-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Октябрь 2020, 16:50

Ауылдың алтынға торошло кешеһе

Мораҡ ауылында ғүмер итеүсе Зифа Усмановаға тәғәйенләп бармаһаҡ та, йома көндө Аллаһы Тәғәлә үҙе күпте күргән, кисергән ил инәһе менән осрашырға насип иткәндер.

Ишектән килеп инеү менән йөҙө балҡып, ҡояштай йылылыҡ бөркөлөп торған Зифа Хажиәхмәт ҡыҙының гөлдәргә һыу һибеп йөрөгән мәлендә тап иттек. Уны күреү менән күптән белгән кешебеҙҙе күргәндәй күңелгә ниндәйҙер рәхәтлек йүгереп, тиҙгә генә кереүебеҙҙе лә онотоп түргә үк үтеп киттек.
- Ниңә хәбәр итмәнегеҙ? Сәйем ҡайнаған, ашарға ғына бешереп өлгөрмәнем,- тип, әсәләрсә хәстәрлек менән баҡҡан күҙҙәрен беҙгә төбәп, үҙе һаман аш-һыу бүлмәһендә ураланды ул.
Зифа апай Туғай ауылында Фәрхебаныу апай менән Хажиәхмәт ағайҙың матур ғаиләһендә өс малайҙан һуң тыуған ҡыҙ бала. Атаһы үҙе скрипка яһап, сәхнәлә уйнап, оҙон көйҙәргә йырлап йөрөгән абруйлы, һоҡланғыс кеше булған. Сос, зирәк ҡыҙҙың уҡыуға теләге ҙур булһа ла, 9 класс белем менән генә сикләнергә тура килә. Яңғыҙҡайынға йөрөп уҡығанлыҡтан, көҙ көнө тубыҡтан һыу кисеп ҡайтып, ойоғо аяғына ҡуша туңған була. Әсәһе ойоғон көскә ҡырҡып систерә лә, башҡа мәктәпкә ебәрмәй. Ҡыҙға йәштән ауыр эшкә егелергә тура килә. Мораҡ ауылына 20 йәштә килен булып төшөүенә лә бик күп йылдар үтеп киткән. Тормош иптәше Хәмзә Усманов ете йыл яу юлдары үтеп һуғыштан ҡайтҡан егет, һуңынан төҙөлөштә эшләп, 46 йәшендә генә һуғыш михнәттәренән мәрхүм була. Алты бала менән тол ҡалған Зифа Хажиәхмәт ҡыҙына ғәзиз балаларын кеше итеү өсөн малын да, ҡош-ҡортон да аҫрарға, мәктәп ашханаһында эшләргә лә тура килгән.
- Балаларҙы уҡытыу өсөн 50-60-лап шәл бәйләгәнмендер. Һуғыш афәте булмаһа тормош иптәшем дә йәшәр ине, һәйбәт кеше булды. Килен булып төшкәс ағас ялғаш алып бирҙе, шулай йәшәп алып киттек. Ҡәйнә-ҡайны менән бергә торҙоҡ, уларҙың ямаулы әйберҙәрен баҡса артындағы күлдә сайҡатҡанымды хәтерләйем дә, хәҙергегә шөкөр ҡылам. Мәктәп ашханаһында эшләп хаҡлы ялға сыҡтым. Мәктәпкә ат менән дә аҙыҡ ташыған саҡтар булды. Үҫкәндә 4 бала булдыҡ, ағайҙарым хәҙер мәрхүмдәр инде, - тип ғүмер йомғағын тағата Зифа Хажиәхмәт ҡыҙы.
Эйе, заман ауырлыҡтары уны ныҡ һынаһа ла, ғазаптарҙы аҙ татытмаһа ла һынмаған, һығылмаған. Балаларының барыһына ла һәйбәт тәрбиә биреп, уҡытып, тормош юлына сығарған. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе Клара ҡыҙы дарыуханала эшләгән, тормош иптәше Мансур (мәрхүм) менән ике ул үҫтергәндәр. Салауат улы РФ-ның атҡаҙанған нефтсеһе исеменә лайыҡ, ҡатыны Фирүзә менән Өфөлә йәшәй, ике балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Стәрлелә йәшәүсе Марат улы Нижневартовск ҡалаһында нефтсе-мастер булып эшләй, килене Венера менән өс бала тәрбиәләгәндәр. Рита ҡыҙы Себерҙә инженер булып эшләп, әле Өфөлә эколог. Айҙар кейәүе менән ике улды тормош юлына баҫтырғандар. Венера ҡыҙы Яңауылда мәҙәниәт бүлеге начальнигы булып эшләй. Нәркис кейәүе менән ҡыҙ һәм ул үҫтергәндәр. Кесе Азат улы Өфөлә аграр институт тамамлағас ауылда эшләп алған, һуңынан Себерҙә, әле вахта ысулы менән Стәрлелә эшләп йөрөй. Атай нигеҙендә ҡалған Азат кәләше Рәфилә менән мал-тыуар тотоп, бал ҡорттары тәрбиәләп, матур итеп донъя көтәләр. 3 ҡыҙҙы үҫтереп, тормош юлына сығарғандар. Зифа апай хәҙер 14 ейән-ейәнсәргә, 25 бүлә-бүләсәргә өләсәй. Уларҙың уңыштарында уның төплө тәрбиәһе, аҡыллы кәңәше, эшкә өйрәтеп үҫтереүе төп нигеҙ булып тора.
Зифа Усманова бер намаҙын да ҡалдырмай, доғаларын уҡып, килгән-киткән кешегә изге кәңәштәрен биреп йәшәүсе ауылдың алтынға торошло кешеһе. Китаптар уҡырға ярата, илһам килгәндә шиғырҙар яҙа. Һағыштарға бирелгәндә йырлап та ала. Уның моңло, матур көйгә йырлауынан, үҙәккә үтерлек һүҙҙәренән күҙгә йәш тула. Ә йыраҡҡа төбәлеп, тыныс ҡына ултырған Зифа апайға ҡарап, бына кемдән ҡатҡыллыҡҡа, ныҡлылыҡҡа өйрәнергә кәрәк, тип уйлап ҡуяһың.
Яҡты күңелле, алсаҡ йөҙлө, һоҡланғыс кеше менән осраштырыуына Хоҙайға рәхмәттәр әйтеп, әсәй наҙына һыуһаған күңелгә бер аҙға ғына булһа ла йыуаныс табып, ҡайтыу яғына юлландыҡ. Ҡолаҡта Зифа апайҙың һағышлы ла, һоҡланғыс та йыры һаман оҙатып бара, һөйкөмлө йөҙөнөң нуры сағыла…
Читайте нас в