-20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Сентябрь 2020, 12:00

Һыйырҙың һөтө телендә

Яңғыҙҡайын һөтсөлөк фермаһының йәйге лагеры Егән йылғаһы янында, Урал ауылы яғына табан урынлашҡан. Һауын һыйырҙарын йәйләүгә май айында, көндәр йылытып, йәшел үлән мал уртларлыҡ булғас та күсергәндәр. Ә ҡалған йәш малдар (һимертеүгә ҡуйылғандары һәм 1 йәшкә тик-лемге быҙауҙар) фермала һәм Ноябревка (Сапар) ауылындағы йәйләүҙә аҫрала.

Матур Егән буйындағы иркен яландағы йәйге лагерҙа бөтәһе 112 баш һауын һыйыры аҫрала. Малдарҙы иркенлектә, яландар-болондар буйлап утлатып, һыу эсереп Рәжәп Нафиҡов менән Марс Бергулиев берәр көн алмашлап көтә. Улар иртәнге һауындан һуң малдарҙы көтөүгә сығара һәм сәғәт бишкә киске һауынға япмаға алып ҡайталар. Һауын тамамланғас, һыйырҙарҙы һәр башҡа 2 кило иҫәбенән фураж менән һыйлайҙар. Һуңынан төнгө көтөүгә ҡыуалар. Ә Сапарҙағы 139 баш таналар өсөн ағалы-энеле Рәмил һәм Ришат Шәриповтар яуаплы.
Һауынсыларға килгәндә, машина менән һауыу операторҙары – өсәү: фермала 36 йыл эшләгән Әминә Мусина, Таңсулпан Бергулиева, Эльвира Ҡадирова. Ҡайһы бер һыйырҙар һыуалыу сәбәпле, әле ферма буйынса тулайым көндәлек һауым 700 литр тирәһе иҫәпләнә. Быйылғы йәйҙең эҫе килеүе лә “һөт йылғаһын” һайыҡтырған. Һауылған һөт 2 тонна һыйҙырышлы “танк”-һыуытҡысҡа һалына һәм бында тейешле температураға ( 4,6-4,8 С) еткерелә. Һөт ҡуйылығы 3,5-3,8 процент тирәһе тәшкил итә. Йыйылған һөттө көн һайын йәки көн аралаш I сорт менән Еҙем-Ҡарандағы һөт йыйыу пунк-тынан килеп алалар һәм улар эшкәртеүселәргә оҙата.
- Малсылар ҙа, һауынсылар ҙа үҙ бурыстарына яуаплы ҡарап, бар эште намыҫ менән башҡаралар. Һөт үткәргестәре лә өҙлөкһөҙ эшләй. Уларҙы оператор Илдус Халиҡов йүнәтеп, ҡарап тора, - ти һөтсөлөк фермаһы мөдире Шамил Шәмсетдинов. – Ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү буйынса ла өлгөрөргә тырыштыҡ. Көндәр матур торғанда бесән әҙерләнеп, төргәктәр тулыһынса ферма майҙансығына килтереп ҡуйылды. Буш торған ҡураларға ла тултырҙыҡ. Бер соҡор сенаж әҙерләнек. Яландан төргәкләнгән һаламды ташып, ферма ихатаһына өйәбеҙ. Фуражға килтерелгән иген келәттә һаҡлана. Уның һаҡланышына фуражир Азат Ғафаров яуаплы. Фермала талап ителгән ваҡ ремонт эштәрен яҙҙан уҡ башҡарҙыҡ, һыйырҙарҙың ҡышҡы “өйҙәре” тәртиптә, - тип эш барышы менән таныштырыуҙы дауам итте ферма мөдире.
Әле фермала һимертеү өсөн 57 башмаҡ тоталар. Бер нисә йыл уңайлыраҡ та, файҙалыраҡ та булған ошо алымды ҡулланып эш итәләр. Башмаҡтарҙы малсылар Рәйес Исламғолов менән Флүр Уразаев тәрбиәләй. Төнгөлөккә төргәкле бесән биреп, иркен кардаға ябалар. Шулай уҡ фермала үҫтереү өсөн 75 баш йәш быҙау ҙа тотола. Уларҙы әле Рәмил Мөхәмәтйәнов ҡарай. Ул быҙауҙарҙы яландан алып ҡайтып, кардаға бикләгәс, киске эшенә – йәйге лагерҙы һаҡларға бара.
- Беҙҙә ветеринар белгесе юҡ, кәрәк саҡта ветеринар участканан, йәиһә Буруновканан саҡыртабыҙ. Электрик та штатта ҡаралмаған. Мин үҙем һөнәрем буйынса электрик булғас, кемделер көтөп ултырмайым, был эште үҙем башҡарам. Эшселәр һаны әҙ булһа ла, барыһына ла өлгөрөргә тырышабыҙ. Әле фермала үҙ эшенә бирелгән, яуаплы, намыҫлы хеҙмәткәрҙәр генә эшләй. Хәҙер йәштәр малсылыҡ тармағына эшкә килергә теләмәй, берәйһе хаҡлы ялға китһә, уны алыштырырҙай эшсе табыуы ауыр. Бына фермала һәм йәйге лагерҙа капиталь ремонт үткәрелһә һәйбәт булыр ине. Әммә барыһы ла сығымдарға килеп төртөлә, - тип зарланып та алды Шамил Мотаһар улы һүҙ араһында.
Эйе, малсылыҡ тармағында эшләү өсөн мал йәнле булыу ҙа кәрәктер.
“Һыйырҙың һөтө телендә”, тигәндәй, Яңғыҙҡайын һөтсөлөк фермаһы ҡышҡылыҡҡа малдарға етерлек аҙыҡ әҙерләп, һәр саҡ те-йешле хәстәрлек күрә. Малдарҙың ферма ихатаһына имен-аман, көр кереүен генә теләргә ҡала.
Читайте нас в