-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Октябрь 2020, 15:25

Маҡтаулы уҡытыусы

5 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Уҡытыусылар көнө айҡанлы республика педагогтарына дәүләт наградалары тапшырҙы.

Бүләкләнеүселәр араһында Красноусолдағы 2-се урта мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Таңсулпан Миңлебай ҡыҙы Шәрипова ла бар. Ул Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
“Награданың тап Башҡорт теле йылында, һөнәри байрамыбыҙ көнөндә тапшырылыуы минең өсөн икеләтә шатлыҡ булды,” - ти 33 йыл ғүмерен балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләүгә бағышлаған маҡтаулы уҡытыусы.
Яҡташыбыҙҙы юғары исем алыуы менән ҡотлайбыҙ, яуаплы ла, изге лә эшендә уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас в