-17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Октябрь 2020, 12:00

Емеш-еләк баҡсаһын ҡышҡылыҡҡа әҙерләү

Ҡышҡа инеү айы - ноябргә лә күп ҡалманы. Үҫентеләрҙе, ағас-ҡыуаҡтарҙы туңыуҙан һаҡлау сараһын күреү мәле етте.

Ҡар иртә яуһа, ер туңмай ҡала. Был осорҙа ла әле ҡайһы бер үҫентеләрҙең тамыры тын ала, киләһе уңышҡа көс туҡлай. Шулай ҙа көнгә ышанырға ярамай. Кайһы бер йылда ҡар оҙаҡ яумай тора, һалҡындар башлана. Еләк-емеш тамырына туңыу ҡурҡынысы янай. Көҙҙән уларҙың төбө серетмә, бысҡы вағы менән күмелһә, үҫентеләрҙең тамыры һыуыҡтарға бирешмәй.
Мул уңыш биреүҙән айырылып төшкән ботаҡтарҙы тарттырып бәйләү, төҙәлмәҫтәрен киҫеп, урынына баҡса елеме, майлы буяу һөртөп ҡуйыу ҙа - мөһим эштәрҙең береһе. Сүп өйөмдәрен ҡышҡылыҡҡа ҡалдырырға ярамай. Сысҡандар эйәләп, ауырыу таратыуы бар. Баҡсала ҡар тотоуҙы тәүҙән үк башлайҙар. Уның өсөн ер өҫтөнә ағас ботаҡтары ташлана, ҡар өйөмдәре яһала, ҡар канауҙары ҡаҙыла. Асыҡ ерҙә ҡышҡы һыуыҡтарҙа еләк-емеш баҡсаһы ныҡ зыян күрә, шуға ла тәүге көндәрҙән үк плантацияларҙы, түтәлдәрҙе ҡар аҫтында ҡалдырыу мотлаҡ.
Еләк тамыры тупраҡ ҡатламының өҫкө өлөшөнә таралып үҫә, асыҡ ерҙә 15 градус һалҡында ла туңып һәләк була. Ҡар яуғансы уҡ еләклекте 5-7 сантиметр ҡалынлыҡта серетмә, торф йәки бысҡы вағы менән ҡапларға кәрәк.
Ҡарҙың йылы “юрған” ғына түгел, дым сығанағы ла икәнен оноторға ярамай.
Читайте нас в