-25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Ноябрь 2020, 12:50

Рейдтар үтә

Башҡортостан ҡала-райондарында 28 октябрҙән битлек режимын үтәү буйынса күләмле рейдтар башланды. Хоҡуҡ боҙоусыларға штраф һалына. Битлек кеймәгән өсөн штраф күләме – 200 мең һумға тиклем.

Башҡортостандың Йәмәғәт хәүефһеҙлеге ведомство-ара советы мәғлүмәттәре буйынса, пандемия башланғандан һуң республикала битлек һәм изоляция режимын боҙған өсөн 14,4 мең кешегә штраф һалынған. Шуларҙың 12 меңе – Эске эштәр министрлығы, 2,4 меңе – республиканың дәүләт власы органдары яғынан. Бынан тыш, 20 мең предприятие һәм сауҙа нөктәһе тикшерелгән, уларға ҡарата административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 279 эш ҡуҙғатылған, 60-тан ашыу протокол төҙөлгән.
Район биләмәһендә лә битлек режимы үтәлеүҙе тикшереү маҡсатында рейдтар даими ойошторола. Уларҙа район, ауыл хакимиәттәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре, мәғариф, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары ағзалары, ирекмәндәр әүҙем ҡатнаша. Рейд барышында халыҡҡа битлек режимының мотлаҡ үтәлергә тейешлеге тураһында аңлатыу эштәре алып барыла, битлек кеймәгәндәргә штраф һалыуҙан тыш иҫкәртеү яһалырға ла мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙә Рос-потребнадзор ҡарары менән бөтәһе өсөн дә битлек режимы иғлан ителде. Тотош илдә нормаларҙы үтәү буйынса рейдтар көсәйтелә, ә штрафтар торған һайын йышыраҡ һалына.
Читайте нас в