-21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Сентябрь 2020, 14:05

“Йәшел Башҡортостан”ға ҡушылығыҙ! 19 һәм 26 сентябрҙә “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә экологик өмәләр үтә

Быйыл «Йәшел Башҡортостан» һәм “Еңеү урманы” акцияһы «Йәшел Рәсәй» Бөтә Рәсәй экологик өмәһе менән бергә үткәрелә. “Йәшел Башҡортостан” акцияһы рәсми рәүештә 19 сентябрҙә Хәйбулла районында муниципалитет башлыҡтарының ағас ултыртыуынан башлана. Ошо уҡ көндә экологик өмәләр бар район-ҡалаларҙа, шул иҫәптән беҙҙең районда ла үтә. Ауылдар халҡы һәм коммуналь хеҙмәттәр тораҡ пункттарҙы, шишмә, йылға һәм күл буйҙарын таҙартасаҡ. Шулай уҡ алдағы акцияларҙа ултыртылып та үҫеп китә алмаған ағастар алмаштырыласаҡ.

26 сентябрҙә үтәсәк төп сараларҙа хеҙмәт коллективтары, уҡыусылар, ирекмәндәр, студенттар һәм битараф булмаған бар халыҡ ҡатнашасаҡ. Унда 25 мең ағас үҫентеһе ултыртыу планлаштырыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, ағастар “Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы төҙөкләндерелгән ихаталарҙа ла ултыртыласаҡ.
Бынан тыш, 26 сентябрҙә респуб-ликала “Еңеү урманы” акцияһы үтә. 2020 йылда был сара ил Президенты Владимир Путин указына ярашлы апрелдә башланғайны. Бөтә илдә һәйкәл, обелиск, мемориалдар янында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә 27 млн төп ағас ултыртыу күҙаллана. Һәр район-ҡалала, шул иҫәптән беҙҙең районда ла Геройҙар аллеяһы барлыҡҡа киләсәк. Акцияла ҡатнашыусыларға концерт, конкурстар, ялан кухняһы ойоштороласаҡ. Сараларҙа санитар талаптарҙың теүәл үтәлеше тәьмин ителәсәк.
Районда акция-ларҙы уҙғарыуға район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Зәки улы Кейекбаев (тел. 8(34740)2-74-50, E-mail: [email protected]), ауыл биләмәләрендә биләмә башлыҡтары яуаплы. Эш ҡоралдары һәм ағас үҫентеләре өмә көнөндә таратыла.
Хөрмәтле ғафуриҙар, экологик акцияларҙа әүҙем ҡатнашайыҡ! Районыбыҙҙы күркәм, зауыҡлы итәйек!
Читайте нас в