-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Сентябрь 2020, 18:45

Көтөп алған уҡыу йылы

Быйыл айырыуса һәр бала түҙемһеҙләнеп көтөп алған 1 сентябрь ҙә етеп, әлегәсә тып-тын торған белем усаҡтары уҡыусыларҙың шат тауыштарына күмелде.

Белем көнө коронавирус пандемияһына бәйле 1-се класс һәм сығарылыш уҡыусылары өсөн генә мәктәптә, ҡалған кластарға дистанцион шарттарҙа үтте. Ә инде 2 сентябрҙән һәр бала ҡолас йәйеп көтөп торған мәктәп ишеген асып-инеп, каникул ваҡытында ремонтланған, яҡты, таҙа бүлмәләрҙә уҡый башланы.
Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты ла 1 сентябрҙә беренсегә килеүсе һәм сығарылыш класс уҡыусыларын тантаналы сараға йыйҙы. Гимназия директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙының халҡыбыҙҙың ихласлығын күрһәтеп ҡапҡа төбөнән үк һәр уҡыусыны, атай-әсәйҙәрҙе, коллегаларын, килгән ҡунаҡтарҙы матур теләктәр менән ҡаршы алыуы, мәктәп алдындағы аллы-гөллө сәскәләр, коллектив тарафынан эшләнгән яңы фонтан да тулҡынланыуҙарҙы таратып, үҙенә тартып тора.
Гимназия уҡытыусыларын, тәрбиәселәрҙе, уҡыусыларҙы, әсәй-атайҙарҙы Белем көнө менән ҡотларға район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов килде.
Тантаналы линейкаға быйыл ошо гимназияла һуңғы йыл уҡыясаҡ 11-селәр, һуңынан 9-сылар теҙелеп үткәндән һуң, майҙан түренә беренселәр сығып баҫты. Башҡортостан Республикаһының гимнын тыңлағас, гимназия директоры линейканы асыҡ тип иғлан итте һәм сығыш яһап, сарала ҡатнашыусыларҙың барыһын да көтөп алынған яңы уҡыу йылы башланыу айҡанлы ҡотланы, шулай уҡ гимназия-интернатының уңыштарын барланы, киләсәктә лә һынатмауҙарын теләне.
- Тормош һәр саҡ беҙ уйлағанса бармай, төрлө ҡаршылыҡтарға ла әҙер булып, тырышып, тырмашып белем алығыҙ. Үҙ-үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ, бер-беребеҙҙе ҡәҙерләйек, алама вирустарға юл ҡуймайыҡ. Быйыл Башҡорт дәүләт медицина университетының 5-се курсында уҡып йөрөүсе Гөлназ Юлыҡова медицина инспекторы булып эш башланы, ул барыбыҙға ла санитар-эпидемиологик талаптарҙы нисек үтәргә өйрәтергә килгән. Шулай уҡ берҙәм форма алып биргән атай-әсәйҙәргә лә рәхмәт әйтәм. Ҡаршы алған йортобоҙҙа яҡты мөнәсәбәттәр генә хакимлыҡ итһен, башҡорт рухлы гимназистар булыуыбыҙ менән ғорурланырға булһын, - тине Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова.
Артабан район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов йыйылыусыларҙы Белем көнө уңайынан тәбрикләне һәм гимназистарға тәғәйенләп килтергән бүләктәрен тапшырҙы.
- Районыбыҙ мәктәптәрендә быйыл 4353 бала белем аласаҡ. Беренсе класҡа 447 бала уҡырға килде. Башҡорт гимназия-интернаты һәр яҡлап алда булыуы менән айырылып тора. Бы-йыл гимназияға башлап белем алырға килгән беренселәр ҙә иң актив граждандар булырҙар тигән өмөттәбеҙ. Гимназияны тағы ла матурларға, йыһаздар менән тулыландырырға уйлашабыҙ. Хәүефле минуттар булмаһын, тырышып мәктәптәрҙә белем алығыҙ, - тигән матур теләктәр менән тамамланы үҙ сығышын Фәнзил Фәйез улы.
Беренсегә быйыл 50 бала килһә, уларҙы ике класта уҡытыусылары Дилбәр Дәриғәт ҡыҙы Әсәнова менән Мәмдүҙә Рәйес ҡыҙы Батыршина ҡаршы алды. Әлбиттә, тәрбиәселәре лә һәр саҡ эргәләрендә буласаҡ.
Тантаналы линейканы уҡыусыларҙың башҡортса матур итеп алып барыуҙары, “Айгүзәл” бейеү ансамбле егеттәренең асфальтты һындырырлыҡ итеп өҙә баҫып бейеүҙәре, беренселәрҙең сығышы күңелгә хуш килде.
Күңелдәргә илаһилыҡ өҫтәгән тәүге ҡыңғырауҙы 1-се класс уҡыусыһы Айһылыу Кәлимуллина менән 11-сенән уҡыу алдынғыһы Динислам Басиров сыңлатҡандан һуң, уҡыусылар “Хәтер мәңгелек” тип аталған класс сәғәтенә таралышты. Гимназия умарталарында гөжләгән бал ҡорттары кеүек шау-гөр тауышҡа күмелде. Белем тауына шатланып, бар булған ҡаршылыҡтарҙы еңеп, маҡсаттарға ирешеп үрләргә яҙһын.

Читайте нас в