-25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Октябрь 2020, 11:45

Туғанлыҡ ебе өҙөлмәһен

Үҙең тырышлыҡ һалып, сәбәп итмәһәң нимәгәлер өлгәшеү мөмкин түгел. 22 йыл почтала эшләп, үҙен сауҙа өлкәһендә лә һынап ҡараған, әле “Ихлас” сауҙа үҙәгендә урынлашҡан үҙенең һатыу нөктәһендә матур итеп хеҙмәт итеүсе алсаҡ, мөләйем, изгелекле Мәүлиҙә Насирулла ҡыҙы Мөхәмәтова гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы булып тора.

Ул гүзәл тәбиғәтле Толпар ауы-лында Зәйнәб апай менән Насирулла ағай Фәтҡотдиновтарҙың туғыҙ балалы ғаиләһендә алтынсыһы булып тыуып үҫкән. Әсәй-атаһы талапсан, бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп үҫтерә балаларын. Ҡыҙҙар-малайҙар эше тип тормай улар, бесәнен дә сабып, утынын да ярып үҫәләр.
Мәүлиҙә Насирулла ҡыҙы Толпарҙа 8 йыллыҡ ҡына мәктәп булғанлыҡтан, уны тамамлағас, 9-10 класты Егәҙелә уҡый. Мәктәптән һуң 1979 йылдың сентябрендә почтаға эшкә килә. Ҡыҙҙың тырышлығын күреп, почта эше буйынса әҙерәк уҡытып та алалар. Ошо уҡ өлкәлә эшләүсе Миңниә апаһы йән-яҡлап та төп ярҙамсы була. Бер аҙ эшләгәс, Новоселка биҫтәһенә, һуңынан сортировкаға эшләргә күсерәләр. Новоселкала бүлек начальнигы булып та эшләп ала.
- Почтала бергә эшләгән иптәштәрем менән һәр саҡ дуҫ, татыу булдыҡ. Уларҙың һәр береһен бөгөн дә һағынып иҫкә алам. Ваҡытлыса кемделер алыштырыу өсөн 13 ауыл почтаһында эшләргә тура килде. Беҙҙең ҡулдан әллә күпме посылка, хат, бандероль үтә ине, - тип үткәндәрен хәтерләй Мәүлиҙә Мөхәмәтова.
Эшендә генә түгел, ғаиләһендә лә уңған, сабыр, өлгөлө ҡатын ул. Бәләкәйҙән бер-береһен белеп үҫкән күрше Белорет районы Һуйыр ауылы егете Хәниф Хәлирахман улы менән 1984 йылда ғаилә ҡороп, Илдар менән Илсурға ғүмер бүләк иткәндәр. Хәҙер инде матур тәрбиә алып үҫкән улдары - үҙ эштәрен асҡан эшҡыуарҙар. Оло улы Илдар килене Илүсә менән Ильвина, Йәмилә исемле ҡыҙҙар, Илсур менән Юлиә Ибраһим, Сөләймән исемле улдар үҫтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормошонда ла, эшендә лә төп таянысы, терәге булған, 24 йыл бергә йәшәгән тормош иптәше генә сиргә дусар булып, иртә баҡыйлыҡҡа күскән. Мәүлиҙә Насирулла ҡыҙы өй тирәһендә сәскәләр үҫтереп, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡаршы алып, оҙатып үҙендә күңел йыуанысы таба. Буш ваҡыты булғанда район гәзиттәрен уҡырға ултыра.
- Гәзит килмәһә, өй буп-буш һымаҡ. Район гәзиттәрен алдырмай ҡалғаным юҡ. Район хәлдәрен, ауыл-
даштар, таныштар тормошон еткереп тора бит ул. Туғаның һымаҡ. Әйткәндәй, туғандар менән бер төптән булып, аралашып йәшәйбеҙ. Киләсәктә туғанлыҡ ебе өҙөлмәһен, балалар ҙа шулай аралашып йәшәһен, - ти ул ғорурлыҡ менән.
2001 йылда асҡан алып-һатыу эшендә лә бик күп тәжрибә туплаған. Бөгөнгө көндә һәр кемде үҙенә тартып торған һатыу үҙәгендә эшен яйлы алып бара, клиенттары менән дә һәйбәт мөғәләмәлә.
Ошо көндәрҙә гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы Мәүлиҙә Насирулла ҡыҙы үҙенең күркәм юбилейын ҡаршыланы. Уға киләсәктә лә гәзитебеҙҙең һәр һанын яратып уҡыусы булып ҡалыуын һәм ныҡлы һаулыҡта, бар яҡлап та уңыштарға өлгәшеп йәшәүен теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас в