-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Сентябрь 2020, 17:50

Халыҡ уйыны

Күптән түгел Еҙем-Ҡаран мәктәбенең спорт майҙансығында йолаға әйләнгән футбол буйынса турнир үтте. Бында Ҡырмыҫҡалы районы һәм үҙебеҙҙең Аҡташ, Сәйетбаба, Йөҙимән, Мораҙ, Ҡауарҙынан ике, Юлыҡ, Еҙем-Ҡаран, Үзбәк ауылдары командалары ярышты.

Сәмле һәм көсөргәнешле уйынды Юлыҡ ауылы егете, Стәрлетамаҡта эшләүсе Фәнүр Фәйез улы Дәүләтбаев ойоштороп, үҙе бағыусы ла булған. Шулай уҡ судьялар Вил Сибәғәтуллин менән Салауат Килмөхәмәтов командаларҙы туплап, футбол уйыны уңышлы үтеүгә бар көстәрен һалды.
Һөҙөмтәлә, 1-се урын Аҡташ футболсыларына, 2-се Ҡырмыҫҡалыларға, 3-сө урын Мораҙ ауылы командаларына бирелде.
Футбол – халыҡ уйыны, тип белмәй әйтмәйҙәр икән. Уйында ҡатнашыусылар ҙа, көйәрмәндәр ҙә был ярыштан бик ҡәнәғәт ҡалды.
Читайте нас в