-25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Сентябрь 2020, 12:15

Юлдарыбыҙ тигеҙ таҫмалай

Билдәле булыуынса, алдағы йылдарҙа төбәк һәм муниципалитет-ара әһәмиәтле дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарын тәртиптә тотоуға Архангел, Иглин һәм беҙҙең Ғафури ра-йонына 410 млн һумға яҡын аҡса бүленә.

Был райондар бүленгән аҡсаның 38,903 млн һумын быйыл үҙләштерергә тейеш. 2021 йылда 203 млн һумлыҡ эш башҡарылырға тейеш булһа, ҡалған 168,669 млн һумы 2022 йылға планлаштырыла. Башҡортостан Республикаһының Юл төҙөлөшө идаралығы бөтә был эштәрҙең заказсыһы булып тора. Әйткәндәй, район юл төҙөү- ремонтлау идаралығын да үҙ эсенә алған “Башавтодор” “Башҡортостан Республикаһының транспорт дирекцияһы” аукциондарында берҙән-бер ҡатнашыусы була һәм алдағы ике йылда – 2022 йылдың октябренә тиклем Башҡортостандың автомобиль юлдарын тәртиптә тотоуға 3,5 млрд һумдан ашыу аҡса аласаҡ.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проект сиктәрендә республикабыҙҙың һәр тарафында юл төҙөлөшө, булғандарын ремонтлау эше киң ҡолас алды. Был тәңгәлдә районыбыҙ юлсылары ла һынатмай, әүҙем эшләй. Дөйөм файҙаланыуҙағы төп трассаны тейешле тәртиптә тотоу уларҙың төп бурысы һәм мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала.
Бөгөнгө көндә район юл төҙөү-ремонтлау идаралығы юлсылар бригадаһы Талбазы – Красноусол йүнәлешендәге автомобиль юлын ремонтлау менән мәшғүл.
- Күсмә объект булып торған 4 саҡрым оҙонлоҡтағы был учаскала беҙ үткән йылда эш башлағайныҡ, - ти идаралыҡ етәксеһе З.М.Хафизов. - Был соҡорҙарҙы ямап сығыу ғына түгел, ә асфальтлау. Былтыр асфальт һалыу өсөн юлды тейешенсә әҙерләп, беренсе ҡатты һалдыҡ. Быйыл инде икенсе ҡатын да һалып, эште тамамлауға яҡынлаштыҡ. Юғары темпта һәм бөтә талаптарға ярашлы эшләп, быйылғы ғына түгел, 2021 йылға ҡаралған лимитты ла үтәп сыға алдыҡ. Тағы ла шуны билдәләргә кәрәк, юл сифатлы һәм ышаныслы булһын өсөн бында үҙенсәлекле состав – ваҡ таш - мастикалы асфальт-бетон ҡатнашмаһы түшәлде. Уны Стәрлетамаҡтан ташыныҡ. Бөгөнгө көндә был участкала юл ситтәрен төҙөкләндереү кеүек эштәр ҡалды.
Зөфәр Мәғәсүм улы эш барышы тураһында һөйләп, бригадир С.В.Федосеев һәм мастер И.В.Стукалов етәкселегендә эшләгән юлсыларҙы маҡтап үтте.
Районда урындағы әһәмиәткә эйә булған юлдарҙы ремонтлау буйынса ла эш дауам итә.
Мәрхәбә Собханғолова әҙерләне.
Читайте нас в