-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Ноябрь 2020, 17:50

Эйәһеҙ хайуандар менән мөғәмәләлә яуаплылыҡ

Дәүләт Думаһына “Хайуандар менән мөғәмәләлә яуаплылыҡ тураһында” Федераль закон проекты индерелде. Аңлатмала яҙылғанса, проект “хайуандарҙы ҡаты мөғәмәләнән һаҡларға, йәмәғәтселектең әхлаҡлылыҡ һәм шәфҡәтлелеген нығытырға, граждандарҙың хәүефһеҙлеген, хоҡуғын һәм законлы мәнфәғәтен тәьмин итергә” тейеш.

Стерилизация нимә ул?
Стерилизация – ул инә хайуандарҙың репродуктив органдарын һәм ата хайуандарҙың орлоҡ биҙен алыу буйынса операция. Ике осраҡта ла операция наркоз аҫтында уҙғарыла. Бер нисә көн үткәс яраны теккән еп һүтеп алына.
Был төшөнсә менән яҡындан танышайыҡ
Стерилизация – операция яһау юлы менән нәҫел килтереү һәләтен бөтөрөү (овариотомия – күкәйлектәрҙе алыу; овариогистеротомия – күкәйлектәр менән балаятҡыны алыу).
Ни өсөн хайуандарҙы стерилизацияларға кәрәк һәм уның файҙаһы ниҙә?
Стерилизацияның иң тәүге һәм кисектергеһеҙ файҙаһы булып йорт хайуандарының иҫәбен көйләү тора. Үҙ өйөбөҙҙәге бесәйҙәрҙең үрсеүенә юл ҡуймаһаҡ, беҙ урамдарҙа эйәһеҙ йөрөгән һәм кәрәкмәгән йорт хайуандарының кәмеүенә өлгәшәсәкбеҙ.
Стерилизацияның икенсе файҙаһы – хайуандың йәшәү кимәленә һәм оҙайлығына ыңғай йоғонто яһай.
Әгәр ҙә махсус дарыуҙар бирергә йәки уколдар һалырға мөмкин булғанда, ни өсөн стерилизовать итергә?
-Бындай ысулдар тәрбиәләнеүсенең сәләмәтлегенә насар йоғонто яһай. Был препараттарҙы оҙаҡ ҡулланғанда эҙемтәһе бик яҡшынан булмаҫҡа мөмкин – енес органдарында һәм һөт биҙҙәрендә шештәр барлыҡҡа килергә, бауыр һәм башҡа эске органдарҙа проблемалар тыуырға мөмкин.
Операция хайуандың сәләмәтлегенә нисек йоғонто яһай?
-Стерилизацияланған бесәй һәм эттәр, пиометра, дистоция (патология менән бала табыу) һәм һөт биҙҙәрендә шештәр барлыҡҡа килеү кеүек сирҙәргә әҙерәк дусар була. Стерилизацияланған хайуандар, сит ил һәм үҙебеҙҙең тикшеренеүселәр иҫбатлауынса, оҙағыраҡ йәшәй.
Бесәйҙең (эттең) характеры насар яҡҡа үҙгәрмәйме һуң?
-Киреһенсә. Стерилизацияланмаған бесәй һәм эттәр агрессивыраҡ, бәхетһеҙлек осраҡтарының процентын күбәйтеп берәҙәклеккә ынтылыусандар. Стерилизациялауҙан (бестереүҙән) һуң, хайуандар үҙ территорияһына билдә һалыуҙан туҡтай, тыңлаусанға әүерелә, кеше менән аралашҡанда тыныс һәм һәйбәттәр.
Ә операциянан һуң эт йортто һаҡламай башлаһа, ә бесәй – сысҡан тотмаһа?
-Операция сысҡан тотоуға йәки йортто һаҡлауға йоғонто яһамай. Эш шунда, хайуандың һиҙенеүе, шулай уҡ тыумыштан бирелгән шәхси сифаттары енси гормондар эшенә бәйләнмәгән.
Хайуандарҙы исмаһам бер тапҡыр булһа ла бәйләтергә кәрәк, тиҙәр, был шулаймы?
-Ветеринар практиканан ҡайһы бер осраҡтар тап бының киреһен раҫлай. Бесәй һәм эттәрҙе 7-8 айлыҡҡа еткәндә стерилизовать итеү тәҡдим ителә. Әлбиттә, һуңғараҡ стерилизовать итергә лә мөмкин, бында сикләү юҡ (хатта ҡайһы берҙә оло йәштәге хайуандарға ла ашығыс операция яһарға тура килә, мәҫәлән, пиометра һәм башҡа ауырыуҙар булһа). Әммә хужаларына быны һуҙырға ярамай, операция иртәрәк яһалһа, йорт хайуанының һаулығына хәүефе лә әҙерәк була.
Операция ауыртамы? Унан һуң хайуан мораль яҡтан ыҙаланамы?
-Анестезияның заманса ысулдары операция барышында хайуандың тулыһынса ауыртыуҙы һиҙмәүен гарантиялай. Бер нисә көн үтеүгә ул ҡәҙимге тормош менән йәшәй башлай һәм үрсеү органының булмауын да һиҙмәйәсәк.
Стерилизацияның ыңғай яҡтары:
-пиометраны (балаятҡының шешеүе), күкәйлектәрҙең һыулы шешен, һөт биҙҙәрендә яңы барлыҡҡа килеүҙәрҙе һәм башҡаларҙы профилактикалау;
- ғүмер оҙайлығының айырыуса юғары булыуы;
-енси рефлекстың, тимәк, билдә һалыу, еҫ, ҡасыу кеүек күренештәрҙең булмауы;
-тәрбиәләнеүсенең характерына ыңғай йоғонто яһай;
-берәҙәк хайуандар барлыҡҡа килеүҙе иҫкәртеү.
Ветеринар хеҙмәттәргә алдан яҙылыу телефоны: 8(34740) 2-10-71.
Фаил ЗӘЙНЕТДИНОВ,
“Ғафури районы
ветеринария станцияһы”
ДБУ-һы начальнигы.
Читайте нас в