-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Сентябрь 2020, 11:50

Асылыбыҙ - милли кейемдә

Милли кейемдәр көнөн быйыл халыҡ шатланып, әҙерләнеп көтөп алды. Социаль селтәрҙәрҙә лә күпселек ауылдар ағинәйҙәренең, уҡытыусыларҙың, уҡыусыларҙың, ойошма хеҙмәткәрҙәренең милли кейемдә, биҙәүестәр менән төшкән, күҙҙең яуын алырҙай сағыу фотоларын күрергә була.

“Ихлас” сауҙа йортонда район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре лә милли кейемдәр күргәҙмәһе ойошторҙо. Гөлназ Мирхәйҙәрова менән Елена Рябова ҡыҙыҡһыныусыларға был кейемдәрҙең тарихы, үҙенсәлеге тураһында һөйләне. Теләүселәр кейеп тә, милли кейемдәге манекендар эргәһенә баҫып та фотоға төштө.
Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы - тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Һәр халыҡтың милли кейемендә бай тарих ята.
- Милли кейем - милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, сәнғәтсән ҡеүәһен күрһәткән дәлил ул, - тигәйне Республика Башлығы Р.Хәбиров. Башҡорттарҙың кейемгә талапсан, ыҫпайлыҡҡа битараф булмағанлығы тураһында һүҙ алып барғанда, әүәл, халыҡтың оҙайлы тарихын, үткәнен, көнкүрешен, һөнәрен, илен, ерен, тәбиғи шарттарын күҙ алдына килтерергә кәрәк. Кейем шарттарға, матди хәлгә лә бәйле. Ҡатын-ҡыҙҙар кейеме бәләкәй саҡтан уҡ ҡыҙ баланы күҙ тейеүҙән һаҡларға тейеш булған. Шуның өсөн, кейемен тәңкә, сулпы, мәрйен менән биҙәгәндәр. Ҡыҙҙар башына таҡыя, маңлайса, ҡалпаҡ тип аталған баш кейемдәре кейгән. ХХ быуатҡа тиклем ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр кейеме башлыса биҙәлеше менән айырылған. Ҡатын-ҡыҙҙар күлдәк, киң ыштан, еңһеҙ ҡыҫҡа камзул йәки сапан(кәзәки), байрамда иһә ебәк йәки бәрхәт елән, бишмәт, ҡыш көнө тун, толоп, буҫтауҙан тегелгән сәкмән кейгән. Байрам өсөн дә елән менән тундары булған. Еләндәрен мәрйен, тәңкә, ынйы, аҡыҡ менән биҙәгәндәр. Ҡулдан һуғылған биҙәкле туҡыманан күлдәк, алъяпҡыс теккәндәр. Ирҙәр күлдәк-ыштан, өҫ яҡҡа камзул, йәки сәкмән кейгән, - тип Г.Мирхәйҙәрова йыйылыусыларҙы башҡорт, татар халыҡтарының милли кейемдәре менән таныштырҙы.
Милли кейемдәребеҙҙе лә артыҡ стилләштермәй, рухи мираҫыбыҙҙы онотмай, уны киләсәк быуынға милли асылыбыҙҙы юғалтмай лайыҡлы тапшырайыҡ.
Читайте нас в