-15 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Октябрь 2020, 10:55

Бәхетле көндәр һеҙгә, ветерандар!

Хөрмәтле һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, оло йәштәге район халҡы!

Хөрмәтле һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, оло йәштәге район халҡы!
Ысын күңелдән һеҙҙе Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө менән ҡотлайым.
Һеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ, түҙемлелегегеҙ һәм батырлығығыҙ бөгөнгө көнөбөҙҙөң ныҡлы нигеҙен тәшкил итә. Һеҙ быуындар бәйләнешен өҙмәй йәштәргә үҙегеҙҙең бай тормош тәжрибәһен, белемегеҙҙе тапшыра киләһегеҙ. Был бигерәк тә бөгөн – йәштәр инициативаһы менән бер рәттән өлкәндәрҙең аҡыллы кәңәштәре кәрәк ваҡытта мөһим.
Һеҙ – рухи ҡиммәттәрҙе һәм күп йыллыҡ традицияларҙы ҡәҙерләп һаҡлаусы ла, балаларығыҙға һәм ейәндәрегеҙгә ныҡлы терәк һәм ярҙамсы ла, райондың йәмәғәт тормошонда һәм мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы ла.
Оло йәштәгеләр үҙҙәрен яңғыҙ тоймаһын, һәр ваҡыт иғтибар һәм ихтирам үҙәгендә булһын өсөн беҙ бөгөн барыһын да эшләргә бурыслыбыҙ.
Был байрам көнөндә районыбыҙ мәнфәғәтенә баһалап бөткөһөҙ хеҙмәтегеҙ, изгелекле күңелегеҙ, һуғыш йылдарындағы һәм тыныс ваҡыттағы ҡаһарманлыҡтарығыҙ өсөн оло рәхмәт һүҙҙәре ҡабул итегеҙ.
Хаҡлы ялдағыларҙы һәм оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан әле лә хеҙмәт юлын дауам итеүселәрҙең барыһын да ҡотлайым, ҡаҡшамаҫ сәләмәтлек, рух ныҡлығы, яҡындарығыҙҙың һөйөүенә, хәстәрлегенә сорналып оҙон ғүмер кисереүегеҙҙе теләйем.
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.

***

Хөрмәтле һаулыҡ һаҡлау ветерандары!
Оҙаҡ йылдар һуҙымында ғафуриҙар һаулығы һағында намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Һеҙ ғүмерегеҙҙе ауыр, тынғыһыҙ, яуаплы, шул уҡ ваҡытта кешеләр өсөн бик тә кәрәкле һөнәргә бағышланығыҙ. Хеҙмәтегеҙ һәр саҡ хөрмәтле, маҡтаулы булды. Оҙаҡ йылдар кешеләр һаулығы өсөн һалған хеҙмәтегеҙ үҙегеҙгә рәхмәт, изгелектәр булып ҡайтһын.
Оҙайлы хеҙмәт юлында
Намыҫығыҙ йөрөнө алдан.
Халыҡ алдында йөҙөгөҙ аҡ,
Һеҙгә хөрмәт, һеҙгә дан.
Тырыш хеҙмәтегеҙ емештәрен
Һөйөнөстәр менән татығыҙ.
Бөгөнгөләй көләс йөҙлө булып,
Һәр ваҡытта шулай балҡығыҙ.
Яҡындарығыҙ, балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ изгелек-шатлыҡтарында, дуҫтарығыҙ хөрмәтендә һаулыҡлы, бәхетле ғүмер кисерегеҙ. Пандемияға бәйле сикләүҙәр бөтөү менән ветерандар менән осрашыу мотлаҡ буласаҡ.
Красноусол үҙәк район дауаханаһы хакимиәте һәм
ветерандар советы.

***

Хөрмәтле ветерандар!
Оло йәштәгеләр көнө менән ихлас йөрәктән ҡотлайбыҙ.
Ветерандар байрамын булдырыу - бөтә ғүмерен Ватанына хеҙмәт итеүгә арнаған һәр кемдең фиҙаҡәр хеҙмәтен таныу, уларҙы хөрмәтләү һәм рәхмәт әйтеү ул. Бөгөн дә сафта булып, эске эштәр органдары эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашаһығыҙ, енәйәттәрҙе иҫкәртеүгә һәм булдырмауға үҙ өлөшөгөҙҙө индерәһегеҙ.
Хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендәге йәш хеҙмәткәрҙәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү буйынса әүҙем эшегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.
Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек, изге эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Байрам менән, хөрмәтле ветерандар!
Рәсәй эске эштәр министрлығының Ғафури районы бүлеге етәкселеге, личный
составы һәм
ветерандар советы.
Читайте нас в