-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Октябрь 2020, 20:05

Тыуған яғына һуңғы сәләмдәре

Марс Мөхәмәт улы Кәлимуллин (һүрәттә) 1932 йылдың 17 сентябрендә Игенйылға ауылында тыуып, шунда үҫте. Институт тамамлап, 40 йылдан артыҡ уҡытыусы эшен башҡарҙы. Өс йәшенән башлап баянда уйнаны.

Пенсияға сыҡҡас, күп шиғырҙар, хикәйәләр яҙҙы, китаптары донъя күрҙе. Үҙенең бер шиғырында:
Эх, тыуған ауылым,
Уҡып, белем аламын.
Киләсәктә эшләр өсөн
Ауылым, һиндә ҡаламын, - тип яҙғайны. Байтаҡ йылдар тыуған Игенйылға ауылы мәктәбендә уҡытты. Һуңынан, ҡыҙҙарына уҡырға уңайлыраҡ булһын өсөн, Өфөгә яҡыныраҡ Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Шәрәй ауылына күсеп йәшәнеләр. Унда ла яратҡан баянынан айырылманы, ижад итте, шиғырҙар яҙҙы. Тыуған яҡ менән дә бәйләнешен өҙмәне. “Табын” гәзитендә шиғырҙары ла баҫылғаны булды.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бы-
йыл 5 октябрҙә, үҙенең байрамы – Уҡытыусылар көнөндә Өфө дауаханаһында уның йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Ҡәҙерле кешебеҙ Иҫке Шәрәй ауылында ерләнде. Эш көнө булыуға ҡарамаҫтан, уны һуңғы юлға оҙатырға бөтөн ауыл халҡы, унда уҡыған уҡыусылары бик күп килгәйне.
Ағайымдың ҡайһы бер шиғырҙарынан өҙөктәр уның тыуған яғына һуңғы сәләмдәре булып барып етһен:
Башҡортостан, тыуған
ерем,
Унда минең бишегем.
Белем алдым, эшләйем,
Тыныс, рәхәт йәшәйем.
* * *
Ҡайҙа ҡараһаң да, донъя
матур,
Килә уны көн дә күрәһе.
Ауырыһаң да, йығылһаң да,
Килмәй әле бер ҙә үләһе...
Әнисә ҒӘЙНУЛЛИНА,
һеңлеһе.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас в