-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Октябрь 2020, 16:45

"ЭлектроМаркет" - донъяға яҡтылыҡ өҫтәй

Уҙған аҙнала Красноусолда К.Маркс урамында яңы “ЭлектроМаркет” магазины асылды. Был сауҙа үҙәге элекке “Все для вас” магазинын үҙгәртеп ҡорғандан һуң, тап ошонда үҙ урынын тапҡан, хужалары – шәхси эшҡыуарҙар, ирле-ҡатынлы Марина менән Дмитрий Кулагиндар (“ШЭ Д.В.Кулагин”).

Маркеттың тауар ассортименты бай, һатып алыусыларға йорт, офис һәм предприятиелар өсөн 2000-дән ашыу төрҙәге электр материалдары (лампа, кабель, щит, удлинитель, розетка һәм башҡалар) һәм яҡтылыҡ техникалары тәҡдим ителә. Иркен һәм уңайлы магазинда һатып алыусыларға кәштәләрҙә урынлашҡан электр тауарҙарын үҙҙәренә ҡарап, һайлап алыу мөмкинлеге бирелгән. Кулагиндар “Донъяны яҡтыраҡ итәйек!” девизы аҫтында эшләй.
Магазинды асыу тантанаһында билдәле сәбәптәр менән бәйле ҡатнашыусылар сикле булды. Район хакимиәте башлығының иҡтисад мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Ирина Анатольевна Небогатова ғаилә бизнесын бер төптән булып алып барған Марина Викторовна менән Дмитрий Владимирович Кулагиндарҙы сираттағы сауҙа нөктәһен асыуҙары менән ҡотланы һәм бизнестарының артабан да сәскә атыуын, уңыштар теләне. Әйткәндәй, Кулагиндар эшҡыуарлыҡта 2000 йылдан – районыбыҙ эшҡыуарҙары араһында яуаплы һәм ярҙамсыл булыуҙары, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып эш итеүҙәре менән айырылып торалар. Барлыҡ район халҡын хеҙмәтләндергән магазин үҙ һатып алыусыларын тауар хаҡтарының сағыштырмаса осһоҙ булыуы менән йәлеп итә. Эшҡыуарҙар халыҡты эш менән тәьмин итеүҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмай, был ике сауҙа нөктәһендә 12 кеше үҙенә хеҙмәт урыны тапҡан.
Районыбыҙ эшлеклеләре - ирле-ҡатынлы Кулагиндарҙың 8 йыл эшләп килгән “Домовой” хужалыҡ тауарҙары һәм сантехника магазины күптән үҙ һатып алыусыларын тапҡан кеүек “ЭлектроМаркет” та һәр кемде үҙенә тартып торһон, кеше өҙөлмәһен.

Читайте нас в