-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Сентябрь 2020, 16:50

Әсәнән күргән – тун бескән

Һәр ваҡыт яңылыҡ эҙләргә яратҡан, һәләтле, матур әҫәрҙәре менән әҙәбиәт һөйөүселәрҙе әленән әле шатландырып торған яҙыусы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, хәҙер килеп мәҙәниәт өлкәһендә көс түккән, милли йолаларҙы тергеҙеүгә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәре тарихын өйрәнеүгә мөкиббән бирелгән Сәйетбаба ауылынан Рәйлә Сабитова үҙен төрлө өлкәлә асып, һынап ҡарағаны бар. Һуңғы ваҡытта милли кейем эскиздары, биҙәүестәр эшләү оҫтаһы булараҡ районда ғына түгел, республикала ла танылыу алды. Шулай уҡ юғала барған боронғо ҡатын-ҡыҙ кейемдәрен, биҙәүестәрен тергеҙеү, уларға заманса һулыш биреү өҫтөндә лә эшләй. Был тәңгәлдә лә эҙләнә, үҫешеү өсөн яңы юлдар яра.

Күптән түгел РФ-ның Дәүләт Думаһы депутаты, билдәле журналист, телевидение һәм радио алып барыусыһы, Инга Юмашеваның яңы киң ҡоласлы проект эше сәфәре менән Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортона килгәндә Рәйлә эшләгән хәситәне кейеп фотоға төшөүе, уның ошо ҡул эшенә иғтибарҙы тағы ла арттырҙы.
- Төрлө таштар, тәңкәләр менән биҙәлгән хәситәне беҙҙең ауылда электән таҡҡандар. Ул почетлы таҫма кеүек, кешенең дәрәжәһен, абруйын күрһәтә, - тип аңлата беҙҙең ҡыҙыҡһыныуҙы күреп Рәйлә Сабитова.
Уның ҡул эштәре менән мауығыуы бәләкәйҙән килә. Инәһе лә тегенсе булараҡ ауылда иң беренселәрҙән тип әйтерлек әберкәле күлдәк, камзул, жилеттар тегеп ке-йеп йөрөй. Унан күреп ҡыҙы ла инәһе теккән әйберҙәрҙән ҡалған туҡыма киҫәктәренән тәүҙә ҡурсаҡтарға, аҙаҡтан ҙурыраҡ әйберҙәр тегеп ҡарай башлай.
- Инәйем һәр саҡ үҙе тегеп кейә, магазиндан алған хәлдә лә үҙенә ярашлы итеп үҙгәртеп тегеп ала торғайны. Мунсаҡтары өҙөлһә, миңә матурлап теҙеп бирергә ҡуша. Төрләндереп, биҙәктәр уйлап сығарып теҙә торғайным. Иҫке әйберҙән булһынмы, ҡалған туҡымананмы, һәр саҡ сепрәк-сапраҡтан ҡулдан нимәлер эшләп, уйлап таба инек. Иҫке әйберҙе яңыртыусы, хәҙергесә әйткәндә дизайнер кеүек булғанбыҙ инде. Мин инәйем янында ошондай мөхиттә үҫтем. 16 йылдар элек инәйем һаҡал эшләне, мин биҙәп бирҙем. Шуны эшләп ултырғанда Нәсимә Мансурова әбей килеп инде лә: “Мин бәләкәй саҡта хәситә була торғайны”, - тип әйткәне иҫтә ҡалды һәм шуны эшләп ҡарау теләге һәр саҡ уйҙа йөрөнө. Нимә менән ҡыҙыҡһынаһың, Аллаһы Тәғәлә ярҙам итеп тора, юлыңа сығарып ҡуя. Еңгә тейеш кеше совет осоронда туйға тип бер шешәгә тинлек аҡсалар йыйған булған, бер нисә килограмм тәңкә шулай килеп эләкте. Тәңкәләрҙе көмбәҙләп, ҡабартып тормош иптәшем Хәлит эшләп бирә. Тимер тәңкәләр яман күҙҙән, һүҙҙән, энергетиканан һаҡлау функцияһын үтәй. Һаҡал, хәситә лә ҡатын-ҡыҙҙы һаҡлаусы әйбер булып тора. "Бәләкәй Ватан мәҙәниәте. Берҙәм Рәсәй” проекты буйынса Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортона тектерелгән сәхнә күлдәктәре һыҙмаһын үҙем эшләп бирҙем. Башҡорт Ҡарһылыуы менән Ҡыш бабай кейемдәре эскизын да уйлап сығарырға тура килде. Хәҙер Ҡарлуғас ҡыҙым махсус белем алып, Өфө ҡалаһында ювелир булып эшләй, белгес булараҡ унан да өйрәнәм. Эшләгән биҙәүестәремде күпселек көндәлек, һәр ваҡыт тағып сығыу өсөн ҡулланылыуға тәғәйенләп эшләйем. Ҡатын-ҡыҙҙы матурлау оҡшай, үҙ эшемдән ҡәнәғәтлек алам. Бала һаулығына зыян килмәһен өсөн бетеү формаһында муйынсаҡтар эшләргә лә уйлап йөрөйөм, уйҙа идея күп, - ти Рәйлә Хәбир ҡыҙы.
“Бәйләнештә”ге сәхифәһенә “Милли кейем - минең тормошомда осраҡлы һәм ваҡытлы күренеш түгел. Ул - минең яҙмышымдың айырылғыһыҙ өлөшө...Ҡыҙыҡай, еткән ҡыҙ, кәләш, ҡатын, әсәй, инәй ... һәр образда ла милли кейем менән төшкән фотоларым күп. Бында шуларҙың ҡайһы берҙәре генә... “ тигән яҙмаларын ҡуйған ул. Ысынлап та, ниндәй һоҡланғыс кейемдәр, биҙәүестәр!
Әлбиттә, ҡарап торғанда еңел генә һымаҡ булһа ла, бында ла өйрәнергә, үҙеңде үҫтерергә, кешенең зауығын, теләген дә иҫтән сығармаҫҡа кәрәк. Ниндәйҙер сәхнә күлдәге өлгөһөн һыҙыр өсөн дә, төрлө яҡлап уйланырға, күңелде арбарлыҡ булһын тиһәң, шул эшкә бөтә көсөңдө һалырға тура килә. Рәйлә Сабитова был тәңгәлдә әҙер белгес кимәленә еткән тиһәң дә була, үҫешә, алға ҡарап атлай. Уға киләсәктә лә ижади уңыштар, хыял-маҡсаттарын тормошҡа ашырып, үҙ эшенән башҡаларҙы ла ҡыуандырып йәшәүен теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас в