-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Октябрь 2020, 11:00

Һөҙөмтәле эшмәкәрлек юлдаш булһын, хөрмәтле педагогтар!

Хөрмәтле уҡытыусылар, мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, педагогик хеҙмәт ветерандары!

Һеҙҙе Халыҡ-ара Уҡытыусылар көнө уңайынан ысын күңелдән ҡотлайым. Уҡытыусы - йәмғиәтебеҙҙә иң абруйлы, маҡтаулы, шул уҡ ваҡытта яуаплы һөнәр ул. Һеҙ балаларға белем-тәрбиә бирәһегеҙ, уларҙа иң яҡшы сифаттарҙы тәрбиәләйһегеҙ, хеҙмәткә, фекерләргә өйрәтәһегеҙ, ижадҡа ылыҡтыраһығыҙ. Был байрам көнөндә оло рәхмәт һүҙҙәрен ғүмерҙәрен балаларға белем биреүгә арнаған, һөнәрҙәренә тоғролоғо менән йәштәргә өлгө булып торған педагогик хеҙмәт ветерандарына юллайым.
Ҡәҙерле уҡытыусылар, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ, изге күңелегеҙ, һөнәри оҫталығығыҙ, балаларға булған сикһеҙ һөйөүегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!
Уҡыусыларығыҙ уңыштары менән һөйөндөрөп торһон, эшегеҙҙә уңыштар, ижад ҡомары, һөҙөмтәле эшмәкәрлек юлдаш булһын. Ғаиләгеҙҙә бәхет-именлек, үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ теләйем.
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас в