-15 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Ноябрь 2020, 11:05

Закон көсө – уның үтәлешендә

Быйыл Рәсәйҙә суд приставтары институты барлыҡҡа килеүгә 155 йыл тула. Һөнәри байрамдары уңайынан Суд приставтары хеҙмәтенең Ғафури районы бүлеге начальнигы - өлкән суд приставы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Евгений Игоревич РАКИТИНға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

-Суд приставының эше судтан килгән башҡарыу документынан башлана. Уның нигеҙендә производство асыла. Әгәр ҙә бурыслы повестканы инҡар итһә, телефондан шылтыратыуҙарға яуап бирмәһә, кешене үҙебеҙгә саҡырабыҙ, йә үҙебеҙ барабыҙ. Ҡайһы саҡ бурысы булғандар теркәлгән урыны буйынса йәшәмәй, был осраҡта уларҙы эҙләүгә бирәбеҙ.
Приставтарҙың хеҙмәтенә эш хаҡы ауыл ере менән сағыштырмаса бик яҡшы түләнә, эш хаҡы тотороҡло – яңы эш башлағандарға 40 мең һумдан алып. Эшкә юғары юридик йәки экономик белемле кешеләр ҡабул ителә. Быны бушҡа әйтмәйем, бөгөнгө көнгә бүлектә вакантлы эш урындары бар, шуға ла теләүселәр беҙгә рәхим итһен. Эшләргә, шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәйенсә хеҙмәт бурысын үтәргә теләүселәр өсөн ишектәребеҙ һәр саҡ асыҡ! Суд приставтары хеҙмәте – йәштәр өсөн ярайһы ғына файҙалы тормош мәктәбе ул.
Әммә, шуны билдәләргә теләйем, беҙҙең эш һәр кемдең көсөнән килмәй. Нигеҙҙә психологик йәһәттән ауыр. Төрлө кеше менән эшләргә тура килә. Беҙҙе һәр кем шатланып күргеһе килеп тә тормай. Приставтың ғәҙәттә бурыс рәүешендәге хәл ителмәгән мәсьәләләре, проблемалары, түләнмәгән бурыстары, алименттары булған, штрафтары йыйылған кешеләргә килеүе билдәле.
Беҙгә йыш ҡына бурыслыларҙың өйҙәрендә булғанда үҙ адресыбыҙға насар һүҙҙәр, янауҙар ишетергә тура килә. Ләкин күңелгә яҡын алмаҫҡа, граждандарға ҡарата ниндәй ҙә булһа эмоцияларға бирелмәҫкә тырышабыҙ. Һәр кемгә лә ярап булмай, ә ҡәнәғәт булмаусылар һәр ваҡыт буласаҡ. Беҙҙең намыҫыбыҙ таҙа – беҙ закон сиктәрендә, закондар үтәлһен өсөн эшләйбеҙ.
Бөтөн эш көнөбөҙ, ҡағиҙә булараҡ, ҡарарҙар һәм бойороҡтарҙы үтәүгә бағышлана. Штаттың тулы булмауы сәбәпле, эш күләме үтә лә ҙур. Бөгөн һәр приставҡа 7 меңгә яҡын производство тура килә. Шуға ҡарамаҫтан бурыстар үтәлә. Ағымдағы йыл башынан 44 миллион 630 мең һумлыҡ суммаға 6481 производство тамамланды. Бурысын түләүҙән ҡасып йөрөүсе 34 кешенең мөлкәтенә арест һалынды. Шуның 31-е - бурысы булғандарҙың автотранспорты. Әлеге мәлдә башҡарыуҙа 17 мең башҡарыу производствоһы тәшкил итә.
Беҙҙең бүлек ике йүнәлештә эшләй. Приставтар шулай уҡ суд эшмәкәрлегендә тейешле тәртипте тәьмин итә, суд ултырыштарына килеүҙән баш тартыусыларҙы мәжбүри килтерә, суд ултырыштарында хәүефһеҙлекте тәьмин итә, суд приставы-башҡарыусылар ҡушыуы буйынса заявкаларҙы үтәй.
Суд приставтары бүлегендә суд приставы-башҡарыусылар – 3-әү, суд эшмәкәрлегендә тейешле тәртипте тәьмин итеүсе суд приставтары – 4 кеше. Мин - бүлек етәксеһе, шулай уҡ техперсонал. Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан һәр беребеҙҙең хеҙмәтен баһаларға мөмкин. Белгестәргә ҡытлыҡ шарттарында, юғары нагрузкаға ҡарамай, бындай хеҙмәт ҙур хөрмәткә лайыҡ! Беҙҙең рәттәрҙә - приставтар А.Ю.Рәхимова, М.Е.Карпунина, Т.В.Тро-фимова, Р.А.Әхмәдов, Ш.В.Кәримов, Д.М.Бохар-мәтов, С.В.Собарев.
Һөнәри байрамыбыҙ көнөндә коллективҡа сыҙамлыҡ теләйем! Барлыҡ һынау-ҡыйынлыҡтарҙы тиҙ еңеп сығырыбыҙға ышанам. Шулай уҡ коллегаларыма алдарына ҡуйған маҡсаттарына ирешеүҙәрен, үҫеш һәм уңыштар теләйем. Барлыҡ ауырлыҡтарҙы һәм ҡыйынлыҡтарҙы артта ҡалдырып, тормоштоң һәр миҙгеленә ҡыуанып йәшәгеҙ. Ә халыҡҡа намыҫлы кешеләр, ата-әсәлек бурысын үтәмәүселәргә үҙ балаларына ысын ата-әсә булыуҙарын һәм бурысһыҙ йәшәүҙәрен теләйем.

Читайте нас в