-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Сентябрь 2020, 14:00

Балҡышлы хеҙмәт юлы

Тәрбиәсе – ябай һөнәр түгел, ул – бала күңеленең белгесе, тиҙәр. “Әкиәт” балалар баҡсаһында хәҙер инде өс тиҫтәнән ашыу йылдар тәрбиәсе булып эшләүсе Луиза Мөхәмәҙей ҡыҙы Мәүлетҡолова хаҡында һүҙ йөрөткәндә, ул үҙ эшенең оҫтаһы, тоғро хеҙмәткәре тип ғорурланып әйтергә була.

Тынғыһыҙ эш-мәшәҡәттәр менән тулы ғүмер ағышы үткәндәр тураһында уйланып ултырырға ла ваҡыт ҡалдырмай. Бөгөн Луиза Мөхәмәҙей ҡыҙы үҙенең эш башлаған саҡтарын, йәшлек йылдарын, ғүмер юлдарын иҫкә төшөрөп, таң менән тороп ултырҙы. “Балалар төшкә керә башланы, ҡасан ремонт бөтөр ҙә, коронавирус пандемияһы кире сигенер”, - тип тә өҫтәп ҡуйҙы. Аттестация үтергә ҡағыҙҙарҙы сығарып алырға кәрәклеген уйлап, яҡын әхирәте, шулай уҡ ғүмере буйы балалар менән эшләүсе Рәмилә Сиражетдиноваға юлланды...
Алсаҡ, мөләйем, яғымлы Луиза Мәүлетҡолованы яҡындан белмәгән, тәү күргән кеше уны үҙен тотошона, бай, яғымлы тел менән матур, асыҡ итеп һөйләшеүенә ҡарап һис шикһеҙ артист тип уйлауы бар. Бындай һәләт уға тәбиғәттән бирелгәндер, күрәһең. Балаларға шиғыр, әкиәт һөйләгәндә, йәиһә берәй күренеште һүрәтләгәндә, кескәйҙәр өсөн бар донъяһын онотоп, ауыҙ асып тыңлап, шул донъяға сума. Уның балаларға әсәләрсә хәстәрлекле, һөйөү тулы күҙҙәр менән бағыуы барыһын да үҙенә төбәлдерә.
Луиза Мәүлетҡолова Сәйетбаба ауылында Ләлә менән Мөхәмәҙей Вәлиевтарҙың күркәм, тәртипле ғаиләһендә тыуып үҫкән. Тыуған ауылында 10-сы класты тамамлағас, үҙ мәктәбендә, һуңынан Игенйылғала башланғыс кластар уҡытыусыһы булып та эшләп ала. Балалар алдында һынау үтеп, уларһыҙ башҡа эште күҙ алдына ла килтермәгән ҡыҙ белем алыу маҡсаты менән Мәсәғүт педагогия училищеһына юллана. Диплом алған ҡыҙға үҙе лә Күмертауҙа физкультура уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштереп, күҙ ҙә алмай көтөп торған класташы, бер нисә өй аша ғына йәшәгән Әлфрит бергәләп тормош юлын үтергә тәҡдим яһай. Йәштәр өйләнешеп, Ташлы ауылында эш башлайҙар. Луиза Мөхәмәҙей ҡыҙына музыка уҡытыусыһы эшен тапшыралар. Бер аҙ бында хеҙмәт юлы үткәс, Красноусолға күсенәләр. Яңы асыласаҡ “Әкиәт” балалар баҡсаһында ярты йыл төҙөлөштә ярҙамлашып, тәрбиәселәрҙән иң беренселәрҙән булып эшкә урынлашып, ҡолас ташлап, яратҡан эшенә тотона. Беренсе сығарылыш төркөмө бөгөнгөләй күҙ алдында уның. Хәҙер улар ҙа һәр береһе һөнәр алып, төрлө йүнәлештә эшләп йөрөйҙәр.
- Мәктәптә уҡығанда әҙәбиәт уҡытыусыбыҙ Нәфисә Камал ҡыҙы Сәғәҙиева үткәргән түңәрәккә йөрөй торғайным. Шиғырҙар яҙып, матур һөйләргә өйрәндек. Рәйсә апай Йәноҙаҡованың яратҡан уҡыусыһы булдым. “Әкиәт” балалар баҡсаһында 1991 йылда башҡорт төркөмө асылғас, сценарийҙар яҙыу менән мәшғүл булып киттем. Бейергә яраттым, тәрбиәселәр менән йыш спектаклдәр ҙә ҡуйырға тура килә. Кескәйҙәр өсөн тамашалар әҙерләгәндә, уларҙың йәшен, ҡыҙыҡһыныуҙарын да күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк. Маҡсатым – балалар үҙ телдәрен белеп үҫһендәр, - ти Луиза Мөхәмәҙей ҡыҙы.
Ғаиләһендә лә уңған, өлгөлө, сабыр кеше ул. Тормош иптәше менән бергә ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәүҙәренә 33 йыл булған. Ошо йылдар эсендә тормош иптәше менән өс балаға ғүмер бүләк итеп, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтырғандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оло ҡыҙҙары Лиана фажиғәле вафат булып, уларға йөрәк өҙгөс ауыр ҡайғылар ҙа кисерергә тура килә. Был саҡта ҡалған балалары хаҡына, эштә кәрәкле хеҙмәткәр булараҡ үҙендә йәшәүгә көс табып, сабырлыҡ менән алға ынтыла әсә. Алина ҡыҙҙары бөгөнгө көндә кейәүҙәре Илнур менән Өфө ҡалаһында йәшәй. ГИБДД-ла инспектор булып эшләп, әле бәләкәс 9 айлыҡ Самира менән ялда, Тамерлан быйыл 1-се класҡа лицейға уҡырға барған. Илнур улдары Сызрань ҡалаһындағы хәрби училищеның 5-се курсында уҡып йөрөй. Әсә кеше һәр саҡ уларҙың хәлдәрен белеп, ҡайтыуҙарын дүрт күҙ менән көтөп тора.
Башҡорт төркөмөндә балалар милли рухлы, үҙ телен, йолаларын белеп үҫһен өсөн бар тырышлығын, көсөн йәлләмәй хеҙмәт итеүсе Луиза Мөхәмәҙей ҡыҙына бишлеләр ҡуйып, киләсәктә арымай-талмай эшләргә яҙһын тип теләп ҡалабыҙ. Көҙҙәрегеҙ йыл да сағыу, емешле, уңышлы булһын.
Читайте нас в