыусылары өсөн бушлай ҡайнар туҡланыу ойоштороласаҡ. Беҙ 1832 башланғыс класс уҡыусыһын бушлай туҡланыу менән тәьмин итәсәкбеҙ. Туҡланыуҙы ойошторғанда продукцияның һәм әҙерләнгән блюдоларҙың сифат мәсьәләһе айырыуса контролдә тотоласаҡ.
Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡушыуы буйынса БР Мәғариф һәм фән министрлығы 6 муниципалитетта, шул иҫәптән Ғафури районында ла 1-5-се класс уҡыусылары өсөн берҙәм өлгөләге мәктәп формаһын индереүҙе тәҡдим итте. Пилот сифатында шулай уҡ Әбйәлил, Әлшәй, Благовар, Федоровка, Яңауыл райондары билдәләнде. “Берҙәм мәктәп формаһы” проектында 11038 уҡыусы ҡатнашып, шуның 1600-ө Ғафури балалары. Бында шуны билдәләргә кәрәк, беҙ был тәңгәлдә ата-әсәләрҙе мәжбүр итмәйбеҙ, бары тик тәҡдим генә.
Ағымдағы йылда районыбыҙ мәктәптәрендә 4353 уҡыусы парта артына ултырасаҡ. Яңы уҡыу йылында беренсе класҡа 447 бала уҡырға киләсәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаларҙың уҙған йылдар менән сағыштырғанда кәмерәк булыуын билдәләргә кәрәк. Уҙған уҡыу йылында беренселәр 21-гә күберәк булды.
Балаһын мәктәпкә оҙатып, ата-әсәләр уларҙың хәүефһеҙлеге өсөн ҡайғырмаҫҡа тейеш. Шуға ла беҙгә мәктәп директорҙары менән берлектә мәктәптәрҙә һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында терроризмға, янғынға ҡаршы һәм башҡа хәүефһеҙлек буйынса барлыҡ талаптарҙы ҡәтғи үтәргә кәрәк.
Белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһын яҡшыртыу эшмәкәрлектең иң мөһим йүнәлештәренең береһе булып тора. 2019-2020 йылдарҙа бер нисә мәктәп һәм балалар баҡсаларына 2 млн 216 мең 152 һум күләмендә ағымдағы һәм капиталь ремонт уҙғарылды, 2 млн 709 мең 531 һумға ҡоймалар ремонтланды һәм алыштырылды.
Күптән беҙҙе борсоған мәсьәләләрҙең береһе булып район үҙәгендәге 25-се һанлы “Әкиәт” балалар баҡсаһының хәл-торошо торҙо. Был мәсьәләне хәл итеү буйынса тәүге аҙым яһалды һәм иң мөһим – финанслау мәсьәләһе хәл ителде. Капиталь ремонтҡа 24 млн һум аҡса бүленеп, шуның 23 млн һумы – республика, шулай уҡ 1 млн һумдан ашыуы урындағы бюджеттан. Әлеге мәлдә капиталь ремонт уҙғарыуға документация әҙерләү тамамланды һәм эштәр башланасаҡ.
Донъяуи пандемия сәбәпле, ауыр финанс-иҡтисади хәлгә ҡарамаҫтан, райондың мәғариф өлкәһенә ҙур финанс средстволары һалына. Ағымдағы йылда “Мәғариф” бүлеге буйынса рес-публика бюджетынан барлығы 420 млн һум, район бюджетынан 189 млн һум аҡса бүленде. 2020 йылдың I ярты йыллығында “Мәғариф” бүлеге буйынса бюджет үтәлеше 52% тәшкил итеп, һумдарға әйләндергәндә – 319 млн булды. Күп эшләнде, эшләнәһе тағы ла күберәк.
Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына килгәндә, бөгөн районда 1788 бала балалар баҡсаһында урын менән тәьмин ителгән (былтыр 1920 ине). 3-7 йәшлек сабыйҙарҙы балалар баҡсаһына алыу буйынса сират бөтөрөлдө. 1 сентябрҙән балалар баҡсалары тулыһынса эш башлаясаҡ, шуға ла етәкселәрҙең хәлде минут һайын контролдә тотоуҙарын үтенеп һорайым. Сирҙең таралыуына юл ҡуймай, биналарҙы дезинфекцияларға, барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптарҙы ҡәтғи үтәргә кәрәк.
Хөрмәтле уҡытыусылар!
Берҙәм дәүләт имтиханы белем биреү сифатының эске баһаһының бер инструменты булып ҡала. Белем сифаты – педагогтың уҡытыу-тәрбиәгә йүнәлтелгән эшмәкәрлек комплексы. Беҙ барыбыҙ ҙа кешенең шәхесе интеллектуаль һәләттәрҙән генә түгел, ә рухи-әхлаҡи нормаларҙан һалыныуын аңлайбыҙ. Был бары тик мәғариф системаһының барлыҡ социаль хеҙмәттәр һәм йәмәғәтселек менән әүҙем үҙ-ара йоғонтоһонда ғына мөмкин. Беҙҙең бурыс - баланың тулыһынса мәшғүллеген тәьмин итеү, шулай ғына беҙ уларҙы алама ғәҙәттәрҙең кире йоғонтоһонан, Интернет һәм социаль селтәрҙәргә буйһоноуҙан йолоп алып ҡала аласаҡбыҙ.
Һуңғы йылдарҙа беҙ гражданлыҡ-патриотик тәрбиәгә ҙур иғтибар бирә башланыҡ. Беҙҙең яҡшы башланғыстарыбыҙ һәм йолаларыбыҙ бар. Ағымдағы йылда Бурлы ауылы мәктәбе биләмәһендә был мәктәптең уҡыусыһы - Рәсәй Геройы Фәрүәт Абдулла улы Яҡуповҡа бюст урынлаштырылды. Рус Саскүле ауылы мәктәбе янында Советтар Союзы Геройы Антон Филиппович Ковальскийға һәйкәл төҙөлөп бөтөп, тиҙҙән асыласаҡ. Һәр бер мәктәптә пат-риотик йүнәлештәге берекмәләрҙең эшен әүҙемләштереү дөрөҫ булыр ине. Патрио-тизм хаҡында һөйләгәндә, район тарихын өйрәнеүгә ныҡлы иғтибар йүнәлтергә кәрәк. 2020 йыл Ғафури районының 90 йыллыҡ юбилейы менән иҫтәлекле, был йәһәттән тематик саралар уҙғарыуҙы тәьмин итеүегеҙҙе һорайым.
Балалар һәм йәштәрҙең буш ваҡыты өлкәһе камиллаштырыуҙы талап итә. Мәҙәниәт һәм спорт учреждениеларының мөмкинлектәрен әүҙемерәк файҙаланырға кәрәк.
Һәләтле балалар менән эште әүҙемләштереүегеҙҙе, профориентация эшенә айырым иғтибар биреүегеҙҙе үтенеп һорайым. Беҙҙә һәләтле балалар бик күп, уларҙы үҙ ваҡытында үҫтерергә кәрәк. Мәғариф бүлегенә, мәктәп директорҙарына уҡыусыларҙың уҡырға инеү мониторингын алып барырға, улар менән уҡыу барышында аралашырға кәрәк. Беҙгә шуныһы мөһим, йәштәр белемгә эйә булғас, ҙур теләк, көс-дәрт менән үҙҙәренең тыуған ерҙәрендәге тормошто яҡшыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ итеү өсөн кире әйләнеп ҡайтһындар. Бала саҡтан мотлаҡ тыуған яғына һөйөү тәрбиәләргә, балаларҙың күҙ алдында үҙ районының дәрәжәһен күтәрергә кәрәк.
Яңы уҡыу йылы алдында торғанда педагогтар, тәрбиәселәр, барлыҡ мәғариф хеҙмәткәрҙәренә сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен һәм хөрмәтебеҙҙе белдерергә теләйем. Һеҙ – шундай ҙур армия. Балаларыбыҙҙы уҡытыу һәм тәрбиәләү эшенә ҙур шәхси өлөшөгөҙ өсөн һәр берегеҙгә рәхмәтлебеҙ. Тап һеҙҙең ҡулдарығыҙ менән респуб-лика, район үҫешенә нигеҙ һалына. Уҡытыу сифаты, әлбиттә, яҡшы матди базаға, заманса компьютерға, мәктәп таҡтаһының сифатына, әсбаптарға һәм башҡаларға бәйле. Әммә, минеңсә, иң тәү сиратта ул уҡытыусынан, уның үҙ эшенә мөнәсәбәтенән тора. Бер ниндәй ҙә, хатта иң юғары технологиялы дистанциялы уҡытыу ҙа, уҡытыусы менән уҡыусының йәнле аралашыуын алыштыра алмай.
Мин, бында ултырыусыларҙың күпселеге кеүек үк, классик совет белем биреүе яҡлымын. Ләкин беҙгә белем биреү сифатын яҡшыртыу өсөн уның барлыҡ яҡшы яғын һаҡлап, яңы технологиялар, заманса методикалар өҫтәргә генә кәрәк. Һеҙҙең барығыҙҙы ла уҡыусыларығыҙ менән бергә көслөрәктәрҙән өйрәнергә лә, өйрәнергә саҡырам. Бының өсөн әлеге заманда мөмкинлектәр күп. Заманса мәктәпкә яңыса фекерләүсе сағыу, креатив уҡытыусылар кәрәк. Ә мәғариф системаһына дәүләт яғынан, бигерәк тә һуңғы йылдарҙа, ярҙам ярайһы ғына. Шундай ярҙамдың бер төрө – Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты. Уҙған уҡыу йылында 600 мең һум күләмендәге грантты Имәндәш мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Анфиса Айрат ҡыҙы Мәхмүтова алды. Ә быйыл иһә бындай түләүгә Красноусолдағы 1-се мәктәптең физика уҡытыусыһы Иван Викторович Соколов лайыҡ буласаҡ.
Хөрмәтле педагогтар, директорҙар!
Мәғариф темаһы бының менән генә бөтмәй. Хәл ителгән мәсьәләләр әҙ түгел. Проблемалар ҙа бар, уларҙы мотлаҡ бергә хәл итәсәкбеҙ.
Ә һеҙгә, хөрмәтле уҡытыусылар, яңы уҡыу йылында уҡыусыларҙы уҡытыу-тәрбиә эшендә уңыштар, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе нығытып һәм киләсәккә ышаныс менән ҡарауығыҙҙы теләйем. Һеҙҙең абруйлы педагогик эшмәкәрлегегеҙҙә ижади эҙләнеүҙәр һәм уңыштар теләйем! Һаулыҡ, һөнәри үҫеш һәм уңыштар Һеҙгә, ҡәҙерле уҡытыусылар!
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!
Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте
Үҫеп килеүсе йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәттәре һәм ирешелгән уңыштары өсөн Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Советының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнделәр:
Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова - Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры;
Венера Рауил ҡыҙы Шәмсубарова - Красноусол ауылындағы 1-се “Миләшкәй” балалар баҡсаһының физик культура буйынса инструкторы;
Ләлә Флүр ҡыҙы Хәсәнова – Яңғыҙҡайын урта белем биреү мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;
Эльвера Тимерйән ҡыҙы Ғафарова - Юлыҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбе директоры;
Алина Фәнил ҡыҙы Ҡунафина – Красноусолдағы 1-се урта мәктәптең география уҡытыусыһы.
Үҫеп килеүсе йәш быуынға
белем һәм тәрбиә биреүҙә әүҙем ҡатнашҡандары һәм үҙҙәренә йөкмәтелгән бурыстарға намыҫлы ҡарағандары өсөн Ғафури
районы муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнделәр:
Рәмилә Әсҡәт ҡыҙы Ғәзизова – Сәйетбаба урта белем биреү мәктәбе директоры;
Вадим Ғәбит улы Ғаббасов – Красноусолдағы 2-се урта мәктәп директоры;
Гөлнара Талха ҡыҙы Муллабаева – Мораҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбе директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары;
Сабир Сабит улы Исхаҡов – Ҡауарҙы урта мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы;
Илфат Әбделмән улы Ишмөхәмәтов – Аҡкүл урта мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы.
Читайте нас в