-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Сентябрь 2020, 16:25

Үткәндәрҙе иҫкә алып

Сентябрь айының өсөнсө йомаһында урмансыларҙың байрамы билдәләнә. Беҙ бәләкәй саҡта был ойошма көслө, ҡеүәтле техникалар гөрләп торған саҡ ине.

Беҙҙең Ташбүкән участкаһында дүрт ағас әҙерләү бригадаһы булды, һәр береһенә 48-52 кубометр план бирелә торғайны. Бөгөн леспромхоздың гөрләп эшләгән ваҡыттарын иҫкә алырға ғына ҡала. Ҡурғашлы участкаһында ун ике “ТТ-4” тракторы булды. 1995 йылда ойошма бөтөрөлгәс, ошо техникаларҙың береһе лә ҡалманы. 1987 йылда төшөрөлгән фотола бөтә ғүмерен урман эшенә арнаған ауылдаштарымдың бер өлөшө генә. Улар араһынан Авзал Бәхтийәров һәм Ғәйнулла Мөхәмәтҡолов ағайҙар хәҙер арабыҙҙа юҡ инде. Барлыҡ урмансыларға иҫәнлек-һаулыҡ теләп ҡалам.
Мөхтәр АЛЛАЯРОВ.
Ташбүкән ауылы.
Читайте нас в