-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Сентябрь 2020, 14:05

Матурлыҡҡа табынған күңел

Донъяның бар гүзәллеген күреп, һәр саҡ яҡшылыҡҡа тартылып йәшәүсе кешеләр була. Ундайҙар йәшәгән һайын үҙе өсөн бәләкәй генә булһа ла асыштар аса, нимәгәлер өйрәнә, матурлыҡҡа ынтыла, күңелен изге эш менән байыта. Үҙенең төп һөнәренән тыш, күңелгә ятышлы шөғөл табып, донъяға йәм, матурлыҡ бөркә. Красно-усолда йәшәүсе Зилиә Әхтәмова ла ана шундайҙарҙан. Ул бер нисә йыл элек таҫмалар менән картиналар эшләй башлаған. Гәзит уҡыусыларҙы ла уның илһамлы ижади эше менән таныштырып үтергә теләйбеҙ.

Зилиәнең атлас таҫмаларҙан һәм төҫлө ептәр ярҙамында эшләнгән картиналарын ра-йон хакимиәте алдында үткән йәрминкәлә, күп кешенең хайран ҡалып ҡарап торған сағында беренсегә күрергә тура килгәйне. Ысынлап та, был сағыу картиналар нимәһе менәндер - әллә сағыулығы, әллә нескә эш булыуы менәнме үҙенә тарта, күҙҙәр үҙенән-үҙе ошо мөғжизәле картиналар донъяһына сума. Унда иртәнге ҡояш нурҙарында сағылған сәскәләр, яланда йөрөүсе ат, көҙгө сюжет, ҡояшҡа үрелеп үҫеүсе көнбағыш һәм башҡа күп төрлө ғәжәп, һоҡландырғыс тәбиғәт донъяһы һүрәтләнә. Төҫтәр ҙә, темалар ҙа тәбиғи, күңелгә яҡын.
Был үтә нескә, ҡатмарлы, сабырлыҡ талап иткән эшкә бынан дүрт йыл элек тотонған ул. Иң тәүҙә Өфө ҡалаһында ниндәйҙер күргәҙмә ваҡытында ошондай эште күреп ҡала һәм Интернеттан ҡарай башлай. Яйлап эшкә тотона.
- Беренсе эшемде тамамлағас, үҙемә шул тиклем оҡшаны, тағы ла эшләп ҡарау теләге тыуҙы. Әле ул ваҡытта эшләгән картиналарымды ҡарайым да, көлөп ҡуям. Кеше эшләгән һайын оҫтаралыр инде. Бында төҫтәрҙең тәбиғи булғандарын һайлау яҡшы. Эшкә бер тотонһаң еңел генә айырыла алмайһың. Ә төп эскиз һүрәтен Петербургтан, Туймазынан Интернет аша заказ биреп алдырам. Рамкаларын төрлө ерҙән алырға тура килә. Уларҙы иптәшем Илдус эшләшә. Киләсәктә теләүселәрҙе өйрәтеү өсөн түңәрәк асырға ла уй бар. Бәлки, көҙгө эштәр тамамланғас, ҡышҡа табан уйлашырбыҙ ҙа, - тип таныштырҙы үҙ эше менән Зилиә Валерьяновна.
Уның күңеле бары тик матурлыҡ тыуҙырыу өсөн генә яралған кеүек. Һөйләшкәндә лә үҙең өсөн кәрәкле кәңәштәр алып, күңелеңде яҡтыртаһың, байытаһың. Зилиә Әхтәмова бына хәҙер 18 йыл балалар шифаханаһында физиотерапия бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләй. Төп эшен дә күңел биреп, яратып башҡара ул. Уның тағы ла бер шөғөлө – сәскәләр үҫтереү. Ирис сәскәләренең генә лә 30 төрөн үҫтерә үҙ баҡсаһында уңған хужабикә. Төрлө төҫтәге раузалар ҙа өй алдын йәмләп, шау сәскәлә ултыралар. Бында төрлө-төрлө сәскәләргә күҙҙәр ҡамаша.
- Мин улар менән һәр ваҡыт һөйләшеп, яратып, күңелемә йыуаныс алам. Сәскә орлоҡтары һатып алыу өсөн аҡса йәлләмәйем, иптәшем дә ҡаршы килмәй. Раузаларҙы белгән питомниктарҙан ғына алам. Лилиәләрҙе ҡоротҡостарға ҡаршы эшкәртеп, яңынан ултыртып сыҡтыҡ. Береһе артынан икенсеһе сәскә ата, матур бит, - тип күҙгә баға Зилиә Әхтәмова.
Матурлыҡҡа ғашиҡ Зилиә Валерьяновна күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәһе генә бик йәшләй, бынан 20 йыл элек мәрхүм булған. Тормоштоң ауыр саҡтарын да сабырлыҡта, тыныс үткәрә белгән йәш ҡатын. Бынан дүрт йыл элек тормош иптәше менән икеһе лә берәр бала менән тормош ҡороп, әлеге өйҙәрен ҙурайтып, ремонт эшләй башлағандар. Оло улдары Радмир 7-се класта уҡыһа, Арсен дүртенселә. Хәҙер өйгә йәм биреп өс йәшлек Амелия ла, ағаларының һәр аҙымын ҡарап, йүгереп йөрөй. Тормош иптәше Илдус Пенсия фонды идаралығында һаҡсы. Ул теплицала ҡыяр, помидор үҫтерергә, ҡуян, бройлер тауыҡтар тәрбиәләргә ярата. Уларҙың һәр шөғөлө өйҙө йәмләп, тормоштарын тулыландыра, күңел йыуанысы бирә, балалар ҙа ошо йәнле тормошто күреп үҫә. Киләсәктә лә яратҡан эшегеҙҙән күңелгә ял табып, өйөгөҙҙө нурға күмеп, әлеге кеүек алсаҡлыҡта, ихласлыҡта бар донъяны матурлыҡҡа ҡойондороп йәшәргә яҙһын.
Читайте нас в