-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Сентябрь 2020, 11:00

Һөнәрегеҙ маҡтауға лайыҡ!

Хөрмәтле нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайым!
Был көн бар ауырлыҡтарҙы еңеп сығыусы, иң ҡатмарлы бурыстарҙы ышаныслы хәл итеүсе ҡыйыу, тәүәккәл, үҙ эшенең оҫталары байрамы.
Һеҙҙең ысын ир-егеттәргә хас һөнәрегеҙ бик күп көс, ныҡышмалылыҡ, юғары оҫталыҡ талап итә. Районыбыҙҙың төрлө ауылдарында йәшәүселәрҙең тормош уңайлыҡтары газовиктар һәм нефтселәрҙең ни тиклем уңышлы эшләүенә бәйле.
Һеҙҙең берҙәм, маҡсатлы хеҙмәтегеҙһәм оҫталығығыҙ менән тораҡ пункттарға газ үткәрелә, йорттарыбыҙға йылылыҡ һәм йәм керә, сәнәғәт һәм транспорт тейешле энергетик ресурстар менән тәьмин ителә.
Байрамығыҙ көнөндә яуаплы, ышаныслы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм.
Һеҙгә артабан да Башҡортостан Республикаһы һәм Ғафури районы хаҡына емешле эш, көс-дәртегеҙ ташып тороуын, барлыҡ эштәрегеҙҙә һәм башланғыстарығыҙҙа уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек, бәхет һәм именлек, яңы хеҙмәт ҡаҙаныштары теләйем.
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас в