-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Октябрь 2020, 16:30

Оҫта шахматсы булған... Бөйөк Ватан һуғышы һәм мәғариф ветераны С.Ә.Ишмырҙин иҫтәлегенә шахмат турниры үтте

10 октябрҙә Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры, мәғариф ветераны Сәмиғулла Әхмәҙулла улы Ишмырҙин иҫтәлегенә шахмат буйынса район турниры үтте.

Сәмиғулла Ишмырҙинға быйыл 95 йәш тулған булыр ине. Ошо уңайҙан Сәмиғулла Әхмәҙулла улының балалары, ейән-ейәнсәрҙәре атайҙары-олатайҙары иҫтәлегенә арнап уның күркәм шәхесен тыуған иле, халҡы, ауылдаштары, нәҫел-нәсәбе алдында абруй яулаған ир-уҙаман – батыр яугир, уҡытыусы, йәмәғәтсе, ғаилә башлығы булараҡ ҡылыҡһырланған иҫтәлектәр, сәхифәләр һәм уның үҙенең яҙмалары, төрлө саралар айҡанлы халыҡ алдында яһаған сығыштарын үҙ эсенә алған “Ғүмер балҡышы” тип исемләнгән китап-хәтернамә баҫтырып сығарыуға өлгәшкән. Бынан тыш, март аҙағында Юлыҡ мәктәбендә бар ғүмерен ошо мәктәптә директорлыҡ эшенә бағышлап, үҙе лә шахмат уйнарға яратҡан ветеран иҫтәлегенә мәктәп уҡыусылары араһында район шахмат турниры һәм ауыл мәҙәниәт йортонда Хәтер кисәһе үткәрергә планлаштырғайнылар (районда уҙасаҡ саралар планына ла ингәйне). Әммә коронавирус менән бәйле ул кисектерелә килде һәм, ниһайәт, Республика көнө уңайынан зирәктәр уйынын район үҙәгендә үткәрергә мөмкин булды.
Сарала район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, район хакимиәте башлығының мобилизация эштәре буйынса урынбаҫары Владимир Герасимов, район мәғариф бүлеге етәксеһе Рауил Солтанморатов, С.Ишмырҙиндың ҡыҙҙарының иң өлкәне Рәйлә һәм кейәүе Рифат Ишмөхәмәтовтар, иң кесеһе Әлиә һәм кейәүе Мансур Арыҫлановтар ҡатнашты. Шахмат турнирын асып, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең шахмат буйынса тренеры Наталья Проценко ҡунаҡтар менән таныштырып үтте. Эльвира Әнүәр ҡыҙы быйылғы иҫтәлекле даталар – Бөйөк Еңеүҙең - 75 һәм Хәтер һәм дан йылына байҡау яһаны. Мәғариф ветераны Рәйлә Сәмиғулла ҡыҙы атаһының тормош юлы менән таныштырҙы, хәтирәләрен барланы. Владимир Ильич беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ өсөн батырҙарса көрәшкән атай-олатайҙарыбыҙ хаҡында онотмаҫҡа саҡырҙы һәм яуҙа баштарын һалған яугирҙар иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан итте. Йәш шахматсыларға республика һәм Рәсәй кимәлендә еңеүҙәр теләне. Рауил Ғәбдрәшит улы бындай сараларҙың тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булыуын - үҫеп килгән йәш быуында илһөйәрлек рухы, хеҙмәт һөйөүсәнлек тойғоһо тәрбиәләүен билдәләп, бәйгенең йыл һайын үткәрелеп, традицияға әйләнеүен теләне.
Турнирҙа билдәле сәбәптәр менән бәйле ҡатнашыусылар күләме сикләнеп, ике тиҫтәләп йәш шахматсы зирәклектә көс һынашты. Барлыҡ һаҡланыу саралары ҡулланылды. Ҡыҙҙар араһында бәйге еңеүсеһе булып Йәсминә Әбдрәшитова, ә малайҙарҙан Даниил Никифоров танылды. Алиса Тужикова менән Алексей Елсуков – 2-се, Арина Солтанбәкова менән Марат Ишмырҙин 3-сө урынға лайыҡ булды. Еңеүселәр миҙалдар, Дипломдар, С.Ә.Ишмырҙин хаҡындағы китаптар, бокалдар һәм аҡсалата бүләктәр алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Саранан бер бала ла буш ҡул менән ҡайтып китмәне - барыһы ла иҫтәлекле бүләктәргә эйә булды.
Сәмиғулла Әхмәҙулла улы Ишмырҙин 1925 йылдың
3 октябрендә районыбыҙҙың иң ҙур башҡорт ауылы Сәйетбабала тыуған. 1943 йылдың февралендә, 10-сы класта уҡып йөрөгәнендә, 18 йәше лә тулмаған комсомолец Сәмиғулла Ишмырҙин да Совет Армияһы сафына саҡырыла. Заманына күрә белемле һалдат башта Ҡаҙаҡ ССР-ының Аҡтүбә ҡалаһындағы 2-се Бердичев хәрби пехота училищеһына ярты йыллыҡ курстарҙа, артабан Мәскәү янындағы Внуково аэродромы базаһында десантсылар әҙерләү курсында уҡый. Парашюттан һикереү буйынса әҙерлек үткәс, Сталиндың резерв командаһында хеҙмәт итә. Артабан 3-сө Украина фронтының 9-сы армияһының 105-се дивизияһына ҡараған 331-се полк составында һуғышҡа инә. Венгрия менән Австрияны немец илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнаша.
1945 йылдың 17 апрелендә, Австрияның баш ҡалаһы Венаны азат иткәндән һуң, ҡаты яралана. Австрияла, Венгрияла эвакогоспиталдәрҙә ята. Һуңынан Саратов ҡалаһына күсерелә. Госпиталдәрҙә йыл ярым дауаланғандан һуң, 1946 йылдың ноябрендә, II төркөм инвалиды булып, ҡултыҡ таяҡтарында тыуған ауылына әйләнеп ҡайта.
Яугир тыныс тормошта ла һынатмай, Сәйетбаба урта мәктәбендә бухгалтер булып эшләй. Егет уҡытыусы һөнәренә, мәктәп тормошона ылыға. 1950 йылдың сентябрендә район мәғариф бүлеге уны Юлыҡ мәктәбенә башланғыс класс уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрә. Яҙмышын да бында таба – Мәрхәбә Әхмәҙи ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, иңгә-иң терәп, донъя көтәләр. С.Ишмырҙин артабан ситтән тороп Стәрлетамаҡ Уҡытыусылар әҙерләү институтын, һуңынан БДУ-ның тәбиғи фәндәр факультетын тамамлай. 1957-1961 йылдарҙа мәктәптә завуч, 1982 йылғаса, 20 йыл дауамында, мәктәп директоры булып эшләй, хаҡлы ялға туҡтағас та, биологиянан уҡыта. Коммунистар партияһы ағзаһы, “Мағаш” колхозының Юлыҡтағы беренсе бригадаһы партия ойошмаһын етәкләй, пропагандист була. Мәғариф өлкәһендә, йәмәғәтселектә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн КПСС-тың Ғафури район комитеты һәм район Советының бихисап Маҡтау грамоталары һәм ике тапҡыр Рәсәй һәм республика кимәлендә “Социалистик ярыш еңеүсеһе” билдәһе менән бүләкләнә. 8 йыл рәттән ауыл Советы депутаты итеп һайлана.
Белемле, алдынғы уҡытыусы үҙен эшендә генә түгел, тормошта ла өлгөлө ғаилә башлығы, яҡшы атай итеп таныта. 11 бала атаһы ул! Бөгөн балаларының һигеҙе – Винер, Рәйлә, Рәүфә, Мәрфуға, Люциә, Лилиә, Ләлә, Әлиә ата-әсәһенең шатлығы булып үҫеп етәләр. Уларҙың 5-һе аталарының юлын дауам итеп, уҡытыусы һөнәрен һайлаған, 2-һе – медицина юлынан киткән, иң бәләкәсе – иҡтисадсы. 17 ейән-ейәнсәрҙәре, 10 бүлә-бүләсәрҙәре бар. Ейәндәре араһында иң өлкәне - олатай тәрбиәһен татып үҫкән Рөстәм Ишмөхәмәтов бөгөн рес-публикала билдәле сәйәсмән, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, социология фәндәре кандидаты.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны С.Ә.Ишмырҙин һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн”, “Венаны алған өсөн”, “Будапештты алған өсөн”, Жуков миҙалдары һәм Бөйөк Еңеүҙең юбилей миҙалдары менән наградланған.
Сәмиғулла Ишмырҙин оҫта шахматсы. Ул колхоз һабантуйҙарында призлы урындар яулар булған. Бөгөн уның юлын ейәне – иң кесе ҡыҙы Әлиәнең улы 4-се класс уҡыусыһы Тимербулат дауам итә - олатаһына оҡшап шахмат уйнарға ярата. Ул районда ғына түгел, республикала, Волга буйы Федераль округы беренселегенә зирәклек ярыштарында ҡатнашып, республика чемпионы исеменә лайыҡ булған бәләкәс шахматсыларҙың береһе. Бер нисә тапҡыр Башҡортостан кубогын яулай ул.
Бына шулай, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Сәмиғулла Ишмырҙиндың яҡты иҫтәлеге шахмат уйнап иҫкә алынды.
Читайте нас в