-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Октябрь 2020, 15:45

Көтөп алынған ҡунаҡ

Уҡытыусы – донъялағы иң яуаплы, иң изге, иң мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе. Һәр төрлө һөнәр эйәләренә уҡытыусылар белем бирә. Беҙҙең Юлыҡ мәктәбен тамамлаусылар араһында ла тап ошо маҡтаулы педагог һөнәрен һайлап, илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә лайыҡлы эшләүселәр һәм алғы сафта барыусылар бихисап. Улар мәктәбебеҙҙең даны һәм ғорурлығы булып торалар. Беҙ хаҡлы рәүештә сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм улар менән бәйләнеште өҙмәйбеҙ.

Шундайҙарҙың береһе – “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы”, “Уҡытыусы-эҙләнеүсе”, башланғыс класс уҡыусылары өсөн “Әсә теле” дәреслеге, “Башҡорт һәм рус теле дәрестәрен параллель уҡытыу”, “Балаларҙың ижади һәләтен үҫтереү” программалары авторы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһы мәғариф өлкәһенең маҡтаулы хеҙмәткәре - Красноусол башҡорт гимназия-интернатының башланғыс клас-тар уҡытыусыһы Гөлшат Акрам ҡыҙы Вәлиева.
Гөлшат Акрам ҡыҙы матур йолаға ярашлы, китаптар сығарыуҙан килгән гонорарын Юлыҡ мәктәбе уҡыусыларына премия итеп тапшыра. Ул шулай уҡ бер нисә йыл рәттән мәктәп уҡыусыларына башҡортса балалар матбуғат баҫмаларына подписка ла бүләк итә.
-Үҙенең тыуған ауылы Һабай башланғыс мәктәбенә лә йыл һайын балаларға гәзит-журналдар яҙҙырып, уҡыусыларҙы һөйөндөрә, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеп, байрамдарға бүләк-күстәнәстәре менән килеп, һәр ваҡыт көтөп алынған ҡунаҡ булды, - тип хәтирәләре менән уртаҡлаша ул ваҡыттағы башланғыс клас-тар уҡытыусыһы, хәҙер Юлыҡ мәктәбе директоры Эльвера Тимерйән ҡыҙы Ғафарова.
Гөлшат Вәлиеваның быйылғы премияларына Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған шиғыр һөйләүселәр конкурсы еңеүсеһе, “Аманат” журналының М.Кәримгә арналған шиғырҙар конкурсы лауреаты, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиаданың муниципаль этап призеры, 6-сы класс уҡыусыһы Гөлнәзирә Юлмөхәмәтова, “Һәләтле балалар” конкурстары, фәнни-ғәмәли конференциялар еңеүсеһе, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашыусы 8-се класс уҡыусыһы Алһыу Урманшина, өй шарттарында уҡыуына ҡарамаҫтан, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашыусы, фәнни-ғәмәли конференциялар еңеүсеһе, ижади ҡарашлы 9-сы класс уҡыусыһы Батыр Масков лайыҡ булды.
Гөлшат Акрам ҡыҙына рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм Уҡытыусылар көнө менән тәбрикләп, ижади уңыштар теләйбеҙ!
Юлыҡ мәктәбе коллективы.
Читайте нас в