-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Октябрь 2020, 12:50

Оҫталыҡ һөнәргә тоғролоҡтан килә

Балаларға белем-тәрбиә биреү юлын һайлаған кеше үҙен тулыһынса һөнәренә бағышларға бурыслы, юғиһә уҡыусыларында белем алыуға һөйөү уятыуы икеле.

Ә ниндәй ул бөгөнгө уҡытыусы? Уның төплө һөнәри белемле, киң эрудициялы, түҙемле, итәғәтле, эшһөйәр, яҡшы психолог, талант эйәһе, фантазияға бай ҙа булыуы мөһим. Әлбиттә, бөгөнгө уҡытыусы юғары интеллектлы, заман технологияларын яҡшы белгән булырға тейеш. Был сифаттарҙың барыһы ла Бурлы урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлфирә Ишкинала тупланған.
Гөлфирә Фәрғәт ҡыҙы 1980 йылда Үзбәк ауылының абруйлы ғаиләһе Миңзилә һәм Фәрғәт Ғәлиндарҙың өсөнсө балаһы булып донъяға килә. Егәрле, отҡор, алсаҡ ҡыҙ мәктәпте тамамлағандан һуң, Салауат педагогия колледжына уҡырға инә. 2000 йылда уҡытыусы һөнәрен үҙләштереп, Ташбүкән ауылында эш башлай. Шул уҡ йылда Стәрлетамаҡ педагогия академияһында ситтән тороп уҡый башлай. Һуңғараҡ уны яҙмыш елдәре Байымбәт ауылына алып килә.
Бына инде 20 йылдан артыҡ ғүмерен донъялағы иң изге эшкә - балалар уҡытыуға бағышлай Гөлфирә Фәрғәт ҡыҙы. Коллегам, улымдың класс етәксеһе, әхирәт булараҡ та мин уға һоҡланып бөтә алмайым. Бар ергә өлгөр, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Баһадирҙай өс улына яғымлы әсәй, тормош иптәшенә һөйөклө ҡатын, әүҙем йәмәғәтсе лә. Бер нисә йыл рәттән ауыл Советы депутаты булды, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы булып тора, ауыл мәҙәниәт йортонда уҙғарылған сараларҙан да ситтә ҡалмай. Район конкурстарында ла үҙен һынатмай.
- Бәләкәй саҡта туғандарым менән уҡытыусы булып уйнай торған инек. Мәктәптә уҡығанда беренсе уҡытыусым Йомабикә Сәйетбаба ҡыҙы Бәшәрованың дәрестәрен ныҡ яраттым, уға оҡшап уҡытыусы булғым килде. Атайыма оҡшап шиғыр яҙҙым, бейеү, театр түңәрәктәренә йөрөй торғайным, - ти Гөлфирә Фәрғәт ҡыҙы.
Әлбиттә, заманына күрә уҡытыусыларға яңынан-яңы технологиялар үҙләштереп, белемдәрен камиллаштырып торорға кәрәк. Хәҙерге уҡыусыларҙың күңелен нисек яулай икән геройым?
- Эйе, заман башҡа - заң башҡа тигәндәй, хәҙер уҡытыусының эшен, дәресен компьютер, Интернетһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Заманса технологияларҙы ҡулланып, дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп уҙғарабыҙ. Башланғыс класс балалары менән эшләү, уларҙың һөйөүен яулау ауыр түгел. Улар менән яҡшы мөғәләмәлә булырға, аңларға тырышырға кәрәк. Кескәйҙәр эс серҙәре менән уртаҡлашһа уларҙы ихлас тыңлап, кәңәш биреү уҡыусылар менән араларҙы яҡынайта. Һөнәремде башҡа бер һөнәргә лә алыштырмаҫ инем. Сөнки яратҡан эшеңә килеү, уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныусан, эскерһеҙ күҙҙәренә ҡарап дәрес аңлатыу, улар менән аралашыу - минең өсөн оло бәхет ул, - ти Гөлфирә Ишкина.
Хөрмәтле Гөлфирә Фәрғәт ҡыҙы! Һеҙ уҡытыусы ғына түгел, балаларҙы тәрбиәләүсе, уларҙы яҡшы тормошҡа әйҙәүсе, бәләкәй генә кешеләрҙән ҙур шәхес тыуҙырыусы. Бурлы урта мәктәбенең 4-се класс уҡыусыларының барлыҡ ата-әсәләре исеменән Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ - Уҡытыусылар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ. Алдағы тормошоғоҙ үҙегеҙ кеүек ҡояштай яҡты, нурлы булһын, артабан да яратҡан һөнәрегеҙгә тоғро булып, иҫән-һау эшләргә яҙһын.
Әлфиә СӘЛИМЙӘНОВА.
Бурлы ауылы.
Читайте нас в