-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Сентябрь 2020, 12:05

Үҫтереү ҙә, һаҡлау ҙа беҙҙең иңдә

Ағастар төрлө төҫкә мансылған сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә еребеҙҙең “йәшел ҡалҡаны” һаҡсылары – урмансылар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан БР “Урмансылыҡтар идаралығы” Дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Ғафури урмансылығы буйынса “Ғафури урмансылығы” бүлеге начальнигы Әнәс Әхәт улы СӘЙФУЛЛИНға һәм “Ғафури урман хужалығы” Дәүләт автоном учреждениеһы етәксеһе Рәүеф Лотфрахман улы ЙӘНМЫРҘИНға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уларға:

Урмансы һөнәре маҡтаулы һәм абруйлы, әммә мәшәҡәтле һәм тынғыһыҙ. Беҙҙең ҡарамаҡта Ташлы, Табын, Еҙем, Усолка участкалары. Урмандарҙы контролдә тотоу, күҙәтеү, идаралыҡ итеү беҙҙең төп эшмәкәрлек булып тора. Атап әйткәндә, урмандарҙы һаҡлайбыҙ, физик шәхестәргә һәм юридик берәмектәргә ҡуртымға биреү, йәш үҫентеләр ултыртыу, уларҙы тәрбиәләү, һирәкләү, урмандарҙы таҙартыу кеүек эштәр менән шөғөлләнәбеҙ, янғынға ҡаршы һыҙаттар, юлдар булдырабыҙ. Шулай уҡ беҙҙең эшмәкәрлеккә диләнкә алыуға, урман участкаларын бүлеп биреүгә (сабынлыҡ, умарталыҡ ҡуйыу, турбаза урынлаштырыу өсөн һәм башҡа) рөхсәт, белешмә һәм башҡа документтар әҙерләп биреү инә. Етештереү эшмәкәрлеге лә алып барабыҙ. Үҙебеҙгә еткерелгән бурыс-йөкләмәләрҙе үтәргә тырышып эш итәбеҙ.
БР “Урмансылыҡтар идаралығы” Дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Ғафури урмансылығы буйынса “Ғафури урмансылығы” бүлегендә штатта 7 кеше, “Ғафури урман хужалығы” Дәүләт автоном учреждениеһында 20 кеше иҫәпләнә. Инженерҙар, урман мастерҙары, пилорамсылар, ағас ҡырҡыусылар бер йүнәлештә тырышып эшләй. Шуны ла әйтергә кәрәк, урман хужалығы буйынса юғары белемле белгестәр етешмәй. Был инде эш хаҡы район өсөн уртаса кимәлдә булһа ла, йәштәрҙең был һөнәрҙе үҙ итмәүендәлер. Эшселәргә эш формалары бирелә, бүлектә эшләүселәргә бөтә төр яңы технологиялар урынлаштырылған. Матди-техник базаға килгәндә быйыл яңы “Нива” автомашиналы, “МТЗ” тракторлы, “КамАЗ”-вездеходлы булдыҡ. Беҙҙең эштә техникаһыҙ бер нимә лә эшләп булмай, шуға ла уларҙың техник торошон да ҡарап торабыҙ.
Әлбиттә, урмансы хеҙмәте еңел түгел, бик ауыр шарттарҙа, һауа торошоноң ниндәй булыуы-на ҡарамаҫтан, эшләргә тура килә. Шуға ла беҙҙә эшләгән һәр кем маҡтауға лайыҡ, кемделер айырып билдәләү мөмкин дә түгел. Һәр береһе үҙ эшен яҡшы белә, күптәре ҙур хеҙмәт стажына эйә, тәжрибәлеләр. Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан бер нисәүһен билдәләргә кәрәк. Улар: урман мастерҙары Владимир Матвеев, Йәмил Ҡадиров, урман ҡырҡыусы Дамир Балтачев һәм башҡалар. Илшат Сайфуллин Рәсәй Федерацияһының Урман хужалығы агенствоһының Маҡтау грамотаһына тәҡдим ителгән. Ул да һәр саҡ өлгөлө эшләгән урмансы. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Лилиә Наил ҡыҙы Свечникованың Аграр университеттың урман хужалығы бүлеген тамамлап, беҙҙә урман тергеҙеү инженеры булып эш башлауына ла 10 йыл булған. Ныҡышмал, эшендә тәртип яратҡан, өлгөр хеҙмәткәр.
Һәр миҙгелдең үҙ мәшәҡәте: яҙлы-көҙлө йәш үҫентеләр ултыртыу, уларҙы һирәкләү һәм башҡа кисектергеһеҙ эштәр, бурыстар ҙа беҙҙең иңдә. Яҙ көнө, Еңеүҙең 75 йыллығына атап “Хәтер баҡсаһы” акцияһына ярашлы, ағастар ултыртҡайныҡ, әле 26 сентябрҙән район биләмәһендә “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә 21 гектар майҙанда йәш үҫентеләр ултыртыу планлаштырыла. Урманды тергеҙеү һәм тәрбиәләү йүнәлештәре, ағас эшкәртеү, йәғни ҡырҡыу, һатыу буйынса дәүләт планын да үтәйбеҙ. Әйткәндәй, үҙебеҙҙең пилорамыбыҙ бар. Бында үткән йылдарға ҡарағанда эш һөҙөмтәһе ике тапҡырға артҡан. Диләнкәлә утын да әҙерләнә, төҙөлөшкә яраҡлы ағас пилорамға килтерелеп эшкәртеп, заказ буйынса һатыла. Башҡа шәхси пилорамдарҙа таҡта, брус ҡиммәтерәк хаҡ менән һатылғанға, беҙгә заказ биреүселәр ҙә күп. Быйыл диләнкә бүлеү өсөн 200 ғариза ҡабул иттек. Сират булмауы ла эшебеҙҙе ваҡытында һәм кешегә мәшәҡәт тыуҙырмай үтәүебеҙҙе күрһәтеп тора. Киләсәккә пландарға килгәндә, ниндәй эш хужалыҡҡа файҙа килтерә, шул йүнәлешкә өҫтөнлөк бирергә уйлашабыҙ. Беҙҙең эш бер ағас ҡырҡһаң, икене ултырт, тигәнерәк девизға ҡоролған.
Урман хужалығы эшсәндәре көнө уңайынан районда урман ресурстарын рациональ файҙаланыуға булышлыҡ итеүсе һәм йәшел байлығыбыҙҙы тулыландырыуҙа арымай-талмай эшләүсе барлыҡ урман эшсәндәрен, коллегаларҙы, ғүмерҙәрен был тармаҡ менән бәйләп, хаҡлы ялға туҡтаған ветерандарыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ. Ер йөҙөндәге иң ҙур хазиналарҙың, еребеҙҙең йәме, тәбиғәттең иң матур биҙәктәренең береһе булған урмандарыбыҙҙы һаҡлауҙа һәм арттырыуҙа уңыштар, ҡоростай һаулыҡ, байрамса кәйеф теләп ҡалабыҙ. Байлыҡ, һаулыҡ сығанағы булған урмандарыбыҙ мәңге шаулап үҫһен, йәшел дуҫтарыбыҙ һәр саҡ тау-ҡырҙарыбыҙҙы, тирә-яғыбыҙҙы йәмләһен.

Читайте нас в