-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Сентябрь 2020, 13:55

Мәктәпкә күмәкләп баралар

Быйылғы уҡыу йылы Виктория һәм Илдус Батыршиндар ғаиләһе өсөн айырыуса иҫтәлекле. Оло улдары 3-сө класҡа барһа, игеҙәктәре - Амелия менән Арсений бөгөн Красноусолдың 3-сө мәктәбенә беренсе класҡа уҡырға барҙы.

Йәш әсә Виктория Васильевна 3-сө мәктәптә хәҙер инде ун өс йыл физкультуранан уҡытһа, йорт хужаһы Ишембай транспорт сервисында вахта ысулы менән водитель булып эшләй. Ғаилә күптән түгел иркен йорт һалып сыҡҡан. Бар ерҙә таҙалыҡ, тәртип урынлашҡан. Улар барыһы ла спортты үҙ итә, әүҙемдәр. Буш ваҡыттарында тәбиғәттә ял итергә яраталар.
Амелия менән Арсений быға тиклем “Тирәккәй” балалар баҡсаһына йөрөгән. Был ғаиләләге барыһы ла ошо балалар баҡсаһында тәрбиәләнгәндәр. Ә Эмиль дүрткә-бишкә генә уҡыусы тырыш, алсаҡ малай. Етмәһә, “Батыр” клубында шөғөлләнергә лә ваҡыт таба.
Балаларҙың өләсәйҙәре Нәзирә Миңниәхмәт ҡыҙы Батыршина менән Валентина Николаевна Соколова ла уларға яҡын тора. Виктория менән Илдус бер-береһен бәләкәйҙән белеп, баҡса артлаш ҡына үҫкәндәр. Хәҙер инде өс бала тәрбиәләүсе уңған, өлгөлө атай-әсәй.
1 сентябрҙә коронавирус пандемияһы талаптарына бәйле бергәләп бара алмаһалар ҙа, бер мәктәпкә ғаиләнән дүртәүләшеп йөрөйәсәктәренә барыһы ла шат. Бәйле торған эт – тоғро дуҫтары Герда уларҙы оҙатып, шатланып ҡаршы алып торасаҡ.
Беренсе тапҡыр мәктәпкә барыусы илгәҙәктәр-игеҙәктәр Амелия менән Арсенийға, ғөмүмән, бөтә беренселәргә уңыштар, аҡ юл теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас в