-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Октябрь 2020, 16:50

Киҙеүҙе һәм киҫкен респираторлы-вируслы инфекцияны иҫкәртеү (профилактика)

Киҫкен респираторлы-вируслы киҙеү осрағында ауырыу кеше, йәки вирусты йөрөтөүсе сир сығанағы була. Инфекция һөйләшкәндә, йүткергәндә, сөскөргәндә һәм тын алғанда йоға. Киҫкен респираторлы–вируслы инфекцияларға ҡыҫҡа инкубацион осор хас. Ауырыу йоҡҡандан алып клиник билдәләр барлыҡҡа килгәнсе 12 – 48 сәғәт үтә.

Нисек вирус йоҡтормаҫҡа
халыҡ күп йыйылған урындарҙа, йәмәғәт транспортында оҙаҡ булырға тырышмағыҙ;
кеше күп йыйылған урында битлек кейегеҙ;
сөскөргән-йүткергән кешеләр янынан тиҙерәк китеү яғын ҡарағыҙ;
ҡулығыҙҙы яҡшылап йыуығыҙ, айырыуса урамда йөрөп ингәндән һуң;
танау эсен һәйбәт итеп йыуығыҙ;
С витамины булған аҙыҡ-түлек ашағыҙ;
аш-һыуға һуған, һарымһаҡ өҫтәһәгеҙ, һәйбәт булыр;
табиптар менән кәңәшләшеп, иммунитетты күтәргән препараттар эсегеҙ;
Киҙеүҙән нисек һаҡланырға?
көн дауамында 5-6 тапҡыр өйҙө елләтергә һәм йыйыштырырға;
дүрт ҡатлы марлянан яһалған битлек менән ауыҙ-морондо ҡаплап йөрөргә;
айырым һауыт-һаба ҡулланырға.
Читайте нас в