-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Октябрь 2020, 12:55

“Таҡмаҡ батл”да – икенсе!

Республикала иғлан ителгән Башҡорт теле йылы сиктәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы быйыл бик күп саралар, конкурстар уҙғарҙы. Пандемия шарттарында уларҙың күпселеге онлайн форматта үтте.

Ошондай конкурстарҙың береһе “Таҡмаҡ батл” июль айында башланып, күптән түгел уның еңеүселәре билдәләнде. Бәйге республика Мәғариф һәм фән министрлығының Милли белем биреү идаралығы менән берлектә ойошторолоп, йәш ижадсыларҙың “Йәйләүҙә” дистанциялы конкурсы сиктәрендә уҙҙы. Бәйгелә Юлыҡ мәктәбенең хәҙер инде 8-се класс уҡыусылары ҡатнашырға йөрьәт иткән. Класс етәксеһе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альмира Яҡшыбаева 4 егетте ошо бәйгелә ҡатнашырға дәртләндереп, үҙҙәре таҡмаҡ сығарып, видео төшөрөп, конкурсҡа ебәргәндәр. Альмира Әхмәт ҡыҙы әйтеүенсә, был уларҙың тәүге сығышы түгел. Бына инде бер нисә йыл ошо төркөм менән төрлө сараларҙа ҡатнаша улар. Башлап районыбыҙҙың күренекле шәхесе, шағир-импровизатор, сәсән Сәйфулла Сәғитовтың Хәтер кисәһендә, һуңынан яҙыусы Гөлнур Яҡупованың 70 йәшлек юбилей сараһында сығыш яһағандар. Һәр сығышҡа улар айырым таҡмаҡтар яҙа. Уҙған уҡыу йылында Кесе фәндәр академияһы сиктәрендә “Фәнгә тәүге аҙымдар” фәнни-тикшеренеү эштәре конкурсында 20-ләгән эш араһында “Класыбыҙ тормошонда - таҡмаҡтар” проекты менән 2-се урынға лайыҡ булғандар. “Таҡмаҡ батл”да уҡыусылар араһында республикала икенсе урын алып, ҙур ҡыуаныс кисергәндәр. Уҡыусыларға Диплом менән бергә “Этно-маркет” магазинына сертификат та бирелгән. Башҡорт теленә, халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләүсе үҙе лә сәнғәткә ғашиҡ уҡытыусы Альмира Әхмәт ҡыҙы һәм уның һәләтле уҡыусыларына яңы ижади бейеклектәр яулауҙарын теләргә генә ҡала.
Читайте нас в