-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Октябрь 2020, 13:45

Ә һин прививка эшләттеңме?

Башҡортостанда киҙеүгә ҡаршы вакцинация кампанияһы дауам итә. Бының өсөн республикаға 551 970 доза вакцина килтерелгән.

Ошо көндәрҙә 527 640 доза 60 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәре булғандарға прививка яһатыу өсөн таратылған. 7000 доза – ауырлы ҡатындарға, 11 360 доза 15 йәштән 17 йәшкә тиклемге урта махсус белем биреү студенттары өсөн бирелә.
Грипҡа ҡаршы вакцинация Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 2014 йылғы бойороғона ярашлы иҫкәртеү прививкаларының милли календарына индерелгән.
Статистика мәғлүмәттәре буйынса, гриптан прививка сирләп китеү осраҡтарын 1,4 – 1,7 тапҡырға кәметә, сирҙе еңел үткәреү мөмкинлеге бирә, етди өҙлөгөү һәм үлем осраҡтарын иҫкәртә. Шулай уҡ пневмония буйынса дауаханаға һалыу осраҡтарын 40-50 процентҡа кәметә.
Вакцина организмдың иммун системаһын вирусҡа ҡаршы антиматдәләр эшләүгә ҡуҙғыта. Антиматдәләр – ул аҡһым, улар ҡанға ингән вирус кеүек микробтарҙы таный һәм көрәшә. Прививканан һуң иммунитет ике аҙнанан һуң эшләнә башлай, бер айҙан тулы кимәлдәге иммунитет барлыҡҡа килә һәм гриптан 6-12 ай дауамында һаҡлай.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, йыл һайын миҙгелле эпидемия ваҡытында донъя халҡының 20 проценты грипп менән сирләй. 3-5 миллион осраҡта сир ауыр формала үтә, 250 000-дән 500 000-гә тиклем кеше үлә. Рәсәйҙә йыл һайын 27 миллион кеше грипп һәм ОРВИ менән сирләй.
Читайте нас в