-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Октябрь 2020, 19:25

Балаларға байрам бүләге

Районыбыҙҙа Башҡортостан Республикаһы һәм Красноусол ауылы көнө тантаналы шарттарҙа бик матур үтте. Ошо уңайҙан “Башҡорт ихаталары” республика программаһына ярашлы төҙөлгән “Йәшлек” ял паркындағы һәм Калмыков урамындағы 12, 16/2, Гагарин урамындағы 7/4 йорттары алдында балалар майҙансыҡтарын асыу, айырыуса балалар өсөн түҙемһеҙлек менән көтөп алған сара булды.

Үҙенә тартып торған балалар майсансығын асыуҙа Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, яҡташыбыҙ Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтов, район Советы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, ваҡытлыса район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рәмил Рафаил улы Әхмәтов, Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Дамир Венер улы Ҡунафин ҡатнашты.
“Башҡорт ихаталары” программаһы 2019-2024 йылдарға иҫәпләнгән. Уның маҡсаты булып Башҡортостан биләмәһендәге күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн уңайлы йәшәү шарттары булдырыу тора. Эштәр исемлегенә ихата юлдарына асфальт түшәү, өҫтәмә парковка урындары булдырыу, хәүефһеҙ резина япмалы балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөү, йәшелләндереү, мәғлүмәт стендтары, видео күҙәтеү ҡуйыу, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар контейнерҙары, бәләкәй архитектура формалары булдырыу инә.
Балаларыбыҙ рәхәтләнеп уйнаһын, сынығып үҫһендәр өсөн Красноусолдың “Йәшлек” ял паркы, уйын майҙансыҡтары матурлана, күркәмләнә бара. Яңы асылған майҙансыҡ та сағыу төҫтәргә буялып, хәүефһеҙлек саралары ла күҙ уңында тотолоп, тейешле майҙансыҡ йомшаҡ резина түшәм менән түшәлгән, эргә-тирәһе йыһазландырылған, тәртипкә килтерелгән.
- Балаларҙың шатланып уйнауын ҡарап тороу ҙа күңелле. Беҙҙең киләсәк ошо балалар ҡулында, шуға ла бындай майҙансыҡтар булдырыу бик кәрәкле, мөһим эш, - тип һөйләп үтте үҙенең сығышында Рәмил Әхмәтов.
Хөрмәтле ҡунаҡ Рөстәм Ишмөхәмәтов та был сарала сығыш яһап, майҙансыҡтар матур эшләнеүен билдәләне һәм шунда уҡ йыйылған халыҡ алдында уйын майҙансығы ҡаршыһында урынлашҡан Калмыков урамындағы 12-се йорттоң ҡыйығын алыштырыуҙы тиҙләтергә кәрәклегенә лә баҫым яһаны.
Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Дамир Ҡунафин сығыш яһап, ошо эште атҡарып сығыуҙа ярҙам иткән ойошмаларға, ауыл халҡына рәхмәт әйтеп, киләсәктә лә ауылыбыҙҙы зауыҡлы итеү өсөн ошондай эштәр башҡарыласағын әйтеп китте һәм “Йәшлек” ял паркындағы майҙансыҡты эшләүҙе үҙ өҫтөнә алған “Ингстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Бадрудин Абдул-Мәжит улы Газгиреевҡа, Калмыков һәм Гагарин урамындағы майҙансыҡтарҙы төҙөүгә яуаплы “Тегидиз” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Ишбулды Нияз улы Харисовҡа ауыл биләмәһе хакимиәтенең Маҡтау хаттарын тапшырҙы.
Майҙансыҡтарҙы асып Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтов, Рәмил Рафаил улы Әхмәтов, Дамир Венер улы Ҡунафин ал таҫманы киҫкәс, балаларҙың шат “ура-а” тауышы бар тирә-йүнгә яңғыраны. Уйын майҙансыҡтарын асыуҙы алып барыусы район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре Гөлназ Мирхәйҙәрова балаларға уйнарға рөхсәт биргәс, һәр береһе кемуҙарҙан ҡайһыһылыр әүһәләйҙә бәүелергә, тауҙан шыуырға, йомшаҡ түшәмдән йүгереп ҡарарға ашыҡты.
Читайте нас в