-24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Октябрь 2020, 13:55

Халҡы уға һәйкәл ҡуйҙы

Сәйетбаба мәктәбе алдында Ж.Ғ.Кейекбаевҡа бюст ҡуйылды, тиҙҙән ғалимдың йорт-музейында ла бюст асыласаҡ

Сәйетбаба ауылында тел белгесе, төркиәтсе, полиглот, филология фәндәре докторы, профессор, башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусы, яҙыусы, шағир, ҡобайырсы, йәмәғәт эшмәкәре Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевҡа бюст асыу тантанаһы үтте. Һәйкәл уның исемен йөрөткән Сәйетбаба урта мәктәбе алдында урын алды.
Тантаналы сараны район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова асып ебәреп, тәбрикләү һүҙҙәрен әйтте, байрам менән ҡотлап, район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сынғыҙовтың Рәхмәт хаттарын Жәлил Кейекбаевтың бюсын эшләтеүсе Әхмәт Әсҡәт улы Хәбибуллинға һәм бюстың авторы, скульптор Мәүлетбай Рамаҙан улы Хәлиловҡа тапшырҙы.
Һәйкәлде асыу байрамында ҡатнашыусыларҙы район Советы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов ҡотлап, бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Район мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов рухиәтебеҙ күгендә сағыу йондоҙ булып балҡып, халыҡ хәтерендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған шәхесебеҙ Жәлил Кейекбаев тураһында йылы һүҙҙәр әйтте.
«Жәлил Кейекбаевтың фәнни эшмәкәрлегенең киң һәм тәрән булыуы беҙгә яҡшы билдәле. Бик күптәр Жәлил Ғиниәт улын үҙенең остазы, уҡытыусыһы тип атай. Уның тәрбиә мәктәбен үткән кешеләр белеме менән генә түгел, юғары мәҙәниәтле, ябай, теүәл шәхестәр булыуы менән дә айырыла һәм, әлбиттә, филология фәне үҫешенә тос өлөш индерә», – тип билдәләп үтте Башҡортостандың билдәле шәхесе, яҙыусы Әмир Әминев һәм ауыл халҡын байрам менән ихлас ҡотланы.
Башҡорт тел ғилемендә киң билдәле фән әһеле, талантлы яҙыусы Жәлил Кейекбаевтың ғилми-теоретик һәм әҙәби мираҫы тотош донъя филологияһында айырым урын биләй. Жәлил Кейекбаев йорт-музейы тарафынан әҙерләнгән күргәҙмәлә яҙыусы, ғалим, профессор Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың ҡулъяҙмалары, әҙәби әҫәрҙәре, ғилми хеҙмәттәре урын алған ине. Музей етәксеһе Римма Камил ҡыҙы Ишмырҙина Башҡорт дәүләт университетына башҡорт телен фән кимәленә күтәргән ғалим Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың исемен биреүҙе һорап мөрәжәғәт итте.
Башҡортостан Республикаһы көнө һәм Сәйетбаба ауылы көнө менән ауылдаштарын Сәйетбаба ауылы хакимиәте башлығы Венер Сәхиулла улы Ҡунафин менән мәктәп директоры Рәмилә Әсҡәт ҡыҙы Ғәзизова тәбрикләне. Мәртәбәле сарала уҡытыусы-ветерандар, ауылдың ағинәйе менән аҡһаҡалы – Сәлимә Шөғәйеп ҡыҙы Исламоваға һәм Ғиндулла Ширияздан улы Шәйәхмәтовҡа Сәйетбаба ауылының Почетлы граждандары исемдәре бирелде.
«Урал» көйө аҫтында ал таҫма киҫелде, бюст асылды, килгән ҡунаҡтар һәйкәл алдына сәскәләр һалды, ғалим тураһында иҫтәлектәр, хәтирәләр менән бүлеште. Мәктәп уҡыусылары Ж.Ғ.Кейекбаевтың шиғырҙарын, аманат итеп әйтелгән ҡобайырҙарын һөйләне, һәүәҫкәр артистар концерт күрһәтте. Жәлил Ғиниәт улының һыны белем усағын йәмләп ебәрҙе. Изге эш урындағы халыҡтың тырышлығы менән башҡарылһа ла, Сәйетбабала үткән сара
ауылдаштар өсөн генә түгел, тотош халҡыбыҙ өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.
Быуындан-быуынға аҫыл хазина итеп тапшырыла торған, заман елдәре лә ала алмай, ғүмер үтһә лә юғалмай торған, кешелек тарихы өсөн бик ҡәҙерле булған ҡиммәттәр бар. Ул ҡиммәтле хазина – кеше хеҙмәте. Үҙ заманында халыҡ араһында йөрөп, бихисап әкиәттәр, ҡобайырҙар, шиғырҙар, роман ижад итеп, киләсәк быуындарға еткереү өсөн баһалап бөткөһөҙ ҙур хеҙмәт башҡарған Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың үҙенә бөгөн халҡы һәйкәл ҡуйҙы. Ғалимдың вафатына илле йылдан ашыу ғүмер уҙһа ла, тыуған яғында ла, республикала ла уның рухи йәдкәре йәшәй һәм йәшәйәсәк.
Римма Ишмырҙина,
филология фәндәре кандидаты, Жәлил
Кейекбаев йорт-музейы директоры.
Читайте нас в