-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Октябрь 2020, 19:40

Ауылдың бәҫен арттырыусы йәштәр

Малы барҙың һыйы бар, балы барҙың барыһы ла бар, тиҙәр. Ысынлап та, атай-олатайҙарыбыҙ малсылыҡ, ҡортсолоҡ кеүек кәсептәрҙе һәр ваҡыт беренсе урынға ҡуйып көн күргән. Хәҙер тәбиғи аҙыҡтарҙы өҫтөн күрһәк тә, был шөғөлдәрҙең үтә мәшәҡәтле, түҙемлек тә, егәрлелек тә талап иткәнен күреп, ауылдан ситтә еңелерәк эш эҙләп, йәшәргә ҡалаға, йәиһә район үҙәгенә юлланабыҙ. Әммә ауылдарҙа булғанда матур итеп донъя көтөп, ошо боронғо шөғөлдәрҙе үҙ итеп йәшәүсе йәштәрҙең булыуына һоҡланып, шатланып ҡуяһың.

Ҡауарҙы ауылына барғанда йәш ғаилә Индира менән Азамат Әлмөхәмәтовтарҙың өйҙәрен оҙаҡ эҙләргә тура килмәне. Кәртәләре кирбес бағаналы йорт, тип өйрәтеүҙәре буйынса уларҙы тиҙ таптыҡ. Ә инде ҡапҡанан килеп инеү менән ҙур баҡса яғында рәт-рәт булып теҙелеп ултырған умарталарҙы күреп, былар ысынмы икән, тигән һымаҡ, тура шунда үттек.
Йорт хужаһы Азамат Шакирйән улы ла шунда эш менән булып йөрөй ине. Хәл-әхүәл һорашҡас, беҙҙең ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы күреп, алсаҡ егет ҡортсолоҡ шөғөлөн үҙ итеүе, эргәләге ер участкаһын да алып ихатаһын киңәйтеүе, быйыл ҡортсолар өсөн табышлы йыл булыуын һөйләп үтте.
- Мин әсәйем Әсмә менән олатайым Тимерйән тәрбиәһендә үҫтем. Олатайымдың күп булмаһа ла, көслө 12 баш умартаһы була торғайны. 2002 йылда олатайым мәрхүм булғас, ҡорттарҙы үҙем ҡарай башланым. Бына әле иң башта ултырған ҙур алты дәдән унан ҡалған, - тип беҙҙе таныштыра Азамат.
Йәш егеттең мәктәптә уҡығанда “Табын” гәзите призына үткәрелгән милли көрәш бәйгеһендә, төрлө саңғы ярыштарында ҡатнашыуын, урындар алыуын яҡшы хәтерләйбеҙ. Спортты үҙ иткән Азамат мәктәптә уҡыуын тамамлағас, Стәрлетамаҡтағы физкультура техникумында белем ала. Бында уҡыған ваҡытта көрәштең кикбоксинг төрөн оҡшатып, шулай уҡ бик күп уңыштар яулай. Һуңынан, алған белемен тағы ла камиллаштырыу өсөн Өфө дәүләт педагогия университетына уҡырға керә. Был юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай тырыш, аңлы егет. Уға ҡалала ҡалыу, эш табыу буйынса бер ниндәй кәртәләр булмаһа ла, ауылға тартыла ул. Әммә ауылда алған һөнәре буйынса эшләргә эш булмай. Бер мәктәптә уҡып, ун йыл буйы күҙ атып йөрөгән Ҡауарҙы ауылы һылыуы Индира менән ғаилә ҡороп, ауылда өй алып, олатаһы өйрәткән шөғөлгә тотона Азамат. Йорттарына йәм өҫтәп бер-бер артлы ҡыҙҙары Эвелина, Амелия тыуа. Әйткәндәй, Индира Миңнияр ҡыҙы ла Башҡорт дәүләт университетында башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетын тамамлаған. Хәҙер ул да “нескә билдәр”гә өйрәнеп бөткән, үҙенең тормошон уларһыҙ күҙ алдына ла килтермәй.
Бал ҡорттары таҙалыҡ булған ерҙе ярата, тигәндәй, Әлмөхәмәтовтарҙың өй эсендә лә тәртип, бөхтәлек хөкөм һөрә. Шарттар ҙа уңайлаштырылған. Евро фатирҙарҙан кәм булмаған бүлмәләрҙе ҡарап сыҡҡас, киң күңелле хужабикә ҡулынан башҡорт балы менән сәй эскәндә Азаматтан бал ҡорттары тураһында күп мәғлүмәт тә белдек. Йәй көндәре бал ҡорттары айырған ваҡытта нисек өлгөрәһегеҙ, тип ҡыҙыҡһынабыҙ.
- Әле умарталар 200 баш тирәһе. Йәйгеһен ҡайһы бер көндә 18-19 баш ҡорт айырып, бүленеп сыға. Был осорҙа энекәштәр ярҙам итә. Урман яҡын булғас, күсереп йөрөтмәйбеҙ. Һаулыҡтарын тикшереп, йыл да Өфөләге Зорге урамындағы лабораторияла анализ эшләтеп торам. Алған табышты һатыуға килгәндә, йәрминкәләргә сығабыҙ. Үҙебеҙҙең даими һатып алыусыларыбыҙ бар. Былтыр таныштар аша Япония, Италия, Германия, Мәскәүгә ебәрҙек. Умарталарҙы тышта ҡалдырғаныбыҙ юҡ. Әҙер дәдәндәрҙе Ринат Бәшировтан алдыҡ. Әле инәләре бармы, ҡышлай алырлыҡтармы, ашарҙарына бал етерлекме икәнен ҡарап сығырға кәрәк. Үҙебеҙҙең урындағы ҡорттарҙы үрсетергә кәрәк инде, - тип һөйләй үҙ эшенең оҫтаһы Азамат.
Бал ҡортоноң балы бар, балға хәтлем наҙы бар, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндер халыҡ. Күстәрҙе дөрөҫ тәрбиәләү, ҡышҡылыҡҡа ябыу, ауырыуҙарын даими да-уалау кеүек мәшәҡәттәрҙе дөрөҫ һәм ваҡытында атҡарып сығырға ла кәрәк шул. Шулай ҙа, тамсылап йыйылған татлы балдың ҡәҙерен ҡортсоноң үҙенән дә яҡшыраҡ белгән кеше юҡтыр.
Халҡыбыҙҙың боронғо кәсебе - атай-олатайҙар шөғөлөн, ауыл ерен үҙ итеп, һыйыр, ат тотоп тыуған ауылының бәҫен арттырып йәшәүсе Әлмөхәмәтовтар ғаиләһенә "афарин" тиергә генә ҡала. Шундай дәртле-дарманлы йәштәр булғанда, ауылдарыбыҙҙың киләсәге лә өмөтлө бит.
Читайте нас в