-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Сентябрь 2020, 13:55

Әүҙемлек күрһәттеләр

Бельский ауыл биләмәһенә ҡараған Игенйылға ауылындағы 1676-сы һайлау участкаһында ла сираттағы һайлау берҙәм һәм дәррәү барҙы. Ишектән инеү менән санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәп, ҡулды эшкәртеү өсөн махсус һауытта антисептик, битлек, бирсәткәләр ҡуйылған. Был һайлау участкаһында 350 кеше үҙ тауышын бирергә тейеш ине. Шул иҫәптән, Цапаловка, Дубровка ауылдары халҡы ла Игенйылға һайлау участкаһына ҡарай.

- Шәмбе көнө һайлауға килә алмаған оло йәштәге, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләрҙең өйҙәренә йөрөп һайлаттыҡ. Һайлауҙарға даими йөрөп, үҙенең Конституция менән яҡланған хоҡуғын үтәп өйрәнгән кеше бер һайлауҙы ла ҡалдырмай бит ул. Шуға ла һайлаусылар был юлы ла әүҙемлек күрһәтте, - ти һайлау участкаһы рәйесе Ринат Риф улы Абсаттаров.
Һайлау комиссияһы секретары Гөлфирә Фәрит ҡыҙы Ғәйнуллина, ағзалары Зөһрә Йәһүд ҡыҙы Мәҡсүтова, Айһылыу Франгил ҡыҙы Нәзирова, Азат Миңлеғәле улы Ишморатов та үҙҙәренә йөкмәтелгән яуаплы эште намыҫ менән башҡарҙы. Урамда яңғыраған йыр-моң да халыҡты һайлау участкаһына тартып торҙо. Һайлаусылар ҙа, һайлау комиссияһы ла был юлы ла һынатманы, тип әйтке килә, ә һайланған депутаттарҙы алда ҙур эш көтә.
Читайте нас в