-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Октябрь 2020, 18:40

Беренсе тракторсы

Беҙҙең Рабиға апай Хәбибулла ҡыҙы Баймөхәмәтова (Бәширова) Үтәк ауылында 1922 йылда тыуып үҫеп, үҙ ауылында мәсет мәктәбенә уҡырға төшә. Уҡырға өйрәнә, ләкин яҙырға өйрәнергә атаһы рөхсәт итмәй. Йәнәһе, егеттәргә хат яҙа инде. Шуға Рабиға фельдшерҙар курсына саҡырһалар ҙа, бара алмай һәм машина-тракторсылар курсына Табынға ебәрәләр.

Шунда уҡып сығыуына апайға: “Төрлө тракторҙарҙың запчастарынан үҙеңә трактор йый,” – тип ҡушалар. Апай бик уңған һәм һәләтле кеше була. Шулай итеп, тракторҙы йыя һәм Үтәк ауылына беренсе тракторҙы ул алып ҡайта. Бөтә ауыл халҡы: бисә-сәсә, бала-саға, ҡарт-ҡоро уны ҡаршы алырға сыға. Ҡайһы бер әбей-һәбейҙәр: “Йә, Хоҙа, был ен эйәһенән түгелме икән?” – тип уҡынып, йыраҡтан ҡарап торалар. Бына шулай итеп, Үтәк ерендә беренсе трактор тауышы сыға. Ҡурҡырһың да ғүмерҙә күрмәгән хикмәткә.
Трактор бик ныҡ ярҙам итә: ер һөрә, бесән саба, урмандан ағас һөйрәтеп ҡайта. Рабиға апай атаһына бесән сабып, ҡарт кешене шатландыра, ике энеһе: Абдулла һәм Караматуллаға бесән йыйырға эштәрен бик ныҡ еңеләйтә. Трактор йыш ҡына ватылып та ултыра, ләкин тырыш Рабиға апай илай-илай булһа ла, барыбер төҙәтә.
Ауыл халҡының шатлығының иге-сиге булмай.
Һуғыш бөткәс, яуҙан ҡайтҡан сибәр егет – Миңлеғужа Миңнезариф улы Баймөхәмәтовҡа кейәүгә сығып, өй һалып донъя көтә башлайҙар. Миңлеғужа еҙнәй урман ҡараусы булып эшләне. Балалар үҫтереп, мал тотоп, донъя көтөп, икеһе лә сибәр апай менән еҙнәй бик оҙаҡ бәхетле йәшәнеләр, Аллаға шөкөр.
Ғәлиә БӘШИРОВА,
хеҙмәт ветераны.
Үтәк ауылы.
Читайте нас в