-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Сентябрь 2020, 12:50

“Самауырлы ритайым” – беҙҙә ҡунаҡта

Йәйҙең һуңғы айының, йәғни августың һуңғы шәмбеһендә Красноусолдағы “Йәшлек” ял-мәҙәниәт паркы кистән күңелле көйҙәргә, йыр-моңға, дәртле бейеүҙәргә, шат тауыштарға күмелде. Баҡтиһәң, бында “Самауырлы ритайым” байрамы була икән. Был тарафтан ағылған көй-моңдар һәр кемде үҙенә әйҙәп, саҡырып торҙо.

Күп тә үтмәй, оло йәштәге апай-ағайҙар, балалары менән атай-әсәйҙәр килде. Красноусол ауыл биләмәһе был фәһемле, күңелле аралашыу сараһын “Айыҡ ауыл” проекты сиктәрендә ойошторған. Уларға Өфөлә Рөстәм Абдразаҡов етәкселегендәге ошондай байрамды ойоштороусылар ярҙамға килгән. Р. Абдразаҡов әйтеүенсә, дуҫтары менән Ағиҙел яры буйында июнь айынан башлап һәр аҙна ошондай йырлы-бейеүле саралар уҙғарып, Өфө халҡы араһында киң танылыу яулап та өлгөргәндәр.
Ял паркындағы сәхнә янында бер төркөм йәштәр: егет-ҡыҙҙар төрлө тәмлекәстәрҙән табын ҡороп, самауырҙар ҡайнатырға ҡуйған. Самауырҙар ҡайнаған арала ҡунаҡтарҙың һәр береһе дәртләнешеп үҙҙәренең йырға-бейеүгә маһирлығын күрһәтте, гармун, гитара моңдарын бүләк иттеләр, уларға ҡушылып сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла бергәләшеп төрлө йырҙар башҡарҙылар. Районыбыҙҙың маһир бейеүсеһе Илшат Хәбибуллиндың сығышы һәр кемдең күңеленә хуш килде. Сарала ҡатнашыусы Әҡлимә Яҡупова, Фәйруза Ғибаҙуллина йыр-моңдарын бүләк итте, Тәнзилә Яҡупова үҙенең ижад емешен, шулай уҡ башҡа авторҙарҙың шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Гармунда бейеү көйҙәре башланыуға өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бейеүҙәрҙе башлап ебәреүсе, йәштәрсә дәртле Миңниә Шагарова түңәрәк буйлап әйләнеп, барыһын да бейергә саҡырҙы. Хатта 90 йәшлек Зөлфәр ағай Килмөхәмәтов та дәртләнеп бейергә төшөп китте. Сарала өлкәндәр йәшлектәренә ҡайтҡандай, рәхәтләнеп күңел асты. Улар менән бер рәттән малайҙар-ҡыҙҙар бейеп кинәнде. Бына самауырҙар ҡайнап сыҡты һәм барыһы ла сәй табыны артында самауыр сәйе һәм тәмлекәстәр менән һыйланды.
Алдан иғлан булмағанлыҡтан сараға килеүселәр әҙерәк булһа ла, байрам гөрләп үтте, ҡатнашыусыларҙың күңеленә хуш килде. Сәй эсеп тә күңел асырға мөмкин булыуы тағы ла бер тапҡыр иҫбатланды. Ошондай айыҡлыҡҡа әйҙәүсе фәһемле саралар йышыраҡ ойошторолһон ине, тигән теләктә таралышты һәр кем.
Читайте нас в