-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Октябрь 2020, 11:00

Хөрмәтле мәғариф тармағы хеҙмәткәрҙәре!

Үҙемдең, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары исеменән Һеҙҙе Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайым!

Уҡытыусы – белем тапшырыусы ғына түгел, йәш быуынды формалаштырыусы, балаларҙа эргә-тирә менән үҙ-ара мөнәсәбәт, әхлаҡ принциптары, илһөйәрлек тойғоһо, йолаларға хөрмәт тәрбиәләүсе үҙенсәлекле һөнәр, дөрөҫөрәге – булмыш. Һәйбәт, яуаплы педагог балаларҙы тәрбиәләүҙә ата-әсәнән кәм ҡатнашмай, йыш ҡына күберәк тә көс һала.
Педагогтарға, мәғариф өлкәһе ветерандарына ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, рәхмәтле уҡыусылар теләйем. Ғафури районының барлыҡ халҡына өндәшәм. Уҡытыусыларығыҙҙы онотмағыҙ. Уларға хәстәрлек, иғтибар күрһәтергә тырышығыҙ.
Рөстәм ИШМӨХӘМӘТОВ,
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт
Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары.
Читайте нас в