-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Октябрь 2020, 19:45

ГТО нормативтарын үтәнеләр

ГТО (Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек) – ул физик әҙерлек программаһы. Уның маҡсаты – кешеләрҙең сәләмәтлеген һаҡлау һәм нығытыу, балаларға патриотик тәрбиә биреү, йәш бы-уынды хеҙмәткә һәм Ватанды һаҡлауға әҙерләү булып тора. 6 йәштән 70 йәшкә тиклемге граждандар үҙ ихтыярҙары буйынса ГТО тапшыра ала. Комплекс 11 баҫҡыстан тора. Нормативтар, һынауҙар һаны кешенең енесенә һәм йәшенә лә ҡарап үҙгәрә.

Яңыраҡ Нияз Мәжитов исемендәге башҡорт гимназия-интернатының 9, 10, 11-се класс уҡыусылары Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренерҙары ойоштороуында ГТО нормативтарын тапшырҙы. Бөтәһе 72 уҡыусы үҙенең әҙерлеген һынап ҡараны. Шулай уҡ коронавирус эпидемияһына бәйле барлыҡ хәүефһеҙлек саралары ла күҙ уңында тотолдо. Уҡыусылар барыһы ла нормативтарҙы үтәргә тырышты.
ДЮСШ тренерҙары уҡыусыларҙы ГТО нормативтары менән таныштырып үткәс, сәмле ярышҡа старт бирелде. Йүгереү һынауҙарын барыһы ла лайыҡлы үтте. Был әле башланғыс ҡына, ә шулай ҙа ете кеше "алтын" нормативты үтәүгә өлгәште. "Баҡыр", "көмөш" нормаларын үтәүселәр ҙә күп булды. Һынауҙы уңышлы үткән уҡыусылар ҙа ҡәнәғәт ҡалды ГТО нормативтарын үтәүҙән. Был һынау уҡыусыларҙың хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер булыуҙарын да күрһәтеп тора бит.
Шулай уҡ ошо арауыҡта “Миләшкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә - барлығы 25 бала - Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренерҙары ярҙамы менән ГТО тапшырҙы. Балаларҙың кәйефтәре күтәрелеп, сара күңелле спорт байрамына әүерелде.
Читайте нас в