-21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Сентябрь 2020, 11:35

Һуғыш йылы балалары баһалауға лайыҡ

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алған балалар, үҫмерҙәр хәҙер һикһән-туҡһан йәшкә еткән өләсәй-олатайҙар. Аслыҡ-яланғаслыҡ, һуғыш ғазаптары, күңелгә уйылып ҡалған юғалтыуҙар, көс етмәҫлек ауыр хеҙмәт – быларҙың барыһын да онотоу мөмкин түгел. Һуғыш йылдарының барлыҡ михнәттәрен үҙ иңдәрендә күтәргән балалар бөгөн оло хөрмәткә, баһалауға лайыҡ.

Ошо маҡсатта муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында бер төркөм һуғыш йылы балаларына йәмәғәт фонды миҙалын тапшырыу, Стәрлетамаҡта йәшәүсе Лидия Ивановна Игнатенконың Ғафуриҙағы һуғыш йылы балаларына арнап сығарған "Еңеү балалары тарихы" китабының II томын бүләк итеү тантанаһы үтте.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова был сараны асып, барыһына ла һаулыҡ, шатлыҡлы көндәр теләне, үткәндәрҙе, тарихты онотоп булмағанлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Лидия Игнатенко беренсе китабын Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап сығарған. Һуңынан икенсеһен һәм быйыл 75 йыллыҡҡа Ғафуриҙағы һуғыш йылы балаларын да керетеп, өсөнсө китабы донъя күргән. Был сарала миҙал алыусы һәр кемгә ошо иҫтәлекле китап бүләк ителде.
- Тәүге китабымды Стәрлегә, “Авангард” заводы эшселәренә бағышланым, икенсеһе ошо йылдарҙы үткән балалар яҙмышы, аяныслы хәлдәр тураһында булһа, өсөнсөһөн башлыса Ғафуриҙағы һуғыш йылы балаларына арнаным. Тыл, һуғыш ветерандары сафы ла йылдан-йыл һирәгәйә бара. Китап сығарырға тотоноуым да һуғыш балалары тураһында бай мәғлүмәт туп-лап, уны киләсәк быуынға тапшырыу, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы балаларҙың тормошон өйрәнеү, уларҙың изге эштәрен онотмау төп маҡсат булып торҙо. Баҫмала һаҡланған яҙма патриотик тәрбиә өсөн дә файҙалы булыр тип уйлайым. Әлбиттә, минең Стәрлетамаҡ ҡала профсоюздар берләшмәһе рәйесе Таһир Ғәйетҡолов (ул сығышы менән Ҡормантау ауылынан), Эльза Ғәлиханова кеүек һәйбәт ярҙамсыларым бар, был эштәр улар ярҙамы менән эшләнде. Киләсәктә III том да донъя күрер тип уйлайбыҙ, -тип һөйләп үтте китап авторы Лидия Ивановна.
Район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова сығыш яһап, был дәүләт наградаһы булмауын, 2012 йылда "Бөйөк Ватан һуғышы балалары" йәмәғәт фонды тарафынан булдырылыуын, киләсәктә башҡаларға ла шундай миҙалдар тапшырыласағын әйтеп үтте.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының Мәғарифты үҫтереү һәм ярҙам фонды директоры Евгения Александровна Долгих сығыш яһап, һуғыш йылы балаларына рәхмәт белдерҙе, изге эштәр башҡарыусы бер төркөм әүҙем кешеләргә Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Нэлла Федоровна Андреева атай-олатайҙар һуғышҡа китеп бөткәс, бөтә ауырлыҡты үҙ иңенә алған балалар, Еңеү көнөн яҡынайтыуға йәнен-тәнен аямай ҙур өлөш индереүселәр тураһындағы тетрәндергес шиғырҙарынан өҙөктәр уҡыны. Был шиғырҙарҙы һәр кем тын да алмай тыңлап, көслө алҡыштарға күмде.
Тантаналы шарттарҙа һуғыш йылы балаларына миҙал һәм сәскәләр гөлләмәһе тапшырылды, һуңынан бында йыйылыусылар күмәкләшеп, иҫтәлеккә фотоға төштө.
Читайте нас в