-13 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Сентябрь 2020, 12:40

Быуа буйында балыҡсы...

Уҙған шәмбелә Красноусолдағы “Полянский” быуаһында балыҡсылар турниры үтте. Күптәрҙең яратҡан шөғөлөнә әйләнгән балыҡ ҡармаҡлау бәйгеһенә 30-ҙан ашыу балыҡсы йыйылды.

Иртәнге томан таралып та бөтмәҫтән, быуа ярына ҡомарлы балыҡсылар менән бер рәттән ошо шөғөлгә яңы ғына әүәҫләнгәндәр ҙә, шулай уҡ балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар ҙа килгәйне.
Турнирҙы асҡандан һуң балыҡсылар йәрәбә буйынса сыҡҡан урындарына таралышты. Баш судья – район Һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы рәйесе Олег Марков әйтеүенсә, балыҡсылар ике төркөмдә ярыша. Береһендә – ғаиләләр, икенсеһендә яңғыҙ ҡатнашыусылар. Судьялар – Константин Рябов, Анатолий Сторублевкин, Марат Юнысов турнир барышын ҡарап, ҡағиҙәләрҙең үтәлешен тикшереп торҙолар.
Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Дамир Ҡунафин сараның “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә үтеүен, Красноусол ауылы ла быйылғы бәйгелә ҡатнашырға йөрьәт итеп, ошо турнирҙы ойоштороуҙарын әйтте. Һәйбәт башланғысты күтәреп алып, сараны уҙғарыуға ҙур ярҙам күрһәткән бағыусыларға һәм йәмәғәт ойошмаларына – район Һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһына, шәхси эшҡыуар Ф.Юнысованың “Трофей” магазинына, райондың атайҙар советына, шулай уҡ сараға ярҙам итеүсе урындағы “ЛДПР” партияһы бүлексәһенә рәхмәтен белдерҙе.
- "Йәмле Мәндем буйында йәшәгәнгәме, бәләкәйҙән йылғанан ҡайтып инмәнек. Рәхәтләнеп һыу инер, балыҡ тотор инек. Был шөғөлдө үҫә төшкәс тә ташламаным. Ауылға ҡайтыу менән атайым Анатолий менән Мәндем, Өйә буйына балыҡ ҡармаҡларға йыш йөрөнөм. Балыҡҡа әүәҫлегем атайымдан киләлер, бер йыл элек баҡыйлыҡҡа күскән атайымды күптәр тәжрибәле, ҡомарлы балыҡсы булараҡ иҫләй. Өйләнгәс, минең яратҡан шөғөлөмдө балалар ҙа үҙ итте, ғаилә менән бергәләшеп йөрөй башланыҡ. Кемдер балыҡ тота, икенселәр таҙарта, кәләш унан тәмле аш бешерә", - ти балыҡсыларҙың береһе Ринат Степанов. Бөгөн дә ул турнирға ҡыҙы Амелия менән килгән.
Бына бер нисә сәғәт бу-йына барған бәйге аҙағына ла яҡынлашты. Балыҡсылар табыштары менән судьялар янына йыйылғас, тотолған балыҡтар үлсәнеп, 5 номинация буйынса еңеүселәр билдәләнде.
Шәхси беренселектә 1-се урынға 663 г ауырлығындағы ҡарабалыҡ тотҡан Данир Мәсәлимов, 2-селә 610 г балыҡ менән Марат Аҡбаров, 3-сө урынға Никита Коробов лайыҡ булды, уның балығы 498 г тартты. Ғаиләләр араһында Кленовтар еңеүсе булһа, Мөхәмәтйәновтар һәм Степановтар ғаиләләре икенсе һәм өсөнсө урындарҙы алды. Турнир башланып 2 минут үткәс тә үҙенең беренсе балығын тотҡан Данир Мәсәлимов “Иң беренсе тотолған балыҡ”, Марат Аҡбаров “Иң ҙур балыҡ” номинацияларында, “Иң оло балыҡсы” булараҡ 1951 йылғы Рәшит Мөхәмәтйәнов, “Иң йәш балыҡсы” – 4 йәшлек Амелия Степанова һәм “Ҡатын-ҡыҙ балыҡсы” Олеся Кленова бүләкләнде.
Көҙгө матур көндә тәбиғәт ҡосағында үткән сәләмәт йәшәү рәүешен, әүҙем ялды пропагандалаған бәйгенән ҡатнашыусылар ҙа, ойоштороусылар ҙа ҡәнәғәт ҡалды.

Читайте нас в