-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Октябрь 2020, 11:30

Совет һалдатына һәйкәл - Геройҙар Аллеяһында

Башҡортостанда берҙән-бер, бөтөн ил өсөн уникаль – совет һалдаты – Ватан һаҡсыһына һәйкәл күптән түгел Ғафури районына килтерелде һәм Красноусолдағы Геройҙар Аллеяһында үҙ урынын тапты. Әлеге мәлдә бында бөтөн объектты үҙгәртеп ҡороу буйынса ҙур эш бара.

Һәйкәлдең макеты Мәскәү скульп-торы тарафынан балсыҡтан эшләнгән, артабан билдәле сәнғәт эшмәкәре рәйеслегендәге эксперт комиссияһы ҡарамағына тапшырылған. Етешһеҙлектәр бөтөрөлөп, белгестәр тарафынан хуплау тапҡас ҡына әҙерләнгән эскиз буйынса Тамбовта ныҡлы армик металл конструкцияларҙы файҙаланып махсус форма әҙерләнә. Уға бетон ҡоялар һәм 6 тонналыҡ автомат тотҡан һалдат рәүешендәге әҙер изделие (ҙур таш һын) Красноусолға ебәрергә әҙер була.
- Һәйкәл, ысынлап та, уникаль, ҡулдан эшләнгән авторлыҡ эше. Типовой тип иҫәпләнһә лә, Рәсәйҙә ундайҙар бары тик дүртәү генә. Уның Ғафури районында барлыҡҡа килеүе – район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовтың ҙур хеҙмәте. Ул үҙ инициативаһы менән проектын Мәскәү ҡалаһының хәрби-тарихи йәмғиәтенә мөрәжәғәт итеп эшләткән, - ти реконструкция эшенә яуаплы район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ үҫеше мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Рәмил Әхмәтов.
- Фәнзил Фәйез улына һәйкәл эшләтеү заявкаһы хуплау тапһын өсөн тейешле шарттар булдырырға мөмкин булған. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Мөхәррәм улы Йәғәфәров һәм “Мәҙәниәт-ара партнерлыҡ үҙәге” АНО-һы директоры Валентина Владимировна Латипова ярҙам ҡулы һуҙған. Һәм шул мәлдән алып эш әүҙемләшә – Геройҙар Аллеяһында ҡоролманы монтажлауға майҙансыҡты әҙерләүгә тотоналар.
Властың уй-ниәтенән һәм проектлаусыларҙың күп көс һалыуҙы талап иткән эшенән Аллеяның йөҙө етди үҙгәрештәр кисерәсәк. Бында яңы бордюр плиткаларынан һалынған юл барлыҡҡа киләсәк. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар исемлеге яҙылған мемориаль таҡтаташ та үҙгәртеләсәк, барыһы берҙәм архитектура ансамбленә берләштерелеп, уның ҡап уртаһында монументаль ҡоролма - тап ошо совет һалдаты – Ватан һаҡсыһы һәйкәле үҙәк урынды аласаҡ.
Уҙған шишәмбе көндө, 6 октябрҙә үҙгәртеп ҡороу эштәренең иң мөһим ваҡиғаһы булды - һәйкәл урынлаштырылды. Красноусолда был эшкә постаменттағы бетон һалдат һынын үҙ балаһы кеүек күреүсе кешеләр етәкселек итә. Буласаҡ монумент фигураһын үҙ ҡулдары менән балсыҡтан Мәскәү ҡалаһы скульпторы Дмитрий Салычев юнып эшләгән. Тамбов ҡалаһынан архитектура оҫтаханаһы етәксеһе Денис Пучков иһә билдәләнгән эскиз буйынса форма әҙерләгән, тап уның буйынса яңы һәйкәл ҡойолған да инде. Уларҙы ысын мәғәнәһендә үҙ эштәренең оҫтаһы тип әйтергә мөмкин. Һәйкәлдәр эшләү менән беренсе йыл ғына шөғөлләнмәйҙәр. Уларҙың һәр төрлө һоҡланғыс әҫәрҙәре Кострома, Төмән, Һамар өлкәләрендә йәшәүселәрҙең һәм туристарҙың иғтибарын йәлеп итә.
- Иң тәү сиратта һеҙҙең райондың етәкселегенә эшләү өсөн бик яҡшы шарттар булдырғаны өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә, - ти Дмитрий Михайлович. – Беҙҙе ҡунаҡсыл ҡаршы алдылар, теләктәребеҙҙе кире ҡаҡмайҙар, уңайлы шарттарҙа - шифаханала урынлаштырҙылар. Бында барыһы ла оҡшай, бары тик һәйбәт тәьҫораттар ғына ҡалдыра. Совет һалдаты һәйкәленә килгәндә инде, ул барлыҡҡа килгәнсе ярайһы ғына оҙон юл үтте. Фигура билдәле режиссер Андрон Кончаловский етәкселегендәге махсус комиссия эксперттары теләктәренә ярашлы әүәләнде. Ғафури районы өсөн әҙерләнгән һәйкәлдә уның шәхсән өлөшө бар. Был монументты барлыҡҡа килтереү барышында беҙ уның тәҡдимдәре һәм кәңәштәренә таяндыҡ, - тип һүҙен дауам итте Мәскәү скульпторы. – Өҫтәүенә, һәйкәл – абстракт фигура түгел. Әгәр ҙә өлкән йәштәге кешеләр бетонда эшләнгән һалдаттың йөҙөнә ҡараһа, унда легендар совет актеры Павел Кадочниковты таныр (А.Кончаловский портретты һайлауҙа ярҙам итте). Шулай итеп, һәйкәлгә шәхсәнлек бирелеп, уны башҡаларҙан айыра һәм, әлбиттә, образды ҡабатланмаҫ һәм уникаль итә.
-Һәйкәл алты тонна тәшкил итә һәм әйтергә кәрәк, мәңгелеккә етерлек. Уны эшләүҙә иң заманса материалдар, бетонға айырыуса ныҡлыҡ һәм төҫ өҫтәүсе махсус ҡатнашмалар файҙаланылды, - ти архитектура оҫтаханаһы етәксеһе Денис Павлович. – Иманыбыҙ камил, ул кешеләрҙең ҡарашын мөһабәтлеге, харизмаһы, тышҡы күренеше менән үҙенә тартып торор.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары менән әңгәмә барышында алып барылған реконструкция хаҡында башҡа мәғлүмәттәр ҙә алдыҡ.
- Был мөһим проектты тормошҡа ашырыуҙа беҙгә эшҡыуарҙар ҙур ярҙам ҡулы һуҙҙы, - тип билдәләне ул. – Роберт Йосоповҡа (“Ихлас”) айырыуса рәхмәтлебеҙ, уның эшселәре һуғышта һәләк булған ғафуриҙарға арналған монументты керамогранит һәм гранит менән көпләйҙәр, мәрмәрҙән бордюрҙар һәм һәйкәл юлына бордюр плиткалар түшәйҙәр. Уның бригадаһы шулай уҡ һәйкәлгә нигеҙ әҙерләне. Нигеҙгә бетон менән эшҡыуар Константин Ипатов ярҙам итте. Коммуналь хужалыҡтар һәм юл хеҙмәттәре объекттағы барлыҡ эштәрҙе башҡарыу өсөн тейешле махсус техника менән тәьмин иттеләр. Улар иҫәбендә ДРСУ (Зөфәр Хафизов), “Красноусол коммуналь хужалығы” (Илдар Ҡолбахтин), “ГИП-Электро” территориаль бүлексәһе (Виктор Безовчук), “Тепловодоснабжение” МУП-ы (Сергей Афанасьев), Красноусол ауыл биләмәһе хакимиәте, район ветерандар советы һәм район мәғариф бүлеге. Шулай уҡ төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә Петр Отмахов һәм башҡалар үҙ өлөшөн индерҙе.
-Аллеяның йөҙөн яҡшыртыуҙа үҙенең баһалап бөткөһөҙ өлөшөн үҙебеҙҙең рәссамдар ҙа индерә, - тип дауам итте һүҙен хакимиәт башлығы урынбаҫары. – Ғафури скульпторы Руслан Йомағолов Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ғафуриҙарҙың исемлеге менән шөғөлләнә, исемлек совет һалдаты һәйкәле артында ҡанат формаһында эшләнгән ике массив плиталарҙа урын аласаҡ.
Дөйөм көс менән район башлығы Ф.Сыңғыҙов инициативаһы айҡанлы Бөйөк Еңеүҙең юбилей йылында Красноусол ауылы яңы монументаль һәйкәлгә - яңыртылған архитектура комплексына эйә буласаҡ.
Комплексты яҡын көндәрҙә асыу планлаштырыла.
Читайте нас в