-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Октябрь 2020, 12:30

Театрҙар миҙгелен аса

Тормош көткәндә матди байлыҡ ни тиклем кәрәк булһа, күңел күтәрерлек, йөрәк ҡылдарын тирбәтерлек күркәм мәҙәни саралар ҙа бик кәрәк. Райондағы халыҡ театрҙарының матур-матур спектаклдәр әҙерләп, ауылдаштарын ғына түгел, тирә-яҡ ауылдар тамашасыларына ла рухи аҙыҡ бүләк итеүе тәрбиәүи яҡтан да мөһим эш бит ул.

Быйыл театр миҙгелен асыу республикала үткән "Театр төнө" акцияһы менән берлектә үтте. Тамашасыларға шатлыҡ өләшкән, матур ял бүләк иткән театрҙарыбыҙ Яңғыҙҡайында, Бурлы, Еҙем-Ҡаран, Сәйетбабала һәм Красноусолда йәшәй һәм йәшәрә әле. Йылдың-йылы коллективҡа йәштәр килә. Театрҙарыбыҙ тәрән мәғәнәле, бөтәбеҙгә яҡын темаларҙы яҡтыртҡан сәхнә әҫәрҙәрен һайлап ала белеүе менән дә ота. Театр - ул зауыҡлыларҙың, фекерҙәштәрҙең байрамса осрашыу майҙаны, күңел бөтәйеп, рухың байып ҡайтыр урын. Яңғыҙҡайын ауылының "Мираҫ" халыҡ театры театрға арналған сараға ҡушылып, тамашасыларын алда торған пландар менән таныштырып, театрҙың әүҙем һәүәҫкәрҙәре Винера Мостафина, Рәмилә Фәйезова, Раушания Тимербулатованы тыуған көндәре менән ҡотлап, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Һуңынан Рәмзиә Файзуллованың "Табылдыҡ" спектакленән өҙөк күрһәттеләр.
Бурлыла эшләгән А.Ғөзәйеров исемендәге театрҙың оҫталығы, тәжрибәһе һиҙелер-лек үҫте. Оҙаҡ йылдар театрға тоғро ҡалған һәүәҫкәр артистар байтаҡ. Төрлө йылда ҡуйған спектаклдәренән өҙөктәр күрһәтеп, яңы театр миҙгелен күтәренке дәрт менән асып ебәрҙеләр. С.Абдуллиндың үҙҙәре сәхнәләштергән "Ҡоҙалар–ҡоҙасалар" спектаклен ҙур экранда ҡарау күңелдәренә тағы ла дәрт өҫтәгәндер, моғайын.
Сәйетбаба "Аҡбейек" халыҡ театры Театр асыу сараһын М.Ғафуриҙың "Һарыҡты кем ашаған" әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән тамаша менән асты, һуңынан китапханасы Илһөйәр Мортазина театр темаһына арналған викторина үткәрҙе. Халыҡ театрының яңы миҙгелгә пландары менән танышып, бик йылы сараны концерт номерҙары менән тамамланылар.
Еҙем-Ҡарандың "Ҡаран-шишмә" халыҡ театры миҙгел асыуға бөтә һәүәҫкәр артистарын самауыр янына йыйып, ҙур экрандан үҙҙәре әҙерләгән М.Кәримдең "Ай тотолған төндә" спектаклен тамаша ҡылғандар. Сарала ауыл хакимиәте башлығы Минира Сәғит ҡыҙы Шәйәхмәтова ла булған, халыҡ театрының эшен маҡтап, бөтә мәҙәни сараларҙа ҡатнашыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алған. Театрға Рәхмәт хаты ла тапшырып киткән. Һуңынан күптән ҡуйылған спектаклдәрҙән өҙөктәр ҡарағандар.
Халыҡ театрҙарына ижади үҫештәр, яңы асыштар юлдаш булһын.
Зәйтүнә ЗӘЙНЕШЕВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Читайте нас в