-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Октябрь 2020, 14:20

“Ғафури-ТВ” күрһәтә

Күптән түгел районыбыҙ тарихында тәүгеһенән “Ғафури-ТВ” телестудияһы үҙ эшен башланы. Ул “Башҡортостан” ДУП-ы ТРК-һы “Сәләм” телеканалының муниципаль һәм урындағы телестудиялар телевизион берекмәләренең яңы партнеры булып тора.

Телевидение Артур Ғафаров етәкселегендә Фәрхәд Ғүмәров (оператор), Алһыу Ғафарова (монтажлаусы), Рөстәм Хәлимов (хәбәрсе), Гөлназ Мирхәйҙәрованы (диктор) берләштерә.
Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов “Сәләм” телевизион каналы директоры Рәмис Дәүләтбаев һәм баш режиссер Азамат Хужахмәтов менән эш осрашыуы уҙғарҙы. Унда район тарихында тәүге муниципаль телестудия асыу буйынса ойоштороу мәсьәләләре уртаға һалып тикшерелде. Фәнзил Фәйез улы билдәләүенсә: “Ғафури районы өсөн был ысынлап та, айырыуса иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға. “Сәләм” телеканалы ярҙамында беҙ республика телевидение эфирына сығыуҙың уникаль мөмкинлегенә эйә буласаҡбыҙ. Бынан тыш, “Сәләм” телеканалы үҙ составына ингән республиканың урындағы һәм муниципаль телестудиялары коллективтары менән бер рәттән беҙҙең телестудия хеҙмәткәрҙәренә лә хеҙмәттәшлек һәм ярҙам күрһәтәсәк. Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, үҙебеҙҙең “Ғафури-ТВ” муниципаль телестудиябыҙға һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙасаҡбыҙ. Шуныһы һөйөнөслө, хәҙер Ғафури районында ниндәй яҡшы кешеләр, татыу ғаиләләр, хеҙмәт кешеләре, һәләттәр, оҫталар йәшәүе, һуңғы йылдарҙа нимәләр эшләнеүе һәм беҙҙе алда ниндәй яңы эштәр көтөүе хаҡында һөйләү һәм уларҙы күрһәтеү өсөн үҙебеҙҙең ҡеүәтле мәғлүмәт майҙансығыбыҙ барлыҡҡа килде. Күптән түгел ауыл клубы грант алды, Еҙем йылғаһы буйында “Башҡортостан йөрәге” халыҡ кәсептәре оҫтаханаһы асылды, юлдарҙы ремонтлау, етештереү һәм социаль объекттар төҙөлөшө, эшҡыуарҙарға ярҙам – алда осһоҙ-ҡырыйһыҙ эштәр көтә. Быларҙың барыһын да “Ғафури-ТВ” экрандарында күрәсәкбеҙ. Һәм беҙ генә түгел, бәлки, потенциаль инвесторҙар ҙа беҙҙең ҡаҙаныштарыбыҙға һоҡланып, районыбыҙҙың артабанғы үҫешенә, унда йәшәүселәрҙең тормош кимәлен күтәреүгә үҙ инвестицияларын һалырға теләк белдерер. Быға беҙ өмөтләнәбеҙ генә, әммә шулай ҙа ышанабыҙ, сөнки хәҙер үҙебеҙҙең муниципаль телестудиябыҙ һәм “Башҡортостан” ДУП-ы ТРК-һы яғынан етди ижади ярҙам бар”.
5 октябрҙә, ниһайәт, “Ғафури-ТВ” муниципаль телестудияһы “Сәләм” телеканалында тәүге тапҡыр эфирға сығып, үҙ эшен башланы. Унда районыбыҙҙың “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушылыуы, Красноусолдағы 1-се урта мәктәптә “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәге асылыуы, “Әкиәт” балалар баҡсаһындағы капиталь ремонт барышы, хужалыҡтарҙа шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙыу эштәре, “Башҡортостан йөрәге” халыҡ кәсептәре оҫтаханаһы тураһында репортаждар, “Төлкәҫ” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең “Ғафури таҡмаҡтары” клибы күрһәтелде.
Шулай итеп, республиканың 24 ра-йонында эшләп килгән телестудияларға йәнә берәү - “Ғафури-ТВ”-һы өҫтәлде.

Читайте нас в