-20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Сентябрь 2020, 16:50

Үҫмерҙәр терроризмға ҡаршы

Үткән аҙнала район хакимиәтенең спорт һәм физик культура бүлеге Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе менән берлектә Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының спорт майҙансығында Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнөнә арнап, мәктәп уҡыусылары араһында мини-футбол буйынса турнир үткәрҙе.

Турнирҙы асып, ДЮСШ тренеры Вадим Килмөхәмәтов йәш спортсыларға Беслан фажиғәһе тураһында һөйләне, Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнөнөң асылын аңлатты.
Турнирҙа Красноусол ауылындағы мәктәптәрҙән дүрт команда ҡатнашты. Бик сәмле барған ярышта иң күп очко йыйып КГБИ-ның “Гимназистар” командаһы еңеп сыҡты. “Барс”тар икенсе, ДЮСШ футболсылары өсөнсө урынға сыҡһа, “ДЮСШ-2” командаһына дүртенсе урын менән сикләнергә тура килде. Еңеүсе командалар уйынсыларына иҫтәлекле миҙалдар тапшырылды.
Читайте нас в