-24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Сентябрь 2020, 12:45

Тыуған яғым гүзәллеген мәңге күреп туймамын

Былтыр декабрҙә “Изгелек шишмәһе” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге автономлы коммерциялы булмаған ойошмаһы Президент гранттары фонды ярҙамында “Бергә атлау күңелле” социаль проектын тормошҡа ашыра башланы.Оло кешеләрҙең ялын файҙалы һәм күңелле итеп ойоштороу, тыуған яғыбыҙҙың күренекле шәхестәре, иҫтәлекле урындары, тәбиғәт ҡомартҡылары менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған проектты район халҡы ҙур теләк менән күтәреп алды.

Һәр сәйәхәт билдәле бер темаға арналып, бөтәһе 9 йүнәлештә уҙа. “Блюхер эҙҙәре буйлап”, “Бәләкәй ауылдың оло тарихы” (Табын ауылына), “Хәтерләйбеҙ, ғорурланабыҙ” (Еҙем-Ҡаран, Бурлы), “Сәйетбаба башҡорт мәҙәни-тарихи үҙәге” (Сәйетбаба, Ҡаранйылға), “Геройҙар ерендә” (Яңғыҙҡайын, Үтәк) проекттары тарихи урындар, музей, һәйкәлдәр менән таныштырһа, “Киндерле мәмерйәһе” (Таш-Аҫты), “Тыуған яҡ хозурлығы” (Толпар), “Хайуандар донъяһында” (“Күркәм дөйәғоштар” фермаһы, Аҡкүл) өлкәндәргә экзотик хайуандар, ҡоштарҙы күрергә, тәбиғәттә ял итергә мөмкинлек бирҙе. Проекттың һуңғы йүнәлеше -“Красноусолдың шифалы шишмәләре”нә сәйәхәт октябрь айына планлаштырылған.
- Пандемия осоронда экскурсиялар туҡталып торһа ла, бер нисә ай эсендә сәйәхәттәрҙә 200 кеше ҡатнашты. Ҡасандыр төпкөл ауылдарҙың береһе булып, тәбиғәттең иң хозур урынында урынлашҡан Толпар ауылына барырға теләүселәр бик күп булды, унда беҙ 3 тапҡыр барҙыҡ, - ти “Изгелек шишмәһе” үҙәге етәксеһе Р.Ф.Рахманғолова.
Ҡотлоғужа, Ерек, Бурлы, Красноусолдан йыйылған сәйәхәтселәр менән бергә беҙ ҙә Толпар ауылына юлландыҡ. Автобус урынынан ҡуҙғалыу менән экскурсовод, Үҙәк хеҙмәткәре Евгения Хлескина сәйәхәтселәрҙе Красноусол ауылы, элекке быяла заводы, лес-промхоз, шифалы шишмәләр тарихы менән таныштыра башланы. Ташлы, Мәндем ауылдары тарихы, был ауылдарҙа йәшәүсе халыҡтың көнитмеше, шөғөлө менән дә ҡыҙыҡһынды сәйәхәтселәр. Бурлы ауылынан килгән Ғабдулла ағай Абдрахмановтың һорауҙары айырыуса күп булды. Байтаҡ йылдар леспромхозда эшләгән фотохәбәрсебеҙ Наил Латипов та Евгения һөйләгәндәрҙе тулыландырып, үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Мәндемде үтеп, ҡалын урман араһынан таҫмалай уралып ятҡан Толпар юлына сыҡҡас инде, һәр кем тәбиғәттең хозурлығына, ҡая ярып үҫеп ултырған ағастарға таң ҡалды. “Башҡалар әллә ҡайҙан килеп еткәндә Ғафуриҙа йәшәп тә ошо матурлыҡты, хозурлыҡты әлегәсә бер тапҡыр ҙа килеп күрмәсәле!” - тип бер булды был тарафҡа беренсе тапҡыр юлланыусы ҡотлоғужалар менән еректәр. Толпарҙың тарихы, ҡалын урман, таш-ҡаялар араһынан нисек итеп юл төҙөүҙәре, электр линияһы үткәрелеүе, Мәмбәт ҡаяһы, Ҡуйлытамаҡ тураһында бирелеп тыңлап, юл оҙонлоғо ла һиҙелмәне.
Бына Толпар ауылы ла күренде. Сәйәхәтселәр йорттарҙың ҙурлығына, төҙөклөгөнә лә хайран ҡалды.
Автобус ауыл араһынан барып Еҙем йылғаһын йәнә кисеп сығып бер аҙ юлын дауам итте лә, иҫ китмәле матур урында туҡтаны. Ҡәҙерле ҡунаҡтар өсөн әҙерләнгән туҡталҡа булып сыҡты был урын. Бейек шыршы-ҡарағайлыҡ уртаһында ҡурсаҡтыҡылай ҡупшы йорт, ихатала өҫтәл-эскәмйәләр. Еҙемдең икенсе ярында бейек ҡая. Усаҡ тирәләй Үҙәк хеҙмәткәрҙәре беҙ - ҡунаҡтар өсөн аш-һыу әҙерләү менән мәшғүл... Ә һауаһы һулап туймаҫлыҡ...
Йәйәүләп Еҙем буйлап түбән төшөп, матурлыҡты байҡап, фотоға төшөп кире әйләнеп килеүебеҙгә усаҡта әҙерләнгән балыҡ һурпаһы, хуш еҫле сәй өҫтәлдә ине инде.Тамаҡ ялғап алғас кемдер йылға буйына төшөп, ус төбөндәгеләй күренеп ятҡан һыуҙағы балыҡтарҙы күҙәтте, икенселәр ҡарағайлыҡ араһында үҫкән үләндәр, бәшмәктәр менән танышты. Һәм бына ҡайтыр юлға сығырға ла ваҡыт етте. Тик бер кемдең дә был матурлыҡтан тиҙ генә айырылғыһы килмәне, кире боролоп күпергә еткәс тә автобусты туҡтатып йәнә фотоға төштөләр.
Оло йәштәгеләр өсөн ошондай сәйәхәттәр ойоштороп, иҫтәлекле урындар, хозур тәбиғәт менән танышыу, үҙ-ара аралашыу мөмкинлеге биргәндәре өсөн “Изгелек шишмәһе” үҙәге хеҙмәткәрҙәренә бик рәхмәтле булды сәйәхәтселәр.
М.Мәмәтҡолова.
Читайте нас в